Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙҙәре канат етештерәсәк
Импортты алмаштырыу уңышлы бара

Үҙҙәре канат етештерәсәкҺуңғы ваҡытта илебеҙҙә импортты алмаштырған продукция етештереү буйынса күп эш башҡарыла. Белорет металлургия комбинатында ла быға тиклем сит илдәрҙән килтерелгән күп өлтөклө канаттарҙы, шул иҫәптән полимер япмалыларын етештереү буйынса яңы инвестициялы проектты тормошҡа ашырыу финиш һыҙығына яҡынлаша.

Предприятиеға күптән түгел яңы канат ҡоролмаһы һәм канатты полимер менән ҡаплау өсөн экструзиялы һыҙат ҡайтарылды. Ошо көндәрҙә етештереүсе фирманың белгестәре канат машинаһын монтажлауға тотонасаҡ.
— Белорет металлургия комбинаты метиз етештергән предприятиелар араһында алдынғы урында килә. Был проектты тормошҡа ашырыуҙа тау сәнәғәте тармағының сит ил тауарын алмаштырған күп өлтөклө канаттарға, шул иҫәптән полимер япмалыларына мохтажлығы этәргес булды. Беҙҙең белгестәр, сит ил аналогтарын өйрәнеп, тейешле ҡорамалдар булғанда, комбинатта ла эште юлға һалырға мөмкин икәнлегенә инанды. Әлбиттә, ҡатмарлы иҡтисади заманда дәүләт ярҙамынан тыш был мөмкин булмаҫ ине, Рәсәй Сәнәғәтте үҫтереү фонды тарафынан бүленгән кредит бик урынлы булды, — ти Белорет металлургия комбинатының генераль директоры Виктор Камелин.
Яңы ҡорамал Германияла етештерелгән. Машина өлтөгө алты сантиметрҙан 12 сантиметрға тиклем һәм диаметры 90 миллиметр тәшкил иткән һүтелмәй торған канаттарҙы ишергә мөмкинлек бирәсәк. Улар йөк ташыған техникала, аҫылмалы күперҙәрҙә, күмер һәм тау рудаһы, газ һәм нефть етештереү сәнәғәтендә, балыҡсылыҡта, йылға суднолары эшләгән тармаҡта ҡулланыласаҡ.
Канат машинаһы һәр өлтөктө тартып-һуҙыуҙы, ишеүҙе, үҙәген урауҙы контролләгән система менән йыһазландырылған. Полимер япмалы канаттар тутҡа бирешмәй, урағанда ныҡлығы менән айырылып тора, оҙайлы файҙаланыла. Тупланмала ошондай япмалы канаттарҙы етештереү өсөн үҙәкте йылытыу яйланмаһы ла урынлаштырылған.
Яңы ҡорамалда Белорет металлургия комбинаты белгестәре йылына 15 мең тонна күп өлтөклө канат етештерергә күҙаллай. Миҫал өсөн, был канаттың диаметры 57 миллиметр тәшкил иткәндә алты мең карьер экскаваторын йыһазландырыу тигәнде аңлата.
Бөгөн Рәсәй баҙарындағы һәр өсөнсө тонна канат Белоретта яһала. Предприятие 0,6 – 64 миллиметр диаметрлы 50-нән ашыу төр ҡорос канат конструкциялары етештерә. Продукция автомобиль тәҙрәләрен күтәргестәрҙә, пассажир лифттарында, эленмәле канат юлдарында, төҙөлөш, металлургия, автомобиль крандарында, карьер экскаватор­ҙарында, быраулау ҡорол­маларында, шахта күтәргестәрендә, диңгеҙ һәм йылға флотында, самолеттарға һәм вертолеттарға идара итеү системаларында, йыһан караптарында, юғары вольтлы электр үткәргестәрендә ҡулланыла. Шулай уҡ инвестициялы проект сиктәрендә яңы полимер япмалы канаттарҙың өлгөләре “Мечел” төркөмөнә ҡараған “Көньяҡ Кузбасс” һәм “Яҡуткүмер”компанияларында, Коршунов тау-байыҡтырыу комбинатында һәм Пугачев карьерында һынау үтә.
— Полимер япманы һайлау һәм канатты ҡаплау — күп көс талап итә торған ҡатмарлы эш. Ватан етештереүселәре әлегә полимерҙың әҙер формулаһын эҙләү өҫтөндә. Беҙ ҙә тәжрибә юлынан барабыҙ. Полимерҙың төрлө тәбиғәт шарттарында, ҡоролмаларҙа, агрессив мөхиттә һәм, дөйөм алғанда, үҙен нисек тотоуын асыҡлау бик мөһим. Әлегә һөҙөмтәләр ҡәнәғәтләнерлек: полимер япмалы канаттарҙың ябайына ҡарағанда өҫтөн икәнлеге көн кеүек асыҡ, — ти генераль директор.
Сәнәғәт масштабында комбинат яңы канат етештереү һәм уларҙы полимер япма менән ҡаплауҙы 2019 йылда башлаясаҡ тип күҙаллана. Дөйөм күләме 510,6 миллион һум тәшкил иткән инвестициялы проект Рәсәй Сәнәғәтте үҫтереү фонды һәм Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында өс йыл элек ғәмәлгә индерелә башланы. Яңы производство Белорет металлургия комбинатында юғары квалификациялы 68 эш урыны ла булдырасаҡ.

Белорет ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 356

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 320

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487