Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Торлаҡ йортто законһыҙ ҡуртымға бирһәң...
Йорттарын ҡуртымға биргән кешеләр араһында күбеһе эшҡыуар түгел. Улар ҡуртымдан алған аҡсаға өҫтәмә килем тип кенә ҡарай, шуға күрә үҙҙәренә мәшәҡәт өҫтәмәйем тип, һалым декларацияһын тултырмайҙар һәм һалым да түләмәйҙәр.Тик шуныһы мөһим — торлаҡты һәм башҡа биналарҙы ҡуртымға биргән осраҡта ошо шартты иҫтә тотоу фарыз: алынған килемдән физик шәхестәр һалым түләргә тейеш. Торлаҡ йортто йә бинаны ҡуртымға биреүҙән килем алған физик шәхестәр табыш алыуҙың икенсе йылына, 30 апрелдән дә һуңға ҡалмайынса, йәшәгән урыны буйынса һалым инспекцияһына 3-НДФЛ формаһы буйынса декларация тултырып тапшырырға тейеш.


Декларацияла иҫәпләнгән һалымды 15 июлдән һуңға ҡалмайынса түләргә кәрәк. Һалым түләүҙән ҡасыу Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтен боҙоу тип һанала һәм ғәйепле шәхескә санкциялар һалына. Бер нисә йыл элек был санкциялар торлаҡ йортто законһыҙ ҡуртымға биргән кешеләргә ҡарата бик һирәк ҡулланыла торғайны. Бөгөнгө көндә торлаҡ йорттарҙы, биналарҙы ҡуртымға биргән шәхестәр Башҡортостан Республикаһы Һалым инспекцияларының ныҡлы күҙәтеүенә алынды. Республика һалым хеҙмәткәрҙәренә торлаҡты һәм башҡа биналарҙы ҡуртымға биреүҙән килем алыусы һәм һалым түләмәүсе физик шәхестәрҙе асыҡлауҙа ведомство-ара мәғлү­мәт алмашыу, урындағы үҙидара, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар, полиция һәм миграция хеҙмәте органдары менән хеҙмәттәшлек итеү ярҙамға килә. Шулай уҡ республика граждандары ла торлаҡ йортто законһыҙ ҡуртымға биреү факттары тураһында мәғлүмәт бирә ала. Һәр сигнал анализлана һәм тикшереү өсөн полиция органдарына йүнәлтелә.
Һуңғы осорҙа ғына ошондай 75 мәғлүмәт тикшерелеп, 57 граждандың бинаны йә торлаҡты ҡуртымға биреп һалым түләмәүе асыҡланды. Шуларҙан 31 кеше 244,3 мең һум күләмендә бюджетҡа һалым түләүгә декларация тапшырҙы.
Тулайым алғанда, ике йыл эсендә Өфө ҡалаһында торлаҡты законһыҙ ҡуртымға биреү тураһында килгән 5682 фактты тикшереп, полиция органдары 552 осраҡты дөрөҫ тип иҫбатланы. Тикшереү һөҙөмтәһендә 466 кеше ҡуртымға биреүҙән алған килемен декларацияланы һәм 5153,8 мең һум кимәлендә һалым түләне.
Һалым органдары билдәләүенсә, бындай осраҡтар торлаҡтарын ҡуртымға биргәндән декларациялаған килемдәрҙең дөйөм суммаһының 20 процентын тәшкил итә. Шуныһы ҡыҙыҡ, торлаҡты ҡуртымға биреү­селәрҙең күпселеге үҙҙәренең бошмаҫ­лығы эҙемтәһен аңлап етмәй. Шуны белеү мөһим, һалым түләмәгән өсөн һалым һәм енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған.
Бинаны законһыҙ ҡуртымға биреү асыҡ­ланған осраҡта хужаға һалым буйынса бурыс һәм пеня менән бергә байтаҡ штрафтар ҙа түләргә тура килә. Айырым алғанда, һалым түләмәгән осраҡта РФ Һалым кодексының 122-се статьяһына ярашлы, һалым бурысының 40 процентына тиклем штраф һалыу ҡаралған. Ә декларация тапшырмағанда – бурыс суммаһының 30 процентына тиклем һәм 1000 һумдан дә кәм булмаған (РФ Һалым кодексының 119-сы статьяһы) штраф ҡаралған.
Шулай итеп, торлаҡты ҡуртымға биреү хаҡтарын иҫәпкә алып, бөгөн торлаҡты ҡуртымға биреүсе хоҡуҡ һаҡлау органдарының иғтибар үҙәгенә эләгәсәк һәм енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Физик шәхестең ҙур күләмдә (3 йыл буйы 600 мең һумдан ашыу) йә айырыуса ҙур күләмдә (3 йыл буйы 3 миллион һумдан ашыу) һалым түләмәүе асыҡланған осраҡта (РФ Енәйәт кодексының 198, 199-сы статьялары) ошондай енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған: штраф – 500 мең һумға тиклем, мәжбүри эштәр – өс йылға тиклем, арест – алты айға тиклем, иректән мәхрүм итеү – өс йылға тиклем.

Рәсәй Федераль Һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса
идаралығы матбуғат хеҙмәте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 327

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 385

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 267

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 340

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 289

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 360

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 363

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 334

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 324

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 264

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500