Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡулаҡса бөтөрмө?
Илдә башлыса банк картаһы менән иҫәпләшеүгә күсмәкселәр

Ҡулаҡса бөтөрмө?Бөгөн халыҡтың байтағы сауҙа үҙәктәрендә йәки башҡа хеҙмәттәр өсөн карта буйынса иҫәпләшә. Был ғәҙәти күренешкә әүерелде. Шул уҡ ваҡытта аҡсаһын унан хеҙмәт хаҡы йәки пенсияһы күскән көнөндә үк тулыһынса алып, әүәлгесә эш иткәндәр ҙә бихисап. Төрлө тарафтан ишетелгән имеш-мимеш, аҡсаһын интернет аша мутлашыусылар ҡулына үҙе һалып отолоусылар тураһында хәбәрҙәр банк карталарына ышанысты кәметә.


Ә бына белгестәр тора-бара ҡағыҙ аҡса дефицитҡа әүереләсәген, карта менән хисаплашыу ҡотолғоһоҙ аҙым буласағын белдерә. Был юҫыҡта бүтән илдәрҙә хәл нисек һуң? Алдынғы илдәр күптәр ҡулаҡсаны онотҡан. Мәҫәлән, Бөйөк Британияла һәм Нидерландта халыҡтың – 52, Францияла 50 проценты алыш-бирештә карта ҡуллана. Швецияла иһә был нисбәт 95 процентҡа етә.
Әлбиттә, ҡулаҡсаһыҙ хеҙмәтләнде­реү­гә күсеүҙең сәбәптәре төрлөсә. Бе­рәүҙәр “күләгәләге” эшҡыуарлыҡҡа һәм енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә ҡулланыу алымы тип хуп күрһә, икенселәр граждандарҙы күҙәтеү зарурлығы менән аңлата. Евросоюз дөйөм фронт буйынса эш алып бара, сөнки уға ҡараған илдәр уғрылыҡтан, наркотик әйләнешенән, коррупция һәм террорсылыҡтан ҡаза күрә. Бындай осраҡта ҡулаҡса әйләнешен күҙәтеү ауыр. Ҡағыҙ аҡсанан ситләшеү шулай уҡ террорсы ойошмаларҙың төп табыш сығанаҡтарын бикләргә булышлыҡ итәсәк, урланған юғары сәнғәт өлгөләре, нефть, ҡырағай хайуандар һәм үҫемлектәр менән сауҙа итеүҙән ҡотҡарасаҡ. Иҡтисадты асығыраҡ күҙалларға мөмкинлек тә бирә ул.
Ә бына Швецияның тағы бер сәбәбе бар: аҡса баҫыу станоктарын туҡтатыу иҫәбенә бюджетты экономиялау, сөнки ил йыл һайын әйләнешкә ҡулаҡса сығарыу өсөн 11 миллиард тирәһе крона сарыф итә. Әйткәндәй, Швеция был алымға 2006 йылда уҡ күсә башланы. Ул – Европала үҙенең бойондороҡһоҙ эквайринг системаһын булдырған тәүге дәүләт.
2009 йылда Стокгольмда ҙур инкассатор фирмаһын талайҙар: енәйәтселәр бинаның ҡыйығына вертолеттан төшөп, бер миллиард тирәһе кронаны сәлдерә. Полиция эштә ҡатнашҡан ете бурҙы тотһа ла, аҡсаны таба алмай. Был ваҡиға баш ҡаланың барлыҡ финанс системаһын ҡурҡыныс аҫтына ҡуя, банктарҙа купюралар бөтә башлай.
Шулай итеп, Швеция тәү сиратта ҡулаҡсанан илдең инфраструктураһын һәм туристик биналарҙы азат итеү маҡсатын ҡуйған. Бында йәмәғәт транспортында ҡағыҙ аҡса менән иҫәпләшеү тыйылған, сөнки уғрылар йыш ҡына водителдәрҙең кеҫәһен таҙарта. Бынан тыш, Швецияла бәләкәй эшҡыуарлыҡ тулыһынса карта буйынса хеҙмәтлән­дерелә. Хатта сиркәүҙәрҙә лә банк картаһын ҡабул итәләр.
Хәҙер илдәге барлыҡ түләүҙәрҙең ни бары ике проценты ғына ғәҙәти купюралар һәм тәңкәләр ярҙамында атҡарыла, ә магазиндарҙа ҡулаҡсаны егерме проценттан да аҙыраҡ ҡабул итәләр. Был Европаның башҡа илдәренән өс тапҡырға күберәк.
Әлбиттә, был системаға күсеүҙең һөҙөмтәләрен Швецияла бөгөн үк күрергә мөмкин. Банктарҙы, йәмәғәт транспорты водителдәрен һәм сауҙа нөктәләрен талау хәүефе юҡҡа сыҡҡан тиерлек. Мәҫәлән, бер нисә йыл элек полиция 110 банк талау осрағын теркәһә, 2012 йылда – ни бары бишәү. Алдағы йыл­дарҙа бында ҡулаҡса менән иҫәпләшеүҙе 70 кронаға тиклем ҡалдырмаҡсылар. Был хаҡҡа ике гәзит кенә алырға мөмкин.
Шулай ҙа әлеге йүнәлештә Ҡытайға тиңләшкәндәр юҡ – бында аҙыҡ-түлек баҙарында ла телефондағы ҡушымта аша иҫәпләшергә мөмкин.
Кеҫә тултырып баҡыр һәм ҡағыҙ аҡса йөрөтөүҙән Рәсәй халҡы ла әкренләп баш тарта бара. 2014 йылда илдә граждандарҙың карта менән түләү өлөшө 20 процентҡа етһә, былтыр ул 38 процентҡа күтәрелгән. Әйткәндәй, былтыр халыҡтың шаҡтайы картаны аҡса алыу өсөн түгел, ә төрлө түләүҙәрҙе башҡарыу өсөн ҡулланған.
Шулай ҙа ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеүгә күсеү эше әле тамамланмаған. Банк эшмәкәрлеген күҙәткән белгестәр тиҙҙән ҡағыҙ купюраларҙың суммаһы сиклә­нәсәген белдерә. Әйткәндәй, 2012 йылда уҡ Үҙәк банк менән Финанс министрлығы уларға сик ҡуйырға маташты. Хатта уның эшмәкәрлеге тураһында закон проекты Дәүләт Думаһына ҡарауға ла индерел­гәйне. Уға ярашлы граждандар 600 мең һумға тиклем әйбер алғанда ғына ҡулаҡса менән түләй ала ине. Әгәр хаҡы ошо сумманан артһа, бары банк картаһы аша эш итергә бурыслы. Ләкин иҡтисадтың түбәнгә тәгәрәүе һәм һумдың осһоҙланыуы, халыҡтың һатып алыу мөмкинлеге кәмеүе арҡаһында документ ҡабул ителмәй ҡалды.
Быйыл ғинуар айында илдең финанс министры Антон Силуанов ҡулаҡсанан өлөшләтә баш тартыу идеяһын тәҡдим итте. Шул уҡ ваҡытта ул власть әһелдәре алдағы ике йылда был аҙымға бармаясағын белдереп ҡуйҙы. Бөгөн килеп был тема йәнә ҡуйырҙы.
Халыҡ-ара финанс үҙәге эксперты Дмитрий Чечулин фекеренсә, бөгөн ҡулаҡсаһыҙ ысулдың ныҡлы үҫешенә халыҡтың уға ышанып бөтмәүе тотҡарлыҡ яһай. Бер ҡараһаң, бының сәбәптәре лә бар. Мәҫәлән, ҡайһы бер банктарҙың лицензияһын тартып алалар, банк картаһынан аҡса урлауҙар йыш ҡабатлана. “Илдең социаль-демографик хәлен шулай уҡ иғтибарға алырға кәрәк. Рәсәйҙең күпселек халҡы – 40 йәштән уҙған кешеләр. Улар ҡулаҡсаһыҙ әйбер алыуға һаман өйрәнеп бөтә алмай. Интернет аша ҡунаҡхана номерына йәки самолетҡа, поезға билетҡа заказды башлыса йәш быуын бирә”, – ти Чечулин.
Әйҙәүсе аналитик Марк Гойхман белдереүенсә, карта буйынса эш итеүгә шулай уҡ аҡса әйләнешендә “күләгәләге иҡтисад”тың өлөшө ҙур булыуы ла йоғонто яһамай ҡалмай. Мәҫәлән, киске сәғәт 11-ҙән һуң иҫерткес эсемлектәр һатырға ярамай, әммә йорт тирәһендә ҡулаҡсаға уны барыбер алырға була. “Бынан тыш, ҙур булмаған ауылдарҙа банкоматтар, картаны ҡабул иткән сауҙа үҙәктәре, банк бүлексәләре аҙ. Йәнә ҡулаҡсаһыҙ түләү башҡарғанда өҫтәмә банк комиссиялары ла бар. Тап шуға ла алдағы йылдарҙа тулыһынса карта менән иҫәпләшеүгә күсеү икеле”, – тигән фекерҙә Гойхман.


Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 331

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 291

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 501