Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Пенсионерға күпме аҡса кәрәк?
Пенсионерға күпме аҡса  кәрәк?Әгәр ҙә кеше хаҡлы ялға китмәй эшләп йөрөһә, был уның артабанғы пенсияһына йоғонто яһаймы? Был мәсьәләне асыҡлау һәм килемде аҙға ғына булһа ла арттырыу маҡсатҡа ярашлымы? Бының өсөн ниндәй аҙымдар яһарға кәрәк?

Күп пенсионерҙар хаҡлы ялға сыҡҡас та эшләүен дауам итә. Күпселек осраҡта балаларына һәм ейән-ейәнсәрҙәренә матди ярҙам итеү теләге менән аңлатыла был күренеш. Ошондай хәлдә улар хеҙмәт иткән ойошма мотлаҡ Пенсия фондына улар өсөн дә даими иғәнә түләп бара. Пенсияны ҡабат иҫәпләгәндә, ошо иғәнә күләме иҫәпкә алына ла инде.

Ғаризаһыҙ иҫәпләтеү

Страховка пенсияһын ҡабат иҫәпләгәндә һәр кемдең шәхси пенсия коэффициентын ҙурайталар. Ул әле лә эшләп йөрөгән пенсионер өсөн ойошма даими күсереп торған иғәнә 2015 йылдың 1 ғинуарынан һуң иҫәпкә алынмағанда башҡарыла:
– ҡартлыҡ буйынса страховкалау пенсияһы билдәләнгәндә;
– аҫраусыны юғалтыу сәбәпле страховка пенсияһын тәғәйенләгәндә;
– инвалидлыҡ буйынса страховка пенсияһы бирергә ҡарар ителгәндә;
– страховка пенсияһының бер төрөнән икенсеһенә (ҡартлыҡ буйынса йәки инвалидлыҡ арҡаһында) күсергәндә;
– бынан алда иҫәпләгәндә яңы үҙгәрештәр инмәй ҡалғанда.
Бөтә был осраҡтарҙа Рәсәйҙең Пенсия фонды барлыҡ иҫәп-хисапты һәр йылдың 1 авгусынан үҙе яһай һәм ғариза биреүҙең кәрәге юҡ. Шуныһы мөһим: аҫраусыны юғалтыу буйынса пенсия уны ала башлаясаҡ кешенең түгел, ә мәрхүмдең страховка иғәнәләренә ҡарап түләнә, шуға күрә уға шулай уҡ һәр йылдың 1 авгусынан төҙәтмә индерәләр.
Ҡануниәттә пенсияны ғаризаһыҙ ҙа ҡабат иҫәпләү барышында шәхси коэффициенттың иң ҙур күләме билдәләнгән. Был иһә пенсионерҙың пенсия тупланмаһы нисек яһалыуына бәйле:
3 – ағымдағы йылда пенсия тупланмаһы барлыҡҡа килмәгәндәр өсөн коэффициент;
1,875 – ағымдағы йылда пенсия тупланмаһы йыйылған кешеләр өсөн коэффициент.

Ғариза мотлаҡ булған осраҡтар

Страховка пенсияһына өҫтәмә күләмен ҡабат иҫәпләтеү түбәндәге осраҡтарҙа фәҡәт ғариза бирелгәс кенә башҡарыла:
– ғаиләнең хеҙмәткә яраҡһыҙ булған ағзалары артһа. Был осраҡта ҡартлыҡ буйынса һәм инвалидлыҡ пенсияһына тотороҡло өҫтәмә лә ҙурая (ләкин ғаиләләге бындай ағзалар өсәүҙән дә артыҡ иҫәпкә алынмай);
– Алыҫ Төньяҡта һәм уға тиңләштерелгән төбәктәрҙә йәшәргә тура килһә. Өҫтәмә ошо яҡтарҙағы район коэффициенты кимәленә саҡлы арттырыла һәм был сумма кеше шул төбәктә йәшәгән осорҙа ғәмәлдә була;
– Алыҫ Төньяҡта һәм уға тиңләштерелгән төбәктәрҙә эшләп, ҡануниәттә был төбәктәр өсөн ҡаралған хеҙмәт стажы тулһа;
– Аҫраусыны юғалтыу сәбәпле страховка пенсияһы алыусыларҙың категорияһы үҙгәрһә. Мәҫәлән, аҫраусыһын – атаһын йәки әсәһен – юғалтыу арҡаһында страховка пенсияһын алған бала ата-әсәнең икеһенән дә мәхрүм ҡалһа, уға ошо тотороҡло өҫтәмә күләме арттырыла.

Иғәнә түләнмәгән осор нисек иҫәпкә алына?

Эшләгән кеше өсөн уның ойошмаһы Пенсия фондына иғәнә күсереп барған йылдарҙың страховка осоро тип аталыуы билдәле, ләкин граждандың бер ҡайҙа ла эшләмәгән сағы йәки рәсми теркәлмәй хеҙмәт иткән дәүере лә була. Был ике осорҙа ла уның өсөн фондҡа иғәнә күсерелмәй, әммә страховка пенсияһына хоҡуғы һаҡлана. Бындай йылдарға уның, мәҫәлән, баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән, инвалидты йәки оло йәштәгеләрҙе ҡараған, армияла хеҙмәт иткән ваҡыттары инә. Ошо осорҙар стажға индерелә һәм пенсия буйынса балл өҫтәлә бара.
“Страховкаһыҙ стаж” тип аталған бындай осор байтаҡ кешегә хас һәм, нигеҙҙә, ул совет осоронда эшләгәндәргә ҡағыла. Мәҫәлән, балалары күп булыу сәбәпле эш дәүере бик аҙ йылдар тәшкил итеүе, ире хәрби хеҙмәттә бул­ғанда ҡатынына гарнизонда хеҙмәт урыны булмауы һәм башҡа хәлдәр быға сәбәпсе була ала.
Пенсияны ҡабаттан иҫәпләтеү мөмкинлеге хаҡлы ялға 2015 йылдың 1 ғинуарына тиклем сыҡҡан кешеләргә генә ҡағыла. Был датанан һуң пенсия йәшенә еткәндәрҙең килеме яңы формула буйынса иҫәпләнә, һәм унда әле әйтелгән үҙенсәлектәрҙең барыһы ла сағылыш тапҡан, ғариза менән Пенсия фондына барыуҙың кәрәге юҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 331

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 291

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 325

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 501