Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Икмәктәре бешә ҡабарып
Ике ҡатлы мөһабәт бинаның заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, иркен, яҡты икмәк цехында һәр йорт өҫтәлендә көн дә түрҙән урын алған изге ризыҡтың ағын да, ҡараһын да, бойҙай ононан да, арыштан да тарттырылғанын бешерәләр. Бында тәүлегенә биш мең дана ҡалас, шулай уҡ 30-ҙан артыҡ башҡа төр ҡамыр ризыҡтары етештерелә.

Улар Красноусолдың 15-тән ашыу сауҙа урынында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы кибеттәрендә һа­ты­ла.Теләүселәргә заказ буйынса һәр төрлө эслек менән бәлеш, сәксәк, торттар ҙа бешерәләр. Уҙған йылдың декабрь аҙағында ғына эш башлаһалар ҙа, икмәктәре халыҡ араһында ҙур ихтыяж менән файҙалана.
Әсҡәт Фәйзуллин икмәк бешереү өлкәһендә яңы кеше түгел – бынан бер нисә йыл элек үҙ эшен ҡал­дырғанға тиклем 12 йыл ошоноң менән шөғөл­ләнгән. Ҙур тәжрибә туплаған, икмәк бешереүҙең бар нескәлектәрен ентекле өйрәнгән эшҡыуар: “Бөтә серебеҙ шунда: беҙ икмәкте боронғоса, өлә­сәй­ҙәр рецебы буйынса – ҡомалаҡтан яһалған әсет­кенән, икмәк бешереү технологияһынан ситкә тайпылмайынса, теүәл үтәп бешерәбеҙ. Шуға ла ул тәмле, мамыҡтай йомшаҡ булып күпереп тора, бо­ҙолмайынса оҙаҡ һаҡлана, һаулыҡ өсөн дә фай­ҙаһы ҙур”, — тине цех менән таныштырғанда. Әйт­кәндәй, бында 12 кешегә эш урыны булдырыл­ған. Икмәкхананың технологы Рәйсә Егоровна цех­тағы ҡорамалдар, бешереү технологияһы тураһын­да эҙмә-эҙлекле итеп һөйләп бирҙе. Бында бар эш тә механик юл менән башҡарыла – ондо тоҡтан бушатыу, иләү, махсус һауыттарҙа ҡамыр баҫыу, хатта сеймал һәм әҙер продукция беренсе ҡаттан икенсегә йөк лифты ярҙамында мендереп-тө­шө­рөлә. Һауыттарға һалынған ҡамыр тейешле темпе­ратуралағы шкафтарҙа ҡабартырға ҡуйыла. Икмәк һәм башҡа ҡамыр ризыҡтары компьютер програм­маһы ярҙамында ассортименттың һәр тө­рө­нә айырым көйләнә торған ике мейестә беше­релә.
— Икмәгебеҙ башҡа етештереүселәрҙекенән айы­рылып торһон өсөн юғары сортлы ондан беше­релгән аҡ икмәккә “Ф” хәрефе яҙылған һауыт формалары эшләтеп алдыҡ. Алдағы көндәрҙә етеште­реү мөмкинлеген тағы ла киңәйтеү, кондитер цехы асыу, Красноусолда үҙ кибетебеҙҙе булдырыу уйы менән янып йәшәйбеҙ. Халыҡтың сифатлы, тәбиғи сеймалдан бешерелгән икмәккә ихтыяжын ҡәнәғәт­ләндереү өсөн башҡараһы эштәребеҙ күп әле, – тине Әсҡәт Хөснулла улы беҙҙең менән хушлаш­ҡанда.
Һәр йорттоң табын йәменә әүерелгән тәмле “Фәй­зуллин” икмәгенә ихтыяжы бар икән, тимәк, ки­лә­сәк­тә лә йүнселдең матур ғәмәленең уң булыуына шик юҡ.

Ғафури районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 331

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 291

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503