Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡулланыусылар ҡәнәғәт
Ҡулланыусылар ҡәнәғәтБала саҡта ауыл магазинына инеп, кәштәләрҙә һығылып ятҡан төрлө хуш еҫле кәнфиттәрҙе, печенье-перәниктәрҙе, күҙҙең яуын алырҙай уйынсыҡтарҙы, болондағы сәскәләргә тиң кейем-һалымды күреп хайран ҡала инек. Тәмлекәстәрҙән ауыҙ итергә теләп, беҙ йыш ҡына шешә йыйып тапшырып, тәм-том һатып ала инек. Эйе, бала саҡтағы кәнфит-перәниктәрҙең тәме әле лә тел осонда. Мәгәр, бөгөн дә бер кемде лә кәштәләге әйбер һәм тәм-том менән аптыратаһы түгел. Бында инде район ҡулланыусылар йәмғиәте, шәхси эшҡыуарҙарҙың эшмәкәрлеген билдәләргә кәрәк. Балаҡатай районында 2002 йылда ҡабаттан ойошторолған "Нарат" ҡулланыусылар йәмғиәте лә — республикала тотороҡло эшләп килеүсе ойошмаларҙың береһе.

Бөгөн район үҙәгендә һәм ауылдарҙа 46 магазин һанала. Алты йәмәғәт туҡланыуы нөктәһе күптән инде халыҡтың яратҡан урынына әүерелгән. 230-ҙан ашыу кеше ошо өлкәлә эш менән тәьмин ителгән. Шуныһы ҡыуаныслы: эшселәргә, йәш белгестәргә әллә ни ҡытлыҡ юҡ, сөнки һуңғы йылдарҙа йәштәр ҙә сауҙаға күпләп ылыға. Улар республиканың, күрше өлкәләрҙең төрлө уҡыу йорттарын тамамлап, Балаҡатай район ҡулланыусылар йәмғиәтенә эшкә ҡайта.
Йәмғиәттә эш шарттары яҡшы булғас, хеҙмәт хаҡы ла ваҡытында түләнгәс, һөҙөмтә һәйбәт. Күрше Ҡыйғы районында ла "Нарат" ҡулланыусылар йәмғиәтенең өс йәмәғәт туҡланыу нөктәһе һәм өс магазины асылған, унда ла эш яҡшы ойошторолған. Район үҙәгендә тағы ла ике икмәк бешереү комбинаты, ике кондитер, ике кулинар, алкоголһеҙ эсемлектәр етештереү һәм балыҡ тоҙлау цехтары бар. Ойошма етештергән 60 төр икмәк-булка, 80-гә яҡын кондитер ризыҡтарын район халҡы ғына түгел, күрше райондар, хатта силәбеләр ҙә яратып һатып ала. Халыҡ бит хәҙер продукцияның хаҡынан бигерәк сифатына өҫтөнлөк бирә.
Ҡулланыусылар ҡәнәғәт– Беҙҙә ихлас күңелле, уңған, тырыш халыҡ эшләй, – ти "Нарат" район ҡулланыусылар йәмғиәте советы рәйесе Ольга Ракипова. – Күп кенә төбәктәрҙә ҡулланыусылар йәмғиәте эшмәкәрлеген 90-сы йылдарҙа уҡ туҡтатһа, шөкөр, беҙ һаман әле сафта. Күрһәткестәр юғары, планды һәр саҡ үтәргә тырышабыҙ. Баҙар шарттарында ла яңыса эшләргә өйрәндек.
Етәкселек иҫке һәм ремонт талап иткән биналарҙы ваҡытында йүнәтә, матди-техник базаны нығытыуға ла күп көс һала. Быйыл, мәҫәлән, ойошма үҙ аҡсаһына "Закусочная" кафеһына тулыһынса реконструкция үткәреп, заманса кафе асырға иҫәп тота. Яңы Балаҡатайҙа пекарняға, ярым фабрикаттар цехына, Түбәнге Исҡуш, Соколки һәм башҡа ауыл магазиндарына матур ремонт үткәрелгән. Ҡыйғы төбәген дә онотмайҙар. Башҡортостан ҡулланыусылар союзы аҡсалата ярҙам күрһәтеп, Ҡыйғы ауылындағы ашхананың ҡыйығын йүнәткән, быйыл иһә банкет залына ремонт яһаласаҡ, канализация торбалары алмаштырыласаҡ.
Былтыр Росагролизинг аша 2010-2011 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү программаһы буйынса өс йөк, ике икмәк ташыу машинаһы һәм изотермик фургон һатып алғандар. Бында дәүләт ярҙамын яҡшы тойоп эш итәләр, төрлө субсидиялар ҙа бүленә. Иҫке техниканы ташлап ҡуймайҙар, ә йүнәтеп, эшкә ҡушалар. Техника яңы булғас, хәҙер район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан төпкөл ауылдарҙа сауҙа эше киң йәйелдерелгән, продукция халыҡҡа ваҡытында оҙатыла. Силәбе өлкәһе ауылдарына ла барып урайҙар. Халыҡ төрлө заказ бирә, йәмғиәт хеҙмәткәрҙәре көнкүреш техникаһы менән дә тәьмин итә.
Райондың Яңыбай, Нөгөш, Майғаҙы, Урғалы, Ураҡ ауылдары магазиндары бөгөн алдынғылар иҫәбендә, сөнки бында үҙ эшен яратып башҡарған һатыусылар эшләй.
Район үҙәгендәге йәмәғәт туҡланыуы нөктәләре заманса йыһазландырылған, унда яңы ҡорамалдар менән файҙаланыла. Кафела шулай уҡ төрлө байрам, туй тантаналары үткәрергә була. Кондитер һәм кулинар цехтары хеҙмәткәрҙәренә лә эш етерлек, заказ буйынса халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек тәмле аҙыҡ-түлек тә етештерә улар. Әйткәндәй, пекарня хеҙмәткәрҙәре көнөнә бер тоннаға яҡын икмәк-булка изделиелары етештерә.
– Хәҙер заманаһы башҡа бит, аҡса эшләү мөмкинлеге бихисап. Тик конкуренция ла көслө, быны хеҙмәткәрҙәр яҡшы аңлай, шуға ла арзан да, сифатлы ла продукция етештерергә тырышабыҙ, – ти Ольга Александровна.
Балаҡатай районы ҡулланыусылар йәмғиәте етәкселеге киләсәккә ҙур хыял менән йәшәй, яңы магазин-кафелар асып, байтаҡ эш урыны булдырырға уйлай. Ә тырыш, егәрле етәксеһе менән эшкә бөтмөр, уңған хеҙмәткәрҙәре булған ойошма бер ваҡытта ла һынатмаясаҡ.
Самат ҒӘЛИН
Балаҡатай районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 331

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 385

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 268

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 340

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 290

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 361

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 364

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 335

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 324

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 264

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500