Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Лимузин”дар төйәге
“Лимузин”дар төйәге“Рассвет” ауыл хужалығы етештереү кооперативы уртаса хәлле хужалыҡтарҙан һаналды — һыйыр малы иҫәбенең 4200 башҡа еткән саҡтары булды. Керәүле-Илюшкин ауылында һөтсөлөк комплексы уңышлы ғына эшләп килде. Бында меңгә ҡәҙәр һауын һыйыры тотолдо.

Ни тиклем тырышмаһындар, ҡырағай баҙар шарттарына ҡаршы тороуы еңел түгел. Хужалыҡ бер заман бөлгөнлөк сигенә етә. Баҫыу, фермаларҙа эш туҡтала. Шундай ауыр, ҡатмарлы саҡта Мәскәү эшҡыуары Рөстәм Зартдинов ауыл эшсәндәрен үҙ ҡанаты аҫтына һыйындырырға ҡарар итә. Ул нәҫел тамырҙары менән Дәүләкән яҡтарынан.
Рөстәм Фәнәүи улы бизнес буйынса партнерҙары Борисов, Иванов менән бергәләп бушап ҡалған биналарҙы һатып ала һәм “лимузин” тоҡомло һыйырҙар үрсетеү менән шөғөлләнергә була. 2006 йылда “Забарив Агро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойошторола.
Ауыл халҡы инвесторҙар килеүенә, йәнә эшле буласаҡтарына бик һөйөнә. Шикләнеп, икеләнеп ҡараусылар ҙа табыла.
2006 йылдың октябрендә Франциянан “лимузин”дарҙың тәүге партияһы — 99 баш һыйыр малы, шул иҫәптән дүрт нәҫел үгеҙе — ҡайтарыла. 2007 йылда көтөү йәнә 371 башҡа тулыландырыла. 2009 йылда, был юлы инде Австралиянан, тағы 378 “лимузин” алып ҡайталар.
Әлеге ваҡытта комплекстың дүрт корпусы ла мал менән тулы. “Лимузин”дарҙың һаны 1588 башҡа етә. Яңы тоҡом был яҡтарҙың шаҡтай ҡырыҫ тәбиғәтенә бик тиҙ яраҡлашып киткән. Көйөргәҙе ерендә улар үҙен иркен тота.
— Май башында уҡ, тәүге үлән ҡояшҡа үрелә башлау менән, малдарҙы яланға сығарабыҙ, — тип һөйләй комплекс начальнигы Николай Васильев. — Улар октябрь аҙаҡтарына ҡәҙәр көтөүҙә йөрөй.

Әйткәндәй, ялан-ҡырҙар шаҡтай ҙур, иркен күренә был тарафтарҙа. Көтөүлектәр 5762 гектарҙы биләй.
Яланға юлландыҡ.
— Был көтөүлектә 254 һыйыр йөрөй, — тип һүҙен дауам итә Николай Иванович. — Эргәләгеһендә — 200 һыйыр һәм 160 быҙау. Үгеҙҙәр айырым көтөлә.
Һөнәре буйынса зоотехник булғас, әңгәмәсем малдар, малсылыҡ тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер. Унан “лимузин”дар тураһында ла байтаҡ ҡына яңылыҡ, мәғлүмәттәр белдек. Малдарҙың тәүлек артымы 1200 грамға тиклем етә. Таналар бер йыл тигәндә — 450, ике йылда 600–700 килограмм ауырлыҡты йыя. Үгеҙҙәрҙең ауырлығы иһә 1000–1200 килограмға ҡәҙәр барып баҫа.
Яңы тоҡомға, өҫтәүенә ҡараулы һәм тәрбиәле малға ихтыяж ҙур. Комплекс эшләй башлағандан бирле бөтәһе 659 баш “лимузин” һатылған. Быйыл апрель башында Туймазының “Сава” фирмаһы 100 баш алған. Тиҙҙән Мордовиянан 70 быҙау килеп аласаҡтар.
Йәмғиәт 2008 йылда тоҡомсолоҡ хужалығы статусын ала. Эш урындарын арттырыу һәм мал һанын тағы ла ишәйтеү маҡсатында 2010 йылда элекке бер совхоздың һимертеү комплексын да һатып алалар.
Малсылыҡты үҫтермәй тороп, ауыл хужалығында йүнле-рәтле табышҡа өмөт итеп булмай. “Забарив Агро”ла был хәҡиҡәтте яҡшы аңлайҙар. Тик малсылыҡтағы уңыштар күп йәһәттән баҫыуҙағы хәлдәргә бәйле.
Ә үҫемлекселек өсөн мөмкинлектәр ҙур бында. Һөрөнтө ерҙәр генә лә 12 мең гектарҙы уҙып китә. Быйыл бөртөклөләр һәм ҡуҙаҡлылар 3511 гектарҙа үҫтерелгән. Техник культураларҙан иң ҙур майҙанды көнбағыш алып тора — 1346 гектар. Кукуруз — 600, судан 767 гектарҙы биләй. 3462 гектарҙа күп йыллыҡ үлән сәселгән.
Игенселекте үҫтереү йүнәлешендә лә маҡсатлы эш алып барыла. Йәмғиәт ойошторолған көндән алып инвесторҙар ярҙамы менән ауыл хужалығы техникаһы даими яңыртылып тора.
— 2010–2011 йылдарҙағы ҡышлатыу осорона һәр шартлы баш малға ни бары 7 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнгәйне, — тип һөйләй комплекс начальнигы. — Башҡа райондарҙан, күрше төбәктәрҙән мал аҙығы ташып ыҙа сиктек. Уҙған йылда иһә ҡышты иркен сыҡтыҡ. Быйыл да баҫыу эшсәндәре мал аҙығын етерлек әҙерләр, тип өмөтләнәбеҙ.
Йәмғиәттә 150-гә яҡын кеше эшләй, шуның 18-е комплекста мәшғүл.
Киләсәктә төбәктә ит етештереү яйға һалыныр, үҫеш, күтәрелеш тойолор. “Лимузин”дарҙың был төбәккә бәрәкәт килтереренә ышаныс ныҡлы.
Финат ШАКИРЙӘНОВ
Көйөргәҙе районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 326

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 384

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 267

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 339

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 288

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 359

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 362

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 334

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 324

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 263

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500