Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бураҙна йолаһы борондан килә
Бураҙна йолаһы  борондан киләБыйылғы яҙ ғәҙәттәгесә килмәне. Оҙаҡ ҡына инәлтеп торҙо ла ҡапыл йылытып ебәрҙе. “Бындай яҙҙан төрлөһөн көтөргә була”, — тигән фекергә килде игенселәр. Сәсеү эштәрен ни тиклем тиҙерәк тамамлаһаң, шул тиклем яҡшыраҡ.
“Заря” йәмғиәте — Әлшәй районында алдынғы хужалыҡтарҙың береһе. Уның 5 мең гектарға яҡын һөрөнтө ере бар. Бында иген, техник һәм мал аҙығы культуралары үҫтерелә. Быйыл иген баҫыуҙары 2 мең гектарҙан ашыу майҙанды биләйәсәк. 650 гектарға ужым арышы сәселгән. Ҡар аҙ булыуға ҡарамаҫтан, ужым культуралары яҡшы ҡышлаған.
...Агрономдың “Нива”һы артынан сәсеү эштәре барған баҫыуға табан боролабыҙ. Килеп еткәс, аптырап ҡалдыҡ, сөнки механизаторҙар, сәсеүселәр араһында ауыл муллаһы йөрөй! Баҡһаң, сәсеүҙең беренсе көнөн бында йылдағыса боронғо матур йола менән башлайҙар икән. Бына нимәлә икән “Заря”ларҙың мул уңыш үҫтереп алыуының сере! Ер эшкәртеү технологияһын теүәл үтәүҙән, ашлама һәм элиталы орлоҡ ҡулланыуҙан тыш, игенселеккә бәйле йолаларҙы ла атҡарыу мөһим шул.Бураҙна йолаһы  борондан килә— Көтөп алынған ҙур байрам бөгөн. Сәсеү яҡшы үтһен, орлоҡтар тигеҙ шытым бирһен өсөн беҙ, ветерандар, йәштәр менән бергә бураҙна йолаһын үткәрәбеҙ. Элек атай-олатайҙарыбыҙ ҙа шулай эшләгән. Йола үткәрелгән баҫыуҙан былтыр гектарынан 40 центнер уңыш алдыҡ. Бындай үҙенсәлекле саранан һуң сәсеүҙә ҡатнашҡан йәштәрҙең дә, тәжрибәле механизаторҙарҙың да кәйефе күтәрелеп китә, — тип йылмая Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Фәнис Хәбибуллин.
Был һүҙҙәрҙе ветеран юҡҡа ғына әйтмәй, сөнки күпте күргән-кисергән, ғүмер буйы колхозда эшләгән, 50 йыл хеҙмәт стажы бар. Малай сағынан уҡ тракторға ултырған, һуңынан бригадир ярҙамсыһы, бригадир, ә унан механик, машина-трактор оҫтаханаһы мөдире булған. Инде хаҡлы ялға сыҡҡанына ла 12 йыл, әммә баҫыуҙа техника геүләүе ишетелгәндә, нисек йортта түҙеп ултырһын ауыл кешеһе?
Бураҙна йолаһы  борондан киләБыл көндәрҙә игенселәр тәүлек әйләнәһенә эшләй. Тәүге бураҙнаны өсөнсө бригада һалған.
— Һәр йыл сәсеүгә беҙ беренсе булып төшәбеҙ. Был хоҡуҡты бер кемгә лә биргебеҙ килмәй, — тип шаярта бригадир Рәсүл Сәхәүетдинов. — Ә һеҙҙең үҙегеҙҙең иген сәсеп ҡарарға теләгегеҙ юҡмы?
Беҙ, әлбиттә, тыйнаҡ ҡына баш тарттыҡ. Механизатор Ринат Хәбибуллин, сәсеүселәр Рауил Ғәлиәкбәров менән Валерий Баҙамшин кеүек егеттәр булғанда, беҙҙең кеүек “игенселәрҙән” баҫыуҙа файҙа юҡ. Әбдрәшит егеттәре ал бирмәҫ, “Заря” игенселәре быйыл да һынатмаҫ, тип ышанабыҙ.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.
Әлшәй районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 247

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 302

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090