Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юғары белемле эшһеҙҙәр ниңә арта?
Үткән аҙнала Рәсәй Бөтөн донъя сауҙа ойошмаһына инеү буйынса әҙерлекте тамамланы тиергә була. Бөгөн сит илдәр менән эш иткән күп эшҡыуарҙар яңы мөмкинлектәрҙе фаразлап ҡыуана. Ә ҡайһы берәүҙәр, киреһенсә, был аҙымдан ниндәй юғалтыуҙар булыуы мөмкин, тип уйлана. Әммә был аҙымдың көнүҙәк булыуын бер кем дә инҡар итә алмаҫ, моғайын. Үҙ ҡаҙаныңда ҡайнап ҡына иҫ китерлек уңышҡа өлгәшеп булмауы аңлашылалыр.

Рейтингын төшөрөп
яңылышҡандар...


АҠШ-тың оҙайлы кредит рейтингын кәметеп бөтөн донъяны хәүефләнергә мәжбүр иткән "S&P" агентлығы йәнә иғтибар үҙәгендә. Хәтерегеҙҙәлер, август башында донъяның иң ҡеүәтле иҡтисадына тышҡы бурысы 14,1 триллион доллар тәшкил иткән өсөн бер аҙ "хурлыҡ" кисерергә тура килде. "S&P" агентлығының был аҙымынан һуң инвесторҙар һәм иҡтисад белгестәре сираттағы финанс көрсөгөн күрәҙәләне, ә фонд баҙарҙары күрһәткесе түбән "тәгәрәне". Әйткәндәй, шул мәлгә тиклемге күрһәткестәргә Рәсәйҙең фонд баҙары һаман да өлгәшә алмай әле. Был — сит ил инвесторҙарының хәүефтән ҡурҡып, илдең финанс баҙарынан китеүенең һөҙөмтәһе.
Был юлы "S&P" агентлығы Европаның иң тотороҡло иҡтисадының береһен – Францияның кредит рейтингын кәметеп, донъяның иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Һуңғараҡ был мәғлүмәттең дөрөҫлөккә тап килмәүе асыҡланды. Баҡтиһәң, рейтинг агентлығы яңылышлыҡ ебәргән икән. Уның етәкселеге барыһын да "техник яңылышыуҙар" менән аңлатҡан һәм тикшереү эштәре башлаған. Франция етәкселеге лә был хәлде етди күҙәтеүгә алған. Улар үҙҙәренең тикшереүен үткәрәсәк. Әммә яңылышлыҡ бөтөн донъя буйынса инвесторҙарҙы ҡурҡытып өлгөрҙө. Ни тиһәң дә, Евросоюзда хәлдәр маҡтанырлыҡ түгел. Тап ундағы иҡтисади һәм финанс көрсөгө арҡаһында тәүҙә Грецияның, һуңынан Италияның Хөкүмәт башлыҡтарына вазифаларын ҡалдырырға тура килде. Әммә хәл һаман да көсөргәнешле ҡала килә.
Был ваҡиға уйландыра: бөтөн донъя иҡтисады бөгөн рейтинг агентлыҡтарының күрәҙәлек итеүенә генә ҡайтып ҡалмаймы икән? Бәлки, миллиард һумдарса юғалтыуҙарға килтергән АҠШ-тың рейтингын кәметеү ҙә "S&P" агентлығының сираттағы "техник хатаһы" булғандыр, кем белә...

Бөтөн донъя сауҙа ойошмаһы беҙгә ни бирер?


Ике тиҫтә йылға яҡын һөйләшеүҙәрҙән һуң, Рәсәйҙең Бөтөн донъя сауҙа ойошмаһына ағза итеп алыныуы хәл ителде тиергә була. Грузия менән был мәсьәлә буйынса ике яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Михаил Саакашвили фекеренсә, Рәсәйҙең Бөтөн донъя сауҙа ойошмаһының ағзаһы булып ҡабул ителеүе бөтәһенең дә, шул иҫәптән Грузияның да мәнфәғәтендә.
Беҙҙең илде был ойошмаға ҡабул итеү буйынса эш төркөмөнөң рәйесе Стефан Йоханнессон әлеге ваҡиғаны тарихи һәм донъя иҡтисады өсөн һәйбәт яңылыҡ тип атаны. 15 — 17 декабрҙә ойошма ағзаларының ултырышында мәсьәлә тулыһынса хәл ителер тип көтөлә. Рәсәй парламенты һуңынан ойошмаға ҡушылыу тураһындағы протоколды раҫларға тейеш.
Бөтөн донъя сауҙа ойошмаһына ҡушылыуҙың ниндәй өҫтөнлөктәре һәм кәмселектәре бар? Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығының сауҙа буйынса һөйләшеүҙәр департаменты башлығы Максим Медведков әйтеүенсә, иң тәүҙә 2008 — 2009 йылдарҙағы финанс көрсөгө мәлендә индерелгән импорт пошлиналары кәмейәсәк: ауыл хужалығы продукцияһына ул бөгөнгө 13,2 проценттан 10,8-гә тиклем, сәнәғәт тауарҙарына 9,5-тән 7,3-кә, ә еңел автомобилдәргә 30-ҙан 25-кә тиклем төшәсәк. Белгестәр фекеренсә, сит ил тауарҙарына пошлина тарифтарының өстән бер өлөшө Рәсәйҙең Бөтөн донъя сауҙа ойошмаһына ингән көнөндә, ә ҡайһы берәүҙәренә яҡынса өс йылдан кәмейәсәк. Ҡалғандарына ете-һигеҙ йылдан ғына. Һис шикһеҙ, импорт түләүҙәренең арзанайыуы тауарҙарҙың хаҡына ыңғай йоғонто яһамай ҡалмаясаҡ.
Әммә ил етәкселеге ауыл хужалығына субсидияларҙы кәметәсәк. 2018 йылда агросәнәғәт комплексына дәүләт ярҙамы 4,8 миллиард доллар тәшкил итәсәк, был 2012 йылға планлаштырылғандан ике тапҡырға кәм. Мәҫәлән, Франция үҙенең ауыл хужалығы етештереүселәренә 11 миллиард евро (15 миллиард доллар тирәһе) субсидия бүлә.
Максим Медведков фекеренсә, Рәсәйҙең был сауҙа ойошмаһына инеүенең төп файҙаһы – илдәге бизнес-мөхит тотороҡлоланасаҡ һәм асығыраҡ буласаҡ. Шулай уҡ сит илдәргә беҙҙә етештерелгән тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә үтеп инеүе бөгөнгөгә ҡарағанда күпкә еңеләйәсәк.

Эш таба алмаһаң,
Интернет-магазин ас!


Республикала эшһеҙлектән яфаланыусыларҙың 60 процентынан ашыуы – ҡатын-ҡыҙ. Шулай уҡ йәштәр ҙә байтаҡ, улар дөйөм һандың дүрттән бер өлөшөн тәшкил итә. Һәр өсөнсө эшһеҙ ауылда йәшәй.
Шуныһы ҡыуандыра: эшһеҙҙәр һаны кәмегәндән-кәмей. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡты эш менән тәьмин итеү буйынса дәүләт хеҙмәте идаралығы етәксеһе Тимерхан Биккининдың белдереүенсә, беҙҙә эшһеҙҙәр йыл башынан ҡырҡа кәмегән һәм бөгөн 28 мең кешене тәшкил итә.
Әммә һуңғы йылдарҙа эшһеҙҙәр араһында юғары һәм урта һөнәри белемлеләрҙең артыуы хәүефләндерә. Улар – дөйөм һандың яртыһы. Мәҫәлән, һөнәри белем биреү йорттарын тамамлаған 2500 кеше быйылғы йылдың тәүге туғыҙ айында эшһеҙлек буйынса теркәлгән. Ғинуар-сентябрь айындағы күрһәткестәр буйынса былтыр улар 3200 булһа, 2009 йылда 5300 кеше эш тапмаған.
Ниндәй һөнәр эйәләре эш урынына ҡытлыҡ кисерә һуң? Бөгөн хеҙмәт баҙарында иҡтисадсы, бухгалтер, программалаусы, юрист һәм финансистарға эш урыны табыуы бигерәк тә ҡатмарлы. Һөнәр алып сығыусы автослесарь менән ашнаҡсыға ла ҡыйынға тура киләсәк.
Эшһеҙҙәрҙең күбеһе (45 проценты) быға тиклемге эш урынынан үҙ теләге менән киткән. Ә 27 проценты ойошманың бөтөрөлөүе, хеҙмәткәрҙәрҙең ҡыҫҡартылыуы сәбәпле эшһеҙ ҡалған.
Бөгөн эш урыны таба алмағандарҙың күбеһе эшҡыуар булып теркәлеп, үҙ эшен аса ала. Мәҫәлән, Интернет селтәре аша сауҙа итеп тә килем алырға була. Иртәгә Өфөнөң "Нефтсе" мәҙәниәт һарайында үтәсәк семинарҙа тап ошо йүнәлештә эшләргә өйрәтәсәктәр. Уны "1С-Битрикс" компанияһы һәм Рәсәй Интернет-баҙары лидерҙары ойоштора. Сараға килеүселәр Интернет-магазин асыу, уны үҫтереү һәм эште уңышлы дауам итеү серҙәренә бушлай өйрәнәсәк. Семинарҙы ошо тармаҡта уңышлы эшләүсе белгестәр алып барасаҡ.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 327

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 385

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 267

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 340

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 289

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 360

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 363

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 334

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 324

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 264

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500