Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡшы әҙерлек, көр кәйеф
Яҡшы әҙерлек, көр кәйефРәсәй агросәнәғәтенең почетлы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Булат улы Сәлимовтың уңған һәм оҫта етәкселегендә Ленин исемендәге хужалыҡ — көньяҡ-көнсығыш төбәктә генә түгел, республика кимәлендә лә һөҙөмтәле эшләгән предприятиеларҙың береһе. Оҙаҡ йылдар коллектив ошо дәрәжәгә тап төшөрмәй, ауыл хужалығы производствоһын ойоштороуҙа берәүгә лә алдынғылыҡты бирмәй, үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын үҫтереү буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Әлеге миҙгелде лә “лениндар” юғары әҙерлек менән ҡаршылап, дәррәү темпта алып бара, башҡаларға үрнәк булып тора.

Хужалыҡҡа 2496 гектарҙа яҙғы сәсеүҙе атҡарыу бурысы тора, шуның 1850-һен иген культуралары тәшкил итә. Атап әйткәндә, 650 гектарҙа арпа, 500 гектарҙа бойҙай, 700 гектарҙа һоло, 350 гектарҙа рапс, 200 гектарҙа судан үләне, шулай уҡ рапс менән судан үләне ҡатнашмаһы, донник сәселәсәк. Страховка культураһы булараҡ, был юлы ла хужалыҡ ужым арышынан баш тартманы – ул былтыр көҙ 150 гектарҙа сәсеп ҡалдырылған һәм, белгес­тәр белдереүенсә, яҡшы ҡыш­лаған.
Әйтергә кәрәк, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлекте хужалыҡ үткән көҙ үк башлап, сәскестәр, ауыл хужалығы машиналары үҙ ваҡытында ремонтланған. 600 гектарҙа ер туңға һөрөлгән, тағы ла 400 гектарҙа эшкәртелгән. Орлоҡ фонды мәлендә әҙерләп һалынған, ул яңы сорттар менән тулыланған. Хужалыҡтың инженерия, агрономия хеҙмәттәре, бригадалар урындарҙағы эште оҫта ойошторған. Быларҙың барыһы ла яңы миҙгелде яҡшы әҙерлек һәм көр кәйеф менән башларға мөмкинлек биргән.
Яҙғы баҫыу эштәренә К-700 һәм Т-150К тракторҙары менән өс берәмек ҡамыл сәскестәре йәлеп ителгән. Тәжрибәле меха­низаторҙар, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре Айрат Бүкәнбаев менән Наил Солтанов, Айрат Туйсин агрегаттары һоло сәсеүҙе тамамлап, әле төп көстө төп аҙыҡ-түлек культураһы — бойҙайға йүнәлткән. Орлоҡ ташыуҙа механизаторҙар Самат Сәйетов, Салауат һәм Ҡәнзәфәр Гөлбәйетовтар, водитель Дамир Үҙәнбаев, сәсеүселәр Илгиз Әсмәндиәров, Мөҙәрис Хәсәнов, Рәмил Солтанов, Алмас Сәйетов, Илдар Гөлбәйетов, Илнар Туйсиндар маҡтауға лайыҡ. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенттарының да ярҙамы ҙур. Әйткәндәй, ошо арала мал аҙығы һәм техник культуралар сәсеүгә рәт сәскестәре йәлеп ителәсәк.
Йәмил Үҙәнбаев етәкселе­гендәге ырҙын табағы коллективы ла үҙ иңенә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән атҡара, ашхана кол­лективы иһә баҫыу батыр­ҙарын тәмле аш-һыуы менән һөйөндөрә.
Яҙғы баҫыу эштәренең ойош­ҡан барыуында ошо осорға иғлан ителгән хеҙмәт ярышы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Уның шарттарына ярашлы, әле хужалыҡта удар бер, өс, биш көнлөктәр ойошторола, уларҙа еңеүселәргә аҡса­лата премиялар бирелә. Сәсеү йомғаҡтары буйынса иң яҡшы звенолар, механизаторҙар билдәләнәсәк.
Бер үк ваҡытта хужалыҡтың башҡа өлкәләрендә лә эш гөрләй, малсылыҡта иһә йәйләүҙәргә күсереү эштәре тамамланды. Бөгөн “лениндар” йәйге осорҙо мөм­кин тиклем тулыраҡ файҙа­ланыу өсөн маҡсатлы йүнәлеш алған. Бынан тыш, фермаларҙы ҡышҡылыҡҡа ремонтлау кеүек эш тә башҡарыла.
Төбәк агросәнәғәтенең лайыҡ­лы лидеры — Ленин исемендәге хужалыҡ, һәр ваҡыттағыса, яңы миҙгелде алдынғы технологиялар нигеҙендә, ойошҡан рәүештә, сифатлы итеп алып бара, башҡаларға өлгө булып тора.

Баймаҡ районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 356

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 355

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 319

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487