Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кредит картаһы бармы?
Кредит картаһы бармы?Бер үк уйлап ҡуймағыҙ, былар кредит картаһын тарата тип. Уны хәҙер теләгән һәр кемгә бирәләр. Ҡайһы саҡта көсләп тә тотторалар. Тәҡдим иткәстәр алабыҙ инде, файҙаһы тейеүе бар тип, уның кәрәкмәүенә ҡарамайынса кеҫәгә һалып ҡуябыҙ. Әммә “кәрәге тейер” тигән ниәт менән алған картаның зыяны тейер тип уйлап та бирмәйбеҙ.


Һәр бишенсе Рәсәй кешеһе иң кәмендә бер кредит картаһына эйә. Ил буйынса был һан 21 процентҡа тиң. Шуларҙың 79 проценты уны ваҡыт-ваҡыт файҙаланып тора. 2013 йылдан халыҡ бының менән ныҡ мауыҡһа, һуңғы ике йылда граждандар бындай аҙымдан бер аҙ тыйылған.
Карта нимәһе менән хәүефле? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер кешеләр үҙ мөмкинлеген тейешенсә баһалап етмәй. Халыҡтың 26 проценты ғына бурысты ҡайтармау енәйәт икәнен аңлай. Шул уҡ ваҡытта 38 процент кредитты бер аҙ тотҡарлау ҡурҡыныс түгел тип иҫәпләй, ә 48 процент иһә түләүҙе талап итеп килгән хаттарҙы алып, ризаһыҙлыҡ белдерә. Карта хужаларының 45 проценты уны үҙ теләге менән алған. Уның менән файҙаланмаһалар ҙа, 36 процент – кәрәк булыр, ә 29 процент ҙур әйбер алғанда файҙаһы тейер, тигән уй менән эш иткән.
Бер яҡтан ҡарағанда, халыҡта кредит картаһының күп булыуы ыңғай күренеш, иҡтисад үҫешенә лә яҡшы тәьҫир итә – ҡулланыусылар ихтыяжын арттыра. Әммә тотона белмәһәң, карта ҡурҡыныс ҡоралға әйләнә. Беренсенән, әле халыҡтың финанс белеме һәм менталитеты етерлек үҫешмәгән. Икенсенән, күпселектең килеме түбән, шулай ҙа самаһыҙ тотона, йәғни юрғанына ҡарап аяҡ һуҙмай.
Милли банктың Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһенән белдереүҙәренсә, иҫәп һәм кредит картаһы биреү буйынса төбәк Рәсәй буйынса етенсе урында тора. Тәүге урында Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалалары, Мәскәү өлкәһе, Краснодар крайы, Свердловск һәм Төмән өлкәләре, Татарстан Республикаһы.
Былтыр республикала 6,601 миллиондан ашыу банк картаһы бирелгән. Был һәр гражданға 1,62 берәмек тура килеүен күрһәтә. Ә дөйөм алғанда, төбәктә биш меңдән ашыу банкомат, 48,4 мең самаһы электрон терминал эшләй. Үткән йылдың туғыҙ айында банк карталарын файҙаланып, 172 051, 6 миллион һум аҡса тотонғандар йәки тауар, төрлө хеҙмәттәр өсөн иҫәпләшкәндәр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 320

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 380

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 335

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 286

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 358

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 259

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 494