Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ер – фермерҙарға! Тендерһыҙ...
“Ер – крәҫтиәндәргә!” Был таныш саҡырыу совет осоро башында лозунг булып китһә лә, әҙәм балаһы ер эшкәртә башлағандан бирле күптәрҙе борсоп килә. “Крепостное право” тип аталған заманда ла, унан алда ла, колхоздар төҙөргә тотонғансы ла...


Ошо һүҙҙәр уҙған быуаттың 90-сы йылдарында ла яңғырап, һөрөнтө ерҙәрҙе пайға бүлә башланылар. Ауыл халҡы үҙенең тәғәйен генә өлөшөнөң ҡайҙа икәнен белмәһә лә, ҡулына дөйөм майҙандан нисәмә гектар ере булғанлығы тураһында танытма алды. Уның буйынса теләгәндәргә биләмәләрен айырып алырға хоҡуҡ бирелде. Нәҡ ошо осорҙа фермерлыҡ хәрәкәте башланды: яңы хужалыҡ ойоштороусыларға процентһыҙ тиерлек миллион һумғаса ссуда, кредит бирелде, техника ҡайтарылды, 50 гектарғаса ер 49 йылға бүленде.
Ләкин был оҙаҡҡа барманы. Яйлап барыһы ҡыҫылды. Шул иҫәптән ер бүлеп биреү... тендерға ҡалды. Йәғни фермер хужалығы ойоштороусы үҙ ауылы биләмәлә­ренән ер алыр өсөн уны бөтә Рәсәй селтәренә ҡуйып, тендерҙа еңеүсе булмаһа ғына алырға хоҡуҡлы булды. Был иһә яңғыҙ фермерға түгел, ҙур агрохолдингтар, компаниялар файҙаһына ҡулай тура килде. Һөҙөмтәлә уңдырышлы ерҙәр, тигеҙ, ҙур баҫыуҙар улар ҡулына күсә башланы, ә бәләкәйерәк майҙандарҙы ҡый баҫты, эшкәртелмәне. Шул уҡ ваҡытта фермерға ер алыу өсөн дә чиновниктар тарафынан бик күп кәртәләр, ҡаршылыҡтар тыуҙырылды.
Быларҙың барыһына ҡасандыр сик ҡуйылырға тейеш ине. Ниһайәт, күптән түгел Краснодар крайында үткән Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы эшкәртеүселәренең форумында ошо мәсьәлә ҡабырғаһы менән ҡуйылды. “Беҙ элегерәк законда теркәлгәнсә фермерҙарға ер бүлеү нормаһына киренән ҡайтасаҡбыҙ. Был положениены нығытасаҡбыҙ. Шул уҡ ваҡытта тендерҙан тыш алынған ер менән хәйләләшеүгә юл ҡуймаҫлыҡ үҙгәрештәр булдырыу мөһим. Ер тик ауыл хужалығы тәғәйенләнешендә генә файҙаланылырға тейеш”, – тине Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин, пленар ултырышта сығыш яһап.
Ул шулай уҡ илдең аграр өлкәһендәге уңыштарға ла туҡталды. Ә ҡаҙаныштарыбыҙ ысынлап та етерлек, телгә алырлыҡ. Мәҫәлән, бынан ике тиҫтә йыл самаһы элек кенә Рәсәй игенде күпләп сит илдән алһа, бөгөн бойҙай экспортлау буйынса тәүге урынды биләйбеҙ. Дөйөм иген культураларын һатыуға сығарыуҙа икенсе урындабыҙ. 2013 йылдан башлап ауыл хужалығы етештереүсәнлеге йыл һайын арта бара. Ә малсылыҡ продукцияһы 13 йыл рәттән үҫешә. Уҙған йылда үҫеш 2,4 процент булһа, дүрт йылда ул 3,4 процентҡа еткән. Былтыр 135,4 миллион тонна уңыш йыйылған, ә 2000 йылда уның яртыһы – 65,4 миллион тонна ғына ине.
Фермерҙарҙың эске баҙарҙағы өлөшөн алғанда ла, 17 йылда ул дүрт тапҡырға артҡан. Был – бик ҙур күрһәткес. Форумда билдәләнеүенсә, һуңғы алты йылда грант ярҙамы менән генә лә 18 мең фермер (крәҫтиән) хужалығы төҙөлгән, биш мең ғаилә малсылыҡ фермаларына ярҙам күрһәтелгән.
Башҡортостанды алғанда, рәсми мәғ­лүмәттәр буйынса, 6 мең 300 фермер иҫәпләнә. Беҙҙә лә улар етештергән ауыл хужалығы продукцияһы 2016 йылда дөйөм өлөштән 10,4 процент тәшкил итһә, уҙған йыл 12 процентҡа етте. Фермерҙар, яңы эш башлаусылар өсөн төрлө Рәсәй, республика программалары ҡабул ителгән. Былтыр бәләкәй хужалыҡтарға 407 миллион 300 мең һум аҡса бүлеү ҡаралған. Ә ғаилә фермалары ойоштороуға тип 250 миллион 100 мең һум ярҙам күҙаллана.
Шуныһы ҡыуаныслы: Рәсәйҙә тотош фермерҙар класы барлыҡҡа килде. Нәҡ ошо ҡатлам артабан ауылдарҙы һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк. Әлбиттә, инфраструктураны яҡшыртыуға, социаль-көнкүреш объекттарын төҙөүгә, уларҙы тейешле кимәлдә тотоуға дәүләт ярҙамынан тыш ирешеп булмай. Шулай ҙа яңы эш урындары булдырыу күп осраҡта халыҡтың үҙенән тора. Баҙар шарттарында ошоно аңлау мөһим: хәҙер берәү ҙә, бер нимә лә килтереп бирмәйәсәк. Был йәһәттән бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа тотоноусылар, ошо йүнәлештә ҡыйыу атлаусылар, үҙ ерендә үҙҙәре шөғөлләнеп килем алыусылар ғына иртәгәһе көнгә ышаныслы бағасаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 331

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 291

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 501