Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ике сәғәттә – биш тонна
Ике сәғәттә – биш тоннаАнтон Чехов, Владимир Даль, Сергей Аксаков, Лев Толстой, Дмитрий Мамин-Сибиряк, Саша Черный... Башҡорт ҡымыҙын кемдәр генә яратып эсмәгән дә кемдәр генә маҡтап яҙмаған! Уға иғтибар һаман арта ғына бара. Өфөлә уҙған “Ҡымыҙсылар-2018” фестивалендә биш тонна эсемлектең тиҙ арала һатылып бөтөүе – быға аныҡ дәлил.
– Ҡымыҙҙы тағы ла күберәк етештерергә, нығыраҡ танытыр­ға, һатырға өйрәнергә, ғөмүмән, индустрия булдырырға кәрәк, – ти ойоштороусыларҙың береһе Вадим Йомабаев. Ул Учалы районындағы ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнгән “Байрамғол” йәмғиәтенең дистрибьюторы, йәғни продукцияны һатыуҙы ойоштороусыһы булып эшләй, шуға был кәсепкә бәйле мәсьәләләрҙе төптән белә. Ҡымыҙсылар бер-береһе менән танышһын, баш ҡала баҙарына сығыу юлдарын өйрәнһен, үҙ көсөнә ышаныстары артһын, тип ошо сараны үткәрергә була. Өфөнөң Совет районы хакимиәте уға төрлө яҡлап булышлыҡ итә.
Баш ҡаланың Иван Якутов исемендәге паркына республи­каның төрлө төбәгенән 14 ҡымыҙ етештереүсе килде. Араларында Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылынан 23 йәшлек Айтуған Фәттәхов та бар ине. Был егет өсөн милли эсемлек – килем сығанағы ғына түгел, ә нәҫелдән килгән шөғөл, йәшәү рәүеше. Бәләкәйҙән йылҡы малы араһында йөрөп, ҡымыҙҙың нескәлектәрен белеп үҫә ул. “Тәмле, сифатлы булһын өсөн иң тәүҙә көбөнө һәйбәтләп йыуабыҙ, шунан ыҫлайбыҙ. Көбөлә бешелгән ҡымыҙ менән тимер машиналарҙа әҙерләнгәнде бер уртлауҙа уҡ айырам. Икенсеһен эсә алмайым”,— тип ебәрә ҡымыҙ “бароны” Айтуған.
Уның ата-әсәһе Шәүрә менән Илһам Фәттәховтар милли кәсепкә егерме йыл элек ныҡлап тотона. Бөгөн ғаиләнең 600-ҙән ашыу йылҡы малы бар, араларында 110-ы – һауын бейәләре. Айтуған – йәйләүҙә лә, Өфө баҙарында ла ата-әсәһенең алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы.
Был көндө һатып алыусы­ларҙың күплегенән Ләйсән Мөхәмәтйәрованың да баш ҡалҡытыр әмәле булманы. Ул парктағы тирмәләрҙең бере­һендә Учалы ҡымыҙын һәм Белорет буҙаһын таратты. “Көн дә ҡымыҙ йә буҙа эскән кешеләр бәхетлерәк, дәртлерәк була”,— тип күҙәтеүҙәре менән уртаҡлашты Ләйсән.
– Саҡырған кешеләрҙең яртыһы килмәне. Бында әлеге лә баяғы һатырға өйрәнергә ынтылмау, дәрт етмәүе тойола, – тип бошоноуын да белдерҙе Вадим Радик улы. – Күптәр өйөндә йәки юл буйында сауҙа итеүҙән ары китә алмай. Баш­ҡорт ҡымыҙсыларына йылҡы малын арттырырға, ҡымыҙ етештереүҙе профессиональ кимәлгә сығарырға ынтылырға кәрәк.
Саранан берәү ҙә кәйефһеҙ ҡайтманы, һәр кемгә ҡыҙыҡлы шөғөл табылды. Унда милли зауыҡ менән биҙәлгән мөйөш­тәге көбө эргәһендә фотоға төшөргә, ағастарға йәбештерел­гән ҡағыҙҙарҙан билдәле рус яҙыусыларының ҡымыҙ тура­һын­дағы фекерен уҡырға мөмкин ине, шулай уҡ башҡорт­са дәртле концерт күрһәтелде. Белеме буйынса тарихсы булараҡ, Вадим Йомабаев милли эсемлек тарихына бәйле фотоһүрәттәрҙән бай күргәҙмә лә тәҡдим итте.
Халыҡтың “Ҡымыҙсылар” фестивален оҡшатыуы ойошто­роу­сыларҙың ышанысын арт­тырҙы. “Сараны киләсәктә ай һайын үткә­рергә лә мөмкин”, – ти улар. Икенсе юлы республика ҡымыҙсыларына әүҙеме­рәк, ҡыйыуыраҡ булырға ғына ҡала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 319

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 334

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 285

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 258

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 491