Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡеүәттәрҙе яңыртыр саҡ
Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм “Урал энергетикаһы” халыҡ-ара күргәҙмәһе үтте.

Баш ҡалабыҙҙа был йыйындың асылыуы тураһында беҙҙең гәзит хәбәр иткәйне инде. Быйылғы сара ҡатнашыусылар һаны буйынса рекорд ҡуйҙы: “ВДНХ-Экспо” майҙансығында Рәсәйҙең 12 төбәгенән һәм алты сит илдән 248 докладсы сығыш яһаны. Энергетика сәнәғәттең үҫеш нигеҙе булып тора, бер генә предприятие ла унһыҙ эшләй алмай, ул беҙҙе йылылыҡ һәм яҡтылыҡ менән тәьмин итә. Тармаҡтың киләсәге нисек күҙаллана?

…Күргәҙмәгә ҡуйылған экспонаттар энергетиканың бөгөнгөһөнән бигерәк киләсәк йыһаздарын, ҡорамалдарын һәм технологияларын сағылдыра. Хәйер, күргәҙмә шуның өсөн ойошторола ла инде. Бына “Өфөэнергоучет” йәмғиәтенең бүлеге: эшләй башлауына ун йылдан ашыу ғына булһа ла, уның баш ҡалабыҙҙа һәм республикала меңдән ашыу клиенты бар икән. Нигеҙ­ҙә, улар – бәләкәй һәм урта эшҡыуар­лыҡ предприятиелары. Коллективтың электр техникаһы лабораторияһы ҡорамалдарҙың эшкә һәләтлелек кимәлен тикшерә, уларҙың бер мең вольтҡа тиклемге ҡеүәтлеһенә һынау эштәре үткәрә, трансформаторҙар эшмәкәрлеген көйләй… Ә электр монтажлау бүлексәһе иҫәпләү прибор­ҙарын урынлаштырырға, һауа линия­ларындағы ҡороу эшен башҡарырға ярҙам итә… Бөтә был ҡулайламалар һәм хеҙмәтләндереү буйынса мәғлүмәт матур итеп яһалған стендтарҙа урын алған.

Алдынғы ысул тәҡдим иткән ойошмалар бында һәр экспозиция һайын бар. Силәбе өлкәһендәге Үрге Өпәле ҡалаһында урынлашҡан “Уралэлемент” заводы, мәҫәлән, электр тогы етеште­реүҙең химик сығанаҡтарын күрһәтергә ҡуйған. Литий-ион аккумулятор бата­рея­һын ғына алып ҡарайыҡ: уны хеҙмәтләндереүгә сығымдар талап ителмәй, бина эсендә урынлаштырыу һулар һауаға зыян килтермәйәсәк, дизель-генератор кеүек оҙаҡ тоҡанды­рырға йәки яғыулыҡ өсөн айырым бүлмә биләргә кәрәкмәй, өҙлөкһөҙ һәм автономиялы туҡландырыу ваҡыты ҙур.
– Был форумдың ҡуйған маҡсат­тарының береһе шул: беҙҙең етеште­реүселәр Рәсәй корпорацияларында килешеүҙәр төҙөү мөмкинлеге алһын, бер-береһен аралашсыларһыҙ ҙа тапһын, – тине үҙенең сығышында Дәүләт Думаһының Энергетика буйынса комитеты рәйесенең беренсе урын­баҫары Игорь Ананских. – Мин импортты алмаштырыу өлкәһен ҡурса­лайым, шуға ла аныҡ әйтә алам: беҙҙең дәүләт корпорациялары илебеҙ етештереүселәренә йөҙ тота.

Рәсәй Энергетика министрлығының дәүләт энергетика сәйәсәте департаменты етәксеһе Алексей Кулапин белдереүенсә, форумдың көн тәртибе йылдан-йыл йөкмәткелерәк һәм ҡыҙыҡлыраҡ була бара. “Альтернатив энергетика темаһы үҙе үк фекер алышыуҙың юғарыраҡ кимәлгә күтә­релеүенә ишаралай, илебеҙҙең нефть нигеҙе булған Башҡортостанда үтеүе республиканың төп трендтарҙы юғалтмауын күрһәтеп тора, был үтә мөһим”, – тине ул.

Күргәҙмәлә Өфө һәм Башҡортостан предприятиелары ҙур урынды биләгән. “Башэлектросбыт” электр энергияһы менән тәьмин итеү, энергия һаҡлау һәм хеҙмәтләндереү саралары тәҡдим итһә, “Ай-Энерджи групп” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ экспонаттарын ҡуйғайны.

– Беҙҙең лаборатория бер нисә йүнәлештәге эшмәкәрлек менән шөғөлләнә, улар барыһы ла сәнәғәт тармаҡтарындағы хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн мөһим, – ти ошо йәмғиәттең коммерция бүлеге етәксеһе Айгөл Кирәева. – Мәҫәлән, белгестәр сәнәғәт ҡоролмаларының хәүефһеҙлек кимәленә экспертиза үткәрә, биналарҙы тикшереү, техник диагностика, электр һынауы һәм электр үлсәүе яһай. “Ай-Энерджи групп”тың икенсе бер компанияһы юғары сифатлы электр техникаһы продукцияһы менән тәьмин итә. Уларҙың каталогы менән теләгән һәр кем таныша ала. Үҙ эшмәкәрлегебеҙҙе беҙ үтә мөһим тип иҫәпләйбеҙ, сөнки Башҡортостан – сәнәғәт үҫеше буйынса алға киткән республика һәм уның күп тармаҡ­тарында, айырыуса нефть сығарыу-эшкәртеүҙә һәм ауыл хужалығында бик күп хәүефле объекттарҙы фай­ҙаланалар. Уларҙың барыһы ла, ҡануниәткә ярашлы, мотлаҡ даими рәүештә экспертиза үтеп торорға тейеш. Беҙ тап шул осраҡта ярҙамға киләбеҙ ҙә инде.

Форумдың генераль бағыусыһы булып “Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы” акционерҙар йәмғиәте сығыш яһаны. Сараның төп темаһы Рәсәйҙең альтернатив энергетика үҫешендәге ҡатнашлығына арналған. Ун һигеҙенсе тапҡыр үткәрелгән был йыйында Рәсәйҙең 12 төбәгенән һәм алты сит илдән килгән белгестәр фекер алышты. Дүрт көн барған йыйында 25 тематик секция эшләне.

Күргәҙмә майҙаны 5 мең квадрат метрҙан ашыу ине, унда Рәсәйҙең 24 төбәгенән һәм һигеҙ сит илдән – Германиянан, Швейцариянан, Ҡытайҙан, Польшанан, башҡа дәүләттәрҙән 120 компания үҙ экспозицияларын күрһәт­те. Күргәҙмәнең яңылары – “Сәнәғәт яҡтыртыуы техникаһы-Өфө” инновация салоны. Ул Светодиодтар һәм улар ни­геҙендәге системаларҙы етештереү ас­социацияһы ярҙамында ойошто­ролған.

Былтыр республикала 23,8 миллиард киловатт-сәғәт электр энергияһы етештерелгән, ә ҡулланыу күләме 27,2 миллиард киловатт-сәғәткә етә. Был өлкәләге ҡулланыу, үткән йылғы кеүек үк, өҫтөнлөклө тиҙлек менән бара.

Рөстәм МӘРҘӘНОВ,
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры:
– Беҙҙең республика өсөн электр энергетикаһында ҡайһы йүнәлештәрҙең киләсәктә үҫеш алып китәсәген аңлау мөһим, сөнки был даирә төбәгебеҙ өсөн өҫтөнлөклө булып тора. Башҡортостандың 2030 йылға саҡлы билдәләнгән социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы беҙҙең алға китеште тиҙләтеү маҡсатын ҡуя. Стратегияла тулайым төбәк продуктының уртаса үҫеш тиҙлеге 1,5 процент тип күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта республикала электр энергияһы был күрһәткестән байтаҡҡа түбәнерәк планлаштырыла – 1,2 процент самаһы ғына.
Хәҙерге мәлдә Рәсәйҙең киң үҫеш стратегияһы эшләнә. Башҡортостан да уға үҙ тәҡдимдәрен ебәрҙе, шул иҫәптән – энергетика комплексын үҫтереү буйынса. Улар араһында беҙҙең республикала үҫтереүҙе талап иткән объекттар ҙа бар. Барыһынан элек улар – бөгөн булған энергетика ҡеүәттәрен үҙгәртеп ҡороу, шул иҫәптән – Ҡарман ГРЭС-ын. Беҙҙең тәҡдимдәр яңы объекттар төҙөүҙе лә күҙ уңында тота. Мәҫәлән, Түбәнге Һөйән гидроэлектр станцияһы. Тәҡдимдәр иҫәпкә алынырмы, юҡмы икәне әлегә билдәһеҙ. Рәсәйҙең был стратегияһы быйыл 1 ноябргә саҡлы ҡабул ителәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 319

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 335

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 285

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 258

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 491