Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фермер ҡолас ташлап эшләй алырмы?
Фермер ҡолас ташлап эшләй алырмы?Крәҫтиән (фермер) хужалығы, Башҡорт ССР-ында Ер реформаһы тураһындағы закондар (1991 йыл, 21 март), БССР-ҙың Ер кодексы ҡабул ителеүгә, һуңынан уларға төҙәтмәләр, өҫтәмәләр индерелеүгә ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтте. Был закондарҙы, ҡарарҙарҙы, указдарҙы уҡып ҡараһаң, барыһы ла кеше үҙ эшен асып, һәйбәт, мул тормошта йәшәһен өсөн ҡабул ителгәнлеге аңлашыла. Тик бөгөнгө ысынбарлыҡҡа бағып, фермерлыҡ хәрәкәтенә күҙ һалһаң, башты сайҡап, ҡулдарҙы йәйергә генә ҡала. Айырым хужалыҡтарҙы иҫәпкә алмағанда, йомшағыраҡ итеп әйткәндә, эш бармай. Ҡасандыр дәррәү генә яңы йүнәлешкә тотонған фермерҙар тырым-тырағай таралышып бөткән, хужалыҡтарын яптырған. Сәбәп нимәлә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға бергәләп яуап табырға тырышайыҡ.

Тырыштар һәм осраҡлылар

Иң тәүҙә колхозда тәжрибә туплаған, шул уҡ ваҡытта үҙаллы эшләп ҡарарға баҙнат иткәндәр айырылып сыҡты. Башланғысты элеп алған һәр кемгә 50 гектар ер, Ельцин биргән миллион һум аҡса ярап ҡалды. Юл ярыусыларға ни тиклем ҡыйын булмаһын, ул саҡта Хөкүмәт матди яҡтан фермерҙарҙы үгәйһетмәне. Ер, техника көсләп тигәндәй бирелде. Шул ваҡытта инфляция китте. Ләкин банк алдында теге миллионды ҡаплар өсөн бер машина ғына иген етте. Шулай итеп, бар техника фермерҙарға бушҡа тигәндәй тороп ҡалды. Кемдер үҙ эшен алып китте, сөнки бөтөн мөмкинлектәр асылды: ер бар, мал алырға була, техника етерлек.
Ләкин былар ғына аҙ ине. Иң мөһиме — тәжрибә етмәне, һалым системаһы еренә еткереп төҙөлмәгәйне. Шуға ла фермерҙарҙы төрлө документ тултырыу, отчет биреү һымаҡ кисәге колхозсы күрмәгән-белмәгән нәмәләр менән йөҙәтә башланылар. Быға саҡлы уйлап та ҡарамаған, ишетмәгән отчет, һалымдар китте. Тәүге мәлдә күктән төшкән һымаҡ ишелгән аҡса, техника шауҡымы аҫтында “иҫергән” крәҫтиән “айнығандай” булды: бер яҡтан чиновниктар “быуһа”, икенсе яҡтан — һалым инспекцияһы, пенсия фонды, өсөнсөнән — инфляция, һуңынан — дефолт. Банк алдында миллионынан бер йөк машина иген түләп ҡотолған фермер яңы ҡаршылыҡтар алдында ҡалды: яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡ артты, ашламаға яҡын да барырлыҡ түгел. Тағы бер ҙур кәртә — әхлаҡи яғы: урындағы халыҡ уларҙы аңламаны, кулак дәүерен иҫкә төшөрҙөләр. Әһә, бик тиҙ генә байырға уйлағайның, килеп эләктегеҙме, йәнәһе, кулак, һиңә шулай кәрәк... Урындағы колхоз етәкселәре аҙым һайын бармаҡ төртөп күрһәтте. Үҙҙәренең эше бармаһа-барманы, фермерҙарҙың етешһеҙлектәрен башҡаларға “өлгө” итеп ҡуйҙы. Быға саҡлы фермерҙарға иң уңдырышһыҙ йәки ауылға терәлеп үк торған, мал тапаған, колхозға кәрәкмәгән баҫыуҙарҙан ер биргән булһалар, һуңынан район түрәләре өсөн дә яңғыҙ крәҫтиән “бишенсе тәгәрмәс”кә әйләнде.
Фермерҙарға ҡарата насар фекер тыуҙырылды. Быға үҙҙәре араһындағы осраҡлы кешеләр ҙә булышлыҡ итте. Осраҡлы тигәндән, әлеге лә шул еңел генә техника алыу мөмкинлеген ҡарағандар, аҡса еҫен тойғандар тураһында һүҙ бара. Улары алаһын алып, һатаһын һатып, хужалыҡтарын тарҡатты ла ҡуйҙы. Баҫыуҙарын ҡый үләне баҫып ике йыл ултырғас, йә тапшырҙылар, йә закон буйынса тартып алдылар. Шулай итеп, фермерлыҡҡа дәррәү генә ҡуҙғалған саҡтағы үҙаллы крәҫтиәндәрҙән дүрттән бер өлөшө генә ҡалып, үткән быуаттың һуңғы биш йылында тармаҡ ныҡлап аҡһаны. Һирәктәр, бик һирәктәр генә тороп ҡалды. Әйтәйек, тәүҙә район һайын кәмендә 30–50-шәр фермер булһа (дәғүә итеүселәрҙе лә индереп), һуңынан аяғында ныҡлы баҫып тороусылар 5–10-дан артманы.

Икенсе “ағым”

Быныһы инде колхоздар тарҡала башлағас барлыҡҡа килде. Башлыса үҙ көсөнә генә ышанған, кеҫәләрендә башланғыс капитал булған, эшһеҙ ҡалған кешеләрҙән тора ине был “команда”. Ул саҡта, яңы быуат башында, фермерлыҡты нығытыу буйынса яңы закон, указдар сығыуына ҡарамаҫтан, береһе лә финанс яҡтан нығытылмағайны. Кем белә, бәлки, икенсе ағымға килгән фермерҙар ҙа өмөтөн өҙөп бөтөр ине, тик колхоз-совхоздар тарҡалыуы хәрәкәткә яңы һулыш өрҙө. Яңғыҙ фермерҙарға (“шәхси эшҡыуар” тип атала башланылар) “ярҙам”ға башлыса элекке колхоз белгестәре, түрәләренән торған команда килде: дөйөм хужалыҡтың мөлкәтен үҙ ҡулына алдылар ҙа үҙҙәренә крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары астылар — КФХ, АПХ-лар китте. Шулай итеп, илдә фермерҙар артты. Әлбиттә, статистика буйынса. Асылда иһә үҙ көсөнә генә таянып эш башлағандар элекке колхоз мөлкәтен ҡулдарына төшөргән түрәләрҙән торған “фермерҙар” алдында көсһөҙләнеп ҡалды. Шуға ла ике тиҫтә йыллыҡ стажлылар — ошо дәүер эсендә ауыл хужалығына ябырылған дауылды йырып сығыусылар — райондар буйынса бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине. Күптәре олоғайҙы, матди яҡтан ғына түгел, физик яҡтан да көсһөҙләнде...

Ни сәсһәк, шуны урабыҙ...

Өйрәнелгән хужалыҡ итеү алымын ҡапыл ғына емереп ташлау ауыл хужалығын бөлгөнлөк хәленә еткерҙе. Етмәһә, илдә “үҙебеҙҙә етештерелгәнгә ҡарағанда, ситтән һатып алыу отошло” тигән ҡолаҡҡа ятмаҫ фекер ҡуйыртылды, ошо юҫыҡта емергес сәйәсәт алып барылды. Ауыл хужалығы ҡаҡшанымы — илдең тылы, ҡеүәте лә шуға дусар тигән һүҙ. Быны океан аръяғында, Европала ла яҡшы аңлайҙар. Ошонан файҙаланып, Көнбайыш илдәре фермерҙарына тауарҙарын аҡсаға әйләндереү өсөн яңы “полигон” асылды — Рәсәй баҙары. Беҙгә “Буш боттары”, Канада игене, Бөйөк Британиянан һыйыр ите һәм башҡалар ағылды. Үҙебеҙҙең хужалыҡтар һемәйҙе, ә сит ил фермеры кеҫәһен ҡалынайтты. Ит менән тәьмин итеүҙе генә алайыҡ. Рәсәй уны донъяның бөтә мөйөшөнән йыя башланы: Көнбайыш Европаның унлаған иленән, Төньяҡ һәм Көньяҡ Американан, Австралия, Африка, Яңы Зеландиянан... (Әйтерһең дә, ит етештереүгә үҙебеҙҙә тәбиғәт шарттары ҡамасаулай!) Әгәр ҙә 2007 йылға 27,6 миллиард долларлыҡ аҙыҡ-түлек һатып алһаҡ, 2008-гә инде, бер йыл үткәс, 36 миллиардҡа еткерҙек. Рәсәй донъяла сусҡа ите һатып алыу буйынса — беренсе, һыйыр ите буйынса икенсе урынға сыҡты. Уның ҡарауы, илдә фермерлыҡ йәйелә, колхоздар тарҡала башлаған биш йыл эсендә генә Хөкүмәт ауылға “арты” менән борола башланы: бюджеттан бүленгән сығымдар 27 проценттан 1,5 процентҡаса төштө! Колхоздар тарҡалғас, илдә бөтә аҙыҡ-түлектең яртыһын тиерлек шәхси хужалыҡтар бирҙе, ләкин был тәүге йылдарҙа ғына шулай булды. Һуңынан инде улар ҙа “шиңде”: халыҡ мал аҫрамай башланы, картуф баҡсаларын ҡыҫҡартты.
Рәсәйҙең тылы йомшарғанын һиҙеп, сит илдәр үҙ сәйәсәтен үткәрҙе, тауарын, сифатына ла ҡарамай, вагон-вагон оҙатты. Үҙҙәренең крәҫтиәнен ҡараны улар. Мәҫәлән, беҙҙә ауыл хужалығы көрсөккә терәлә башлаған 2005 йылда ғына ла Ҡушма Штаттар бюджеттан үҙ крәҫтиәненә 60 миллиард доллар бүлгән, ярҙам йөҙөнән тағы ла 18 миллиардты өҫтәгән. Ауыл хужалығын үҫтереү буйынса 10 йыллыҡ программаға (2005 – 2015) 178 миллиард доллар һалған. Ә бына Европа Союзы иҡтисадында ауыл хужалығының өлөшө 33 миллиард евро тәшкил итә. Шуныһын да иҫтән сығарырға ярамай: бында бөтөнләй тиерлек был тармаҡ менән шөғөлләнмәгән Люксембург, Бельгия, Швейцария һымаҡ илдәр ҙә инә. Ә бына беҙҙән күпкә бәләкәй булған утрау-илдә, йәғни Японияла 31 миллиард доллар бүленә!
90-сы йылдар башында АҠШ белгестәре Ҡытай тураһында былайыраҡ фаразлағайны: имеш, халҡының үҫеше ошолай барһа, яҡын арала йыл һайын 40 миллион тонна игенде ситтән алырға мәжбүр буласаҡтар. Ләкин 10 йыл эсендә Ҡытай иҫ киткес аҙым яһаны — игенселек иленә әүерелде. Бөгөн ул 500 миллион тонна иген етештерә. Сәбәбе — ауыл хужалығы сәйәсәтен дөрөҫ алып барыу, был тармаҡҡа ярҙам ҡулы һуҙыу. Ҡытайҙа эре хужалыҡтарға ла, бәләкәйҙәренә лә бер үк ҡараш, бөтәһе лә дәүләт ярҙамын тоя. Рәсәйҙә иһә сәсеүлек майҙаны 90-сы йылдарҙа 62 миллион самаһы булһа, хәҙер килеп 46 миллионға тиклем ҡыҫҡарҙы. Бөгөн бер нәмә өмөтләндерә: ил етәкселеге ауыл хужалығына йөҙ менән борола башланы. Рәсәй Президенты Владимир Путин уны хатта оборона тармағы менән тиңләне. “2012 йылда ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә бюджеттан 170 миллиард һум аҡса бүленәсәк, бынан тыш, 150 миллиардлыҡ кредит биреләсәк”, — тип белдерҙе Путин быйыл Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй аграр форумында. Был иһә һуңғы йылдарҙа бүленгәндән икеләтә күп тигән һүҙ.
Фермерҙарға ҡағылғас, шуны әйтергә кәрәк: беҙҙең тәбиғәт шарттары сит илдәрҙекенә ҡарағанда ҡатмарлыраҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Көнбайыш Европа илдәрендә фермерға сығымдарҙы ҡаплатыр өсөн бер гектар иҫәбенә 300 доллар бүләләр, ә беҙҙә ул ни бары 15–20 долларға тура килә. Белгестәр иҫәпләүенсә, бөгөн Рәсәйҙең ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыу өсөн бюджеттан 1,5–2 процент түгел, кәмендә 10 процент бүлергә кәрәк.
2011 йылдың декабренән Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына “тәҙрә уйҙы”. Тимәк, яҡын арала ишектәрҙе лә асырға тура киләсәк. Ошо мәл сит ил тауары беҙҙең әҙерлекһеҙ генә тупһала баҫып торған, конкуренция тыуҙыра алмаған ауыл хужалығының бәкәленә һуҡмаҫ тип кем әйтә ала? Белгестәр фекеренсә, бынан ары йыл һайын 7,2 миллиард доллар юғалтасаҡбыҙ. Шул иҫәптән 4 миллиардын — аграр сәнәғәт комплексы буйынса (“Крестьянская Русь”, 10-сы һан, 2012 й.).
Һанап үтелгән һәм телгә алынмаған барлыҡ сәбәптәр илдә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла ауыл хужалығын үҫтереүгә ҡамасаулай. Әлегә күпме генә һөйләмәйек, дөйөм бюджеттан бүленгән матди ярҙам ғына ике тиҫтә йыл буйы емертелгән, техник яҡтан таратылған хужалыҡтарҙы (эре, бәләкәй, фермер, шәхси эшҡыуар һ.б.) аяҡҡа баҫтырырға аҙ, бик аҙ. Беҙҙең төп байлығыбыҙ — кеше. Крәҫтиәнгә йөҙ менән боролоп, ауыл кешеһендә алдағы көндәренә ышаныс, өмөт уятмайбыҙ икән, бүленгән миллиардтар ғына ярҙам итмәҫ.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 246

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 338

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 340

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 301

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090