Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рапс заводы төҙөләсәк
Бөгөн баҙар шарттары, күнегелгән культураларҙан тыш, бығаса иғтибар ителмәгәндәрен үҫтереүҙе талап итә. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа рапс хаҡында йыш ишетелә. Күптән түгел Асҡын райо­нында рапс менән иген культуралары үҫтереү һәм эшкәртеү заводы төҙөү эше республиканың өҫтөнлөклө проекттары исемлегенә индерелде.

Был яуаплы бурысты “Олеокемикс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ иңенә алған. Йылына 30 мең тоннанан ашыу рапс эшкәртеү һәм 10 мең тонна күләмендә үҫемлек майы етештереү ҡеүәтенә эйә булған завод төҙөү планлаштырыла. Төбәктә бер үк ваҡытта 50 мең тоннаға тиклем уңыш һыйҙырышлы элеватор хасил буласаҡ. Дөйөм инвестиция күләме 1,6 миллиард һум тәшкил итә. 148 кешегә эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Проектты файҙаланыуға тапшырыу 2020 йылға билдәләнгән.
Әйткәндәй, Башҡортостанда бөгөн 20,5 мең гектарҙа рапс үҫтерелә. Киләсәктә был культура майҙанын 100 мең гектарға тиклем еткереү көтөлә. Бының өсөн мөмкинлек бар. Хатта республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарындағы ер, климат шарттары гектарынан 15 центнерға тиклем уңыш алыу мөмкинлеген бирә.
Рапс үҫтереүҙең рентабеллелеге 100 – 150 процентҡа етә. Донъя баҙарында унан яһалған майға ихтыяждың ҙур булыуы был культура орлоғон эшкәртеүгә инвесторҙарҙы йәлеп итә. Бынан тыш, рапс һығынтыһына үҙебеҙҙә лә, сит илдә лә ҡыҙыҡһыныу арта бара.
Планлаштырылған проект заводты талап ителгән эшкәртеү сеймалы менән тәьмин итеү өсөн республикала сәсеү майҙандарын арттырырға мөмкин­лек бирәсәк. Бынан тыш, эшкәртеүҙән һуң барлыҡҡа килгән рапс һығынтыһы ҡош-ҡорт, сусҡа һәм һыйыр малына ҡатнаш аҙыҡ әҙерләү өсөн файҙалы ҡушылма буласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 318

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 320

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 488