Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыштан ялтырай, эстән...
Тыштан ялтырай, эстән...Шөкөр, ҡышты ла үткәреп киләбеҙ, ҡояш нурҙарын йомарт һибеп, яҙ етеүен белдерә, ҡыйыҡтарҙан тамсылар ҙа тама башланы. Шәхсән мин яҙ етеүен тағы бер нәмә буйынса тоям. Иғтибар итегеҙ әле: ауыл өйҙәрендә генә түгел, ҡалаларҙа күп ҡатлы йорттарҙың тәҙрә төптәрендә лә үрсетмәләр өсөн йәшниктәр күренә башланы, орлоҡ һатҡан магазиндарҙа ла сират арта. Баҡсасылар өсөн мәшәҡәтле, шул уҡ ваҡытта күңелле осор етә. “Нимәһе күңелле булһын уның, бил бөгөп эшләүҙән бушамайһың. Улай ыҙалағансы, магазинға сығып һатаһың да алаһың, хаҡы ла ҡиммәт түгел”, тип минең фекер менән килешмәүселәр ҙә булыр.


Әлбиттә, хәҙер магазин кәштәләре тулы, аҡсаң булһа, йылдың ниндәй миҙгеленә ҡарамаҫтан, йәнең нимә теләй шуны һатып алып була. Тыштары ялтырап торған помидор-ҡыярҙарҙы, алма-грушаларҙы күрһәң ауыҙҙан һыуҙар ҡойолоп китә хатта.
Әммә тәүге ҡарашҡа бик ылыҡтырғыс булып күренгән диңгеҙ аръяғынан килтерелгән йәшелсә-емештең организм өсөн зарарлы икәнлеге тураһында уйламайбыҙ шул.
ГМО-лар (гендары үҙгәртелгән организм) тураһында күп яҙыла, күп һөйләнелә. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, уларҙың ни икәнен күптәр белмәй. Ул – яһалма рәүештә гендары үҙгәртелгән организм. ГМО-ға ҡарата донъяла ике төрлө ҡараш йәшәй: көнкүрешебеҙгә ныҡлап индереү яҡлы ғалимдар фекеренсә, үҫемлектәрҙе хатта хайуандарҙы генетик яҡтан үҙгәртеп, шуның менән мул уңыш алып, осһоҙ аҙыҡ етештереп кенә планета халҡын аслыҡтан йолоп ҡалып була. Был иҫбатлауҙарға ҡаршылар иҫәпләүенсә иһә, бөгөнгө ауыл хужалығында былай ҙа юғары уңыш алырға мөмкин.
Тәүҙә төрлө ген ҡушылған гибридтар үҫемлектәргә файҙалы сифаттар өҫтәр өсөн уйлап сығарылған: һалҡынға сыҙамлылыҡ, ҡоротҡостарға ҡаршы тороу, калорияны, уңышты арттырыу... Мәҫәлән, 1992 йылда Ҡытайҙа ҡоротҡос бөжәктәрҙе ҡурҡытырлыҡ тәмәке уйлап тапҡандар. Шулай ҙа ГМО-ны аҙыҡ етештереүҙә күпләп АҠШ ҡуллана башлай. 1994 йылдан алып боҙолмаусан, тыштары ялтырап торған помидорҙар барлыҡҡа килә. Колорадо ҡуңыҙы, саян гены ҡушылған бактерия һалып, бөжәктәрҙән “ҡурҡмаусы” картуф уйлап сығаралар. Һалҡынға, ҡырауға бирешмәһен өсөн томатҡа, баҡса еләгенә камбала балығы гендары булған бактерия индерәләр. Иң күп модификацияланған генлы организм тип соя, бойҙай, кукуруз, сөгөлдөр, мамыҡ, рапс, тәмәке, баҡса еләге һанала.
Кеше һаулығы өсөн зарарлы булған, аҙыҡ-түлеккә ҡушылған төрлө өҫтәмәләр бер бөгөн килеп тыуған проблема түгел. Тик хәҙер етештереү технологиялары алға киткән илдәрҙә сығарылып, Рәсәй кәштәләренә хужа булған тауарҙар уларҙы көсәйтеп, норманан әллә нисәмә тапҡыр арттырып ебәрҙе.
Эксперттар иҫәпләүенсә, бөгөн баҙарға аҙыҡ-түлеген сығарған етештереүселәрҙең туҡһан проценты һатып алыусының был тәңгәлдәге наҙанлығынан, һаулығы өсөн битарафлығынан файҙалана. Мәҫәлән, йогуртҡа еләк ҡушабыҙ тип, буятҡысты йәлләмәйҙәр, шоколадҡа соя һалалар һ.б.
Яңы аҙыҡты баҙарға сығарыр алдынан етештереүсе рекламаға аҡсаһын йәлләмәй, агрессив, көсләп тағыусы сәйәсәт үткәрә. Тауары конвейерға һалынғас инде, кешене нәҡ ошо аҙыҡтың ҡоло итер өсөн тәм көсәйткестәрен дә йәлләмәй. Шуға ла, мәҫәлән, һыуһынын ҡандырыр өсөн яһалма эсемлекте ҡулланған кеше, ярты сәғәт тә үтмәй, икенсе шешә артынан йүгерә. Ҡушымталар әҙәмде аҙыҡҡа, эсемлеккә буйһондора.
Һуңғы ваҡытта шуныһы ҡыуандыра: халыҡ яйлап тәбиғи, саф, ГМО-ларһыҙ аҙыҡ-түлеккә өҫтөн­лөк бирә башлаған. Эксперттар раҫла­уынса, хәҙер рәсәйҙәр, диңгеҙ аръяғынан килтерелгән, өсәр-дүртәр ай боҙолмаған йәшелсә, емеш-еләккә ҡарағанда, урындағы теплицаларҙа, тәбиғи шарттарҙа үҫкәнен күберәк һатып ала. Ит-һөт ризығын етештереүҙә лә үҙебеҙҙең һәүкәштәрҙекен ҡулланыу файҙа­лыраҡ та, отошлораҡ та икәненә инана бара халыҡ, тәү сиратта, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге тураһында уйлай. Быларға Рәсәйгә ҡаршы ҡулланылған санкциялар ҙа булышлыҡ итте.
“Ергә эйелгән ас булмаҫ” тигән әйтем йөрөй халҡыбыҙҙа. Мин быға өҫтәп, ергә эйелгән сәләмәт була, тип тә әйтер инем. Үҙ ҡулың менән бар күңелеңде һалып үҫтергән йәшелсә, емеш-еләккә нимә етһен инде? Икенсенән, күтәренке кәйефтә саф һауала эшләп, хәрәкәт итеүҙең организмға булған файҙаһын әйтеп тораһы ла юҡ.
Ҡыҫҡаһы, “һатаһың да алаһың” тигәндәрҙе, тыштары ялтырап торған помидорҙар менән бергә осһоҙ хаҡҡа үҙегеҙгә сир-фәлән дә алып ҡуймаһағыҙ ярар ине, тип иҫкәртке килә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 331

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 291

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 501