Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юлдар көҙгө кеүек ялтырап ятһын!
Юлдар көҙгө кеүек ялтырап ятһын!Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Салауат ҡалаһына эш сәфәре барышында нефтле юл битумдары сығарған “Битум” заводының етештереү майҙансығында булды. 1991 йылда асылған предприятие Башҡортостандағы һәм күрше төбәктәрҙәге ҙур юл-төҙөлөш ойошмаларын продукция менән тәьмин итә.


Белеүебеҙсә, төбәк етәксеһе юл битумдары сифатын яҡшыртыу мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирә. Уның күрһәтмәһенә ярашлы, 2017 йылдың икенсе яртыһынан төбәктә заманса Superpave (“СПАС”) системаһы ғәмәлгә индерелә башланы. Был инновациялы технология транспорт баҫымын һәм һауа шарттарын иҫәпкә алып, тәғәйен файҙаланыу үҙенсәлектәренә эйә булған асфальт составын проектлай. Ул юл япмаһын файҙаланыу ваҡытын байтаҡҡа арттырыу мөмкинлеген бирә.
Юлдар көҙгө кеүек ялтырап ятһын!2017 – 2018 йылдарҙа, Superpave системаһына ярашлы, яңы стандарт битумдарын сығарыу өсөн предприятиела техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу эштәре башҡарылды. Инвестиция күләме 500 миллион һум тәшкил итте. Яңыртылған майҙансыҡ ҡеүәте сәғәтенә 40 тонна тәшкил иткән битум һәм модификациялы ҡатырғыс материалдар производстволарын, резервуар паркын, автоҡойоу узелын, келәт биналарын үҙ эсенә ала. Бынан тыш предприятиела Superpave системаһы буйынса ҡатырғыс материалдарға анализ яһау мөмкинлеген биргән заманса лаборатория бар. Рөстәм Хәмитов уның эшмәкәрлеге менән танышты, үткәрелгән һынауҙар ысулы менән ҡыҙыҡһынды. Завод идарасыһы Дмитрий Донцов әйтеүенсә, сеймалдың химик составын, ҡатырғыс материалдарҙың тотороҡлолоғон тикшереү, реаль һауа шарттарында юл япмаһының иҫкереүен имитациялау һынау комплексының үҙенсәлеге булып тора. Әле был – Волга буйы федераль округында “Росавтодор”ҙың аккредитацияланған берҙәм лабораториялар реестрына ингән берҙән-бер Superpave системаһы үҙәге.
Дмитрий Донцов әйтеүенсә, яңы модификациялы битум ҡатырғыс материалдың хеҙмәт итеү ваҡыты 20 йылға етеүе ихтимал. Әйткәндәй, был бик күп факторҙарға – юл конструкцияһына, уға яһалған баҫымға бәйле.
Юлдар көҙгө кеүек ялтырап ятһын!Башҡортостан Башлығы быйыл төбәктә юлдарға күләмле капиталь ремонт яһағанда заманса битумды һәм модификациялы ҡатырғыс материалдарҙы әүҙемерәк файҙаланырға ҡушты. “Битум” заводы ҡеүәте йылына 500 мең тоннаға тиклем продукция етештереү мөмкинлеген бирә. Был республика ихтыяжынан байтаҡҡа күберәк.
Әйткәндәй, Superpave технологияһы Башҡортостанда ҡайһы бер юл участкаларында файҙаланылған да инде. Быйыл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” проекты нигеҙендә ремонт өр-яңы битум файҙаланып башҡарыласаҡ.



Рөстәм ХӘМИТОВ:

“Юл сифатының төп проблемаһы – насар битум. Шуға күрә юлдарыбыҙ ҙа шәптән түгел. Юлсылар иһә – насар сифатлы, ә беҙ, власть, яҡшы битум яҡлы. Шуға күрә күҙәтәсәкбеҙ, контролдә тотасаҡбыҙ”.


Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 327

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 385

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 267

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 340

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 289

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 360

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 363

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 334

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 324

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 264

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500