Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һөйөнсө! Тәүге мәғдән көтөлә
Һөйөнсө! Тәүге мәғдән көтөләУчалы тау-байыҡтырыу комбинатында Яңы Учалы ятҡылығының тәүге мәғдәнен сығарыу буйынса әҙерлек эштәре бара. Әһәмиәтле ваҡиға йәй айҙарында булыр тип көтөлә.


Был ятҡылыҡ комбинаттың яңы руда базаһы булып һанала. Уҙған быуаттың 80-се йылдары башында предприятие геологтары Учалы ятҡылығының көньяҡ өлөшөндә баҡыр колчеданы рудаһы запасы барлығын асыҡлай. 1983 йылдың октябрендә тәрән эҙләнеү скважиналарын быраулау уңыш килтерә, ә 40 метрлыҡ төп руда ҡатламы 1986 йылда табыла. Баҡыр, баҡыр-цинк колчеданы рудаларының тотош ҡатламы 700 метр тәрәнлектә асыҡлана.
Ятҡылыҡтарҙы асыҡлауҙан уны үҙләштереүгә тиклем оҙаҡ ваҡыт үтә. Тикшереү эштәре һәм яңы ҡатламдарҙан руда сығарыу өсөн лицензия юллау, рудник төҙөүгә проект эшләү һәм башҡалар.
Яңы Учалы ятҡылығын асыу 2009 йылдан ике ҡыя төшөү юлдары аша башҡарыла. Былтыр 740 метр тәрәнлектә вентиляция һәм транспорт йүнәлештәренең берләшеүе ятҡылыҡ запастарын асыу һәм үҙләштереүҙе башлау өсөн проходкалау, йәғни ҡаҙып үтеү эштәре башларға форсат бирә.
Быйыл 1,1 миллиард һум аҡса яңы ер аҫты руднигын төҙөргә йүнәлтеләсәк, тәүге йөҙ мең тонна руда сығарыласаҡ, ә 2021 йылға күләм 1 миллион 100 мең тоннанан ашыу тәшкил итәсәк тип күҙаллана. Рудникты төҙөп бөтөү һәм уның проект ҡеүәтен 4,5 миллион тоннаға еткереү 2027 йылға планлаштырылған.
Бөгөн шахта төҙөү идаралығы эшселәре 680 һәм 650 метр тәрәнлектәге горизонттарҙа ҡаҙылма байлыҡ сығарыу урынын ҡаҙа. Ә ер аҫты руднигы шахтерҙары 810 метр түбәндә проходкалау эштәрен башҡара. Параллель рәүештә инженер коммуникацияларын — ҡыҫылған һауа үткәргес торбаларҙы, электр менән тәьмин итеү кабелдәрен һуҙыу, туп­раҡ һыуҙарын һурыу, янғынға ҡаршы ҡоролмаларҙы монтажлау бара. Шулай уҡ рудниктың иң аҫҡы горизонттарын саф һауа менән тәьмин итеү маҡсатында тәүге елләткес тә сафҡа индерелгән.
Төҙөлөш эштәре киң йәйелдерелгән Яңы Учалы руднигы өсөн комбинатҡа йыл башынан яңы тау техникаһы – үҙбушатҡыс, тейәгес машиналар ҡайтартыла.
Күптән түгел предприятиеның машина паркы Sandvik TH545 тип аталған беренсе шахта үҙбушатҡысы менән тулыланды. Ул 45 тоннаға тиклем йөк ташыу ҡеүәтенә эйә.
Һөйөнсө! Тәүге мәғдән көтөлә— Яңы Учалы руднигының транспорт өсөн ҡыя төшөү юлдары оҙонлоғо өс километрҙан да күберәк араны тәшкил итә. Шуға күрә ҡаҙылманы өҫкә сығарғанда, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу маҡсатында, тап шундай йөк ташыу өсөн тәғәйенләнгән машиналар ҡулай, — ти Учалы ер аҫты руднигының баш инженеры Юрий Дмитриев.
Ҡеүәтле “тимер ат”ты ПДМ машинистары Матвей Хренов, Азат Шәрипов, Эдуард Замотохин, Марат Бикәнәев “йүгәнләйәсәк”. Тап уларға яңы рудниктан яңы техникала тәүге мең тонна руданы сығарыу бәхете йылмаясаҡ.
— Бындай машинала эшләү ҙур яуаплылыҡ та йөкмәтә, алмашсы коллегаларым — ышаныслы, эштәрендә абруй ҡаҙанған хеҙмәткәрҙәр. Шуға күрә һынатмаҫбыҙ тип уйлайым, ә техникаға килгәндә, кабинала йылы, яҡты, тауышты изоляциялау, тирә-яҡты күҙҙән яҙлыҡтырмау – хәүефһеҙ эш өсөн барыһы ла уйланылған, — тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты тәжрибәле белгес Матвей Хренов.
Таусылар Яңы Учалы руднигынан тәүге мәғдәнде сығарыу ваҡиғаһын түҙемһеҙлек менән көтә. Шулай булмай ни, был ятҡылыҡты үҙләштереү комбинатты тағы дүрт тиҫтә йылға эш менән тәьмин итәсәк.

Учалы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 331

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 291

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 325

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 501