Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иҫәпленең ҡуйы теүәл
Иҫәпленең ҡуйы теүәлИҡтисад, финанстар, бухгалтер иҫәбе, һалым... Күптәр өсөн бигүк таныш булмаған, ҡатмарлы кеүек күренгән был төшөнсәләр хәҙер һәр кемдең тиерлек тормошона үтеп инеп барғандай. Иҫәпленең ҡуйы теүәл тигәндәй, финанс өлкәһен аҙмы-күпме үҙләштереүҙең файҙаға ғына икәнен танырға кәрәк.

Заман талаптарына ярашлы, үҙ кәсебенә тотонғандарҙың йылдан-йыл күбәйә барыуы мәғлүм. Шәхси эшҡыуар булып теркәлгән һәр кемгә, шөғөлөн үҫтереү хәстәре менән бер рәттән, Пенсия фондына страховка иғәнәһе түләү, Һалым инспекцияһына отчет биреү кеүек бурыстар өҫтәлә. Белеүебеҙсә, предприятиела, крәҫтиән (фермер) хужалығында хеҙмәткәрҙәр бар икән, иҫәп-хисап мәшәҡәте тағы ла арта. Бындай бурыстарҙы ҙур ойошмаларҙа махсус белемле кешеләр атҡарһа, бәләкәй эшҡыуарлыҡта ундай айырым кеше тотоу отошломо? Шул уҡ ваҡытта, мәғлүм булыуынса, һәр урында отчет төҙөү, декларация тултырыу һ.б. йәһәттән күпмелер хаҡҡа ярҙам тәҡдим иткән белгестәр бар. Кемгәлер түләгәнсе, был эштәргә үҙеңдең өйрәнеп алыуың яҡшыраҡ түгелме?
Бизнес-тренерҙар билдәләүенсә, иҡтисади-финанс грамоталылыҡ нигеҙе – һалым ҡануниәтен белеү, бухгалтер иҫәбен аңлау, ябай финанс планы төҙөй алыу, аҡсаның ни икәненә төшөнөп, уны дөрөҫ файҙаланыу. Быларҙы үтә ҡатмарлы эш тип уйлап, тотоноп ҡарамағандар хата яһай. Өйрәнә алмаҫтай нәмә юҡ, тик маҡсат булыуы, яңы ғилемгә ынтылыу, ҡыҙыҡһыныу шарт. Белем – үҙе ҙур инвестиция. Иҡтисади-финанс грамота­лылыҡ нигеҙҙәренә төшөнгән кеше документтарҙы дөрөҫ төҙөргә генә түгел, килем-сығымды контролдә тоторға, аҡса менән дөрөҫ эш итергә өйрәнә, тимәк, уның алдында яңы мөмкинлектәр асыла.
Ошо йәһәттән ғилемле булыу дәүләт өсөн дә отошло. Һәр кем аҡсаһын урынлы файҙаланырға өйрәнә икән, иҡтисад бермә-бер күтәреләсәк. Матди яҡтан ауырлыҡ кисермәгән граждандарҙың инвестиция мөмкинлеге арта, был үҙ сиратында банк структураһының үҫешенә, дөйөм йәшәү кимәленең яҡшырыуына этәргес бирә. Дәүләт өсөн шуныһы ла отошло: норматив база нигеҙҙәрен белгән ғилемле кеше һалымды һәр саҡ ваҡытында түләй.
Бөгөнгө финанс компаниялары үҙҙәре үк грамоталы, иҡтисади яҡтан ғилемле клиент­тарға өҫтөнлөк бирә. Халыҡ араһында “Банк алдарға әҙер тора, үҙенә генә файҙа эҙләй” тигән фекер йәшәһә лә, күптән эшләгән эре предприятиелар ышаныслы хеҙмәттәшлеккә ынтыла: уларға һыналған аныҡ клиенттар менән ике яҡ өсөн дә файҙалы, уңайлы мөнәсәбәт ҡороу мөһим. Финанс йәһәттән грамоталылыҡ артһа, тимәк, банктарға талап та көсәйеп, улар капиталды арттырыу мөмкинлеге биргән партнер бурысын үтәйәсәк.
Был өлкәлә ғилемһеҙлектең иһә ауыр эҙемтәләргә килтереүе мәғлүм. Мәҫәлән, уны-быны уйламайынса, ҙур процент менән кредит алыу, “пирамида”ларҙа ҡатнашыу, һөҙөмтәһен күҙалламайынса инвестиция һалыу һ.б. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илдә лә, республикала ла бындай осраҡтар күп. Ошонан сығып, былтыр Рәсәйҙә Финанс грамоталылығын арттырыу милли стратегияһы булдырылды. Ул 2023 йылға тиклем иҫәпләнгән. Проектҡа ярашлы, мәктәп программаһына финанс грамоталылығы буйынса айырым дәрес индерелеп, уҡыусыларға аҡсаны урынлы файҙаланыу, ғаилә бюджетын дөрөҫ ҡороу, алданыуҙан һаҡланыу нигеҙҙәре һ.б. өйрәтелә башланы. Яҡын арала иһә махсус предмет булдырыу маҡсаты ҡуйылған. Уны “Иҡтисади грамоталылыҡ нигеҙҙәре” тип атап, йәмғиәтте өйрәнеү дәресенең бер өлөшө рәүешендә үткәреү ҡаралған. Маҡсатҡа ярашлы, уҡыусылар инвестиция, кредит учреждениелары менән бәйләнеш, стратегик планлаштырыу алымдарын үҙләштерәсәк. Шулай уҡ уларға банк хеҙмәткәрҙәренән, финанс белгестәренән һабаҡ алыу, үҙҙәрен ғәмәли эштә һынап ҡарау мөмкинлеген дә булдырыу күҙаллана.
Дәрестән тыш, өҫтәмә сараларҙы даими уҙғарыу бурысы ҡуйылған. Мәҫәлән, ағымдағы уҡыу йылы башында ил уҡыусылары араһында финанс грамоталылыҡ профиле буйынса олимпиада ойошторорға ҡарар ҡылынды. Алда әйтелгән барлыҡ бурыстарҙы үҙ эсенә алған, йәмғиәттең белем кимәлен күтәреүгә, тимәк, дәүләттең тотороҡло үҫешен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән сара әле бара, унда республикабыҙҙан да ҡатнашыусылар байтаҡ.
Ҡыҫҡаһы, финанс грамоталылыҡ – аҡсаны һанай белеү генә түгел, ә уның нимәгә кәрәк икәненә ныҡлы төшөнөп, дөрөҫ файҙаланыу. Ә беҙҙә әле был йәһәттән икенсе төрлөрәк ҡараш йәшәй. “Аҡса уны туҙҙырыу өсөн табыла” тигән ҡулланыу психологияһы тамыр йәйгән. Тапҡанды ысын уңыш өсөн йүнәлтергә өйрәнеү мөһим, ти белгестәр. Финанс грамоталылығын үҙләштерә башлаған йәштәр был маҡсатҡа юл ярыр, ата-әсәһенә лә ғилем бирер һәм дәүләттең иҡтисади йәһәттән тотороҡло үҫешенә тос өлөш индерер тигән ышаныс бар. Был иһә – халҡыбыҙҙың, милләтебеҙҙең, тыуған еребеҙҙең, рухи ҡиммәттәребеҙҙең дә именлек нигеҙе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 246

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 302

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090