Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иртә сәскән уңыр, бураҙнаһы тулыр
Иртә сәскән уңыр, бураҙнаһы тулырРеспублика баҫыуҙарында киләһе уңышҡа нигеҙ һалыу өсөн көрәш ҡыҙғандан-ҡыҙа. Ауыл эшсәндәре һабан эштәрен юғары агротехник кимәлдә һәм ваҡытында атҡарып сығыу теләге менән йәшәй. Күп кенә хужалыҡтар яҙғы культуралар менән бер рәттән шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш, ҡарабойҙай, картуф та сәсә. Техникаһын, орлоҡто, ашламаны хужаларса әҙерләгән, һәр участкала хеҙмәтте ентекле уйлап ойошторғандарға уңыш, әлбиттә, йылмаясаҡ.
Был матур көндәрҙә Мәләүез районы игенселәре лә бәрәкәтле ерҙең көсөн арттырыу хаҡында оло хәстәрлек менән йәшәй. "Иртә сәсһәң, уңырһың" тигән уй-теләк менән таң һарыһынан баҫыуға ашыға улар.
"Ашҡаҙар" ауыл хужалығы кооперативының йәйрәп ятҡан ерҙәренә килеп еткәндә, мул итеп ашланған баҫыуҙы алты сәсеү агрегаты иңләй ине. Механизаторҙар ялға туҡтаған арала улар янына йүнәлдек.
– Хәйерле көн, егеттәр! – Район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Александр Баранов һүҙен ҡыҫҡа тоторға тырышты. – Тәбиғәт йылы көндәре менән ҡыуандырып, тиҙ арала эште теүәлләргә өндәй кеүек. Тупраҡ йылы, өлгөргән, һәйбәт эшкәртелгән. Эшегеҙ еңел булһын, әйҙәгеҙ, киләһе уңышҡа өмөт итәйек.
Иртә сәскән уңыр, бураҙнаһы тулырЕгеттәрҙең күңеле көр, кәйефе лә күтәренке. Бойҙай сәсәләр икән, бер агрегат көнөнә 80-100 гектар майҙанға орлоҡ һала. Бер аҙ ял иткәндән һуң агрегаттар урындарынан ҡуҙғалды, баҫыу өҫтө көслө мотор тауыштарына күмелде. Яҙғы көндөң һәр сәғәте, һәр минуты ҡәҙерле шул.
– Тиҙҙән сәсеүҙе тамамларға уйлайбыҙ. Әлбиттә, был бик һирәк күренеш, элек ҡыр эштәрен ай аҙағында ғына теүәлләй инек, – ти хужалыҡ директоры Илдус Хәлитов. – Көндәрҙең ҡороға китеүен иҫәпкә алып, егеттәр менән кәңәшләшеп, темпты арттырырға булдыҡ.
"Ашҡаҙар" төбәктә иң күп иген игеүсе хужалыҡтарҙан һанала. Һөрөнтө ерҙәре генә 14 мең гектар тәшкил итә. 200-ҙән ашыу кеше эш менән тәьмин ителгән. Ауыл хужалығы техникаһы паркы ла бай, йыл һайын тиерлек яңырталар.
Райондың "Старт" крәҫтиән (фермер) хужалығына ла һуғылып, эш барышы менән таныштыҡ. Беҙ барғанда механизаторҙар 80 гектар майҙанда борсаҡ сәсә ине. Уларға тағы ла бойҙай, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш һәм башҡа культуралар сәсергә ҡалған. Эш ике сменала бара, ашатыу ҡаралған. Етәксе Илдус Шәрипов игенселәрҙең эшенән ҡәнәғәт булыуын йәшермәй.
– Кемделер айырып маҡтайһы килмәй, һәр береһенең хеҙмәте юғары баһаға лайыҡ, – ти ул. – Уларҙың тырышлығы менән киләһе уңышҡа нигеҙ һалына ла инде.
Хужалыҡта ололар менән бер рәттән йәштәр ҙә етерлек, киләсәктә эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ булмаясаҡ. Уңайлы шарттар булдырылғас, һәр кем эшкә ҙур теләк менән йөрөй. Хеҙмәт хаҡы, мәҫәлән, бөгөнгө көндә 18 мең һум тәшкил итә. Ауыл эшсәндәренә ял итеү мөмкинлеге лә бар, күптәр республиканың "Янғантау", "Красноусол" шифаханаларында һаулығын нығытҡан.
– Етәксенән уңдыҡ, үҙе лә ер тип йәбешеп ята. Күп кенә етәкселәр баҫыуға ла килеп урамай, ә беҙҙең хужа һәр саҡ һабанда. Үҙе лә тракторға ултырып ер һөрөргә өлгөрә, сәскесте йүнәтергә лә ваҡыт таба, – ти хужалыҡтың алдынғы механизаторы, 1975 йылдан бирле трактор штурвалын ҡулынан ысҡындырмаған Әкрәм Сәғитов.
Әйткәндәй, һуңғы өс йылда хужалыҡҡа 30 миллион һумлыҡ техника һатып алғандар. Үҫтерелгән продукцияны һаҡлау өсөн яңы ике келәт, йәшелсә һаҡлағыс, оҫтахана төҙөгәндәр.
Бына шулай Мәләүез районының һәр хужалығында ла сәмле эш ҡайнай. Көнө йыл туйҙырырлыҡ мәл бит хәҙер, игенселәр быны яҡшы аңлай. Шуға ла уларҙың һәр береһе бураҙнала хеҙмәт өлгөһө күрһәтә, йомарт ерҙән мөмкин тиклем күберәк уңыш алыу өсөн бөтөн көсөн һала.
Самат ҒӘЛИН
Мәләүез районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 331

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 385

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 268

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 340

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 290

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 361

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 364

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 335

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 324

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 264

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500