Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхетте һәр кем үҙе булдыра
Бәхетте һәр кем үҙе булдыраҮтәгән ауылында йәшәгән Сабит Батыровты районда күптәр белә. Ул оҙаҡ йылдар Ҡырмыҫҡалылағы һөнәрселек училищеһында (хәҙер Ауырғазы колледжының филиалы) уҡытыусы булып эшләй. Ошо ваҡыт эсендә районға тос өлөш индереп, күпме ауыл хужалығы белгестәре әҙерләгән ул.


Фамилияһы ла үҙенә тартып тора. Ҡыҙыҡһыныуҙан ошо турала әңгәмәсемдән һорап та ҡуйҙым хатта. Баҡтиһәң, ул бөтә республикаға билдәле алдынғы сөгөлдөрсө, Социалистик Хеҙмәт Геройы Банат Батырованың ейәне икән. Эйе, тырышлыҡ, намыҫ тәрбиәнән һәм ҡандан да килә шул. Бала саҡтан өләсәһе һәм атаһы Спартак Сәйетғәле улы уға хеҙмәт тәрбиәһе бирә, һәр ваҡыт кешелек сифаттарын һаҡлап йәшәргә өйрәтә. Ҡәҙерле кешеләре тураһында йылы хистәр һәм яҡты иҫтәлектәр һаҡлай ул.
– Өләсәйемә эйәреп йөрөргә ярата торғайным. Уның етеҙлеге, уңғанлығы һәм тәрән аҡылы әле булһа йөрәк түрендә. Мәрхүмкәй бигерәк тә бала йәнле кеше ине, ваҡ-төйәк эш, мәшәҡәттәр булһа ла, беҙгә иғтибарҙы күп бүлде. Атайым бала саҡта бер аяғы имгәнеп, ғәрип булып ҡалһа ла, колхозда бар эштәрҙе лә башҡарҙы. Етәкселек итеү һәләте булыуы арҡаһында оҙаҡ йылдар бригадир вазифаһында хеҙмәт итте. Матур йәшәне, уңған ине, үҙе үлгәндән һуң да әллә нисә йылға етерлек бер әрҙәнә утыны ҡалды уның. Бына шундай кешеләр ине атайым һәм бөтә республикаға билдәле өләсәйем. Ә инде өләсәйемә килгәндә, бер ваҡытта ла уның өсөн маҡтанып, күкрәп киреп йөрөмәнем, ә шулай ҙа эстән ғорурландым. Яҡын кешеләремдең йөҙөнә тап төшөргө килмәне генә түгел, ул холоҡ-фиғел тәрбиәнән дә киләлер, тип уйлайым, – тип һөйләне ул.
Сабит Спартак улы тәүҙә водителдәр курсын тамамлап, колхозда шофер булып эшләй. Артабан белем алырға ынтылған егет армиянан һуң Бәләбәй ауыл хужалығы техникумын тамамлай. Шунан автомеханик, гараж мөдире, техника хәүефһеҙлеге буйынса инженер, профком рәйесе, баш инженер булып миллионер “Урал” колхозында хеҙмәт итә. Хужалыҡ тарҡалғас, 2000 йылдан уҙған йылдың йәй айына тиклем алда әйткән уҡыу йортонда мастер-уҡытыусы була. “Балаларға өйрәнгәс, уларҙан айырылып булмай. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, эшләргә тура килде. Өс ай ял иткәндән һуң, “Экспресс” уҡыу комбинатына инструктор-уҡытыусы итеп саҡырылғас, ризалыҡ бирҙем”, – ти ул. Эшләгән һәр коллективында фиҙакәр хеҙмәте, алсаҡлығы, кешеләр менән уртаҡ тел таба белеүе арҡаһында абруй ҡаҙана Сабит Спартак улы. Кешене эшенә, ҡылыҡтарына һәм рухи донъяһына ҡарап баһалайҙар шул.
Ауылында ла Сабит Батыров хөрмәтле кеше, ә өйөндә иһә – яҡшы йорт хужаһы, өлгөлө ғаилә башлығы, һөйөклө ир, атай һәм олатай. Ҡатыны Флүрә Мәғәфүр ҡыҙы менән йәшләй генә тормош ҡороп, өс балаға ғүмер бирәләр. Ауылдаштарын һоҡландырып, туғандарын шатландырып, татыу, матур йәшәй Батыровтар. Икеһе лә бер-береһен йылы һүҙҙәр менән генә телгә ала. Ир кеше мал таба, ғаиләне муллыҡта йәшәтә, ә ҡатын иренә ярҙамсы һәм терәк булып, сабырлыҡ, түҙемлек менән ғаилә усағын һаҡлай. “Көндәр буйы, ә ураҡ ваҡытында төндәрен дә эштә булған саҡтарҙа ҡатыным аңлай белде, бер ваҡытта ла ҡырын ҡараманы”, – тип тормош юлдашы тураһында ихлас итеп һөйләне ағай. Йорт эсендәге тәртип, бөхтәлек тә бында булдыҡлы хужабикә йәшәүе хаҡында асыҡ һөйләй. Флүрә апайҙың бешергән ризыҡтарының телеңде йоторлоҡ булыуы тураһында ла ире ғорурлыҡ менән телгә алды.
Сабит ағай – йыр-моң яратҡан талантлы кеше. Гармунын алып, йырлап ебәрһә, тирә-яҡ моңға тула. Элегерәк сәхнәләрҙә сығыш яһай, ғөмүмән, бәләкәй генә мәжлесте лә байрамға әйләндерергә ярата ул. Эйе, бар яҡлап та килгән Сабит Спартак улы. Уның күңеленә оҡшаған шөғөлө лә бар – балыҡ тоторға бик ярата икән. Балыҡсылыҡҡа бәйле төрлө ҡыҙыҡ, мәрәкә хәлдәрҙе лә һөйләп, көлдөрөп алды ул.
Ә илһөйәрлек хаҡында ни әйтһәң дә, аҙ булыр кеүек. Сабит ағай – тыуған еренә йәне-тәне менән береккән кеше. Күп арҙаҡлы шәхестәрҙе биргән тыуған төйәген ныҡ ярата ул. Ауылҡайының яҙмышы, уның проблемалары ла – эшһеҙлек, йәштәрҙең донъя ҡорорға ашыҡмауҙары, эскелеккә бирелеүҙәре, уның арҡаһында яҡты донъя менән хушлашыуҙары борсой. Был турала ул йәштәр менән һөйләшеп, уларҙы уп­ҡындан алып ҡалырға тырыша, парлы тормошта айыҡлыҡ менән балалар шатлығына ҡыуанып йәшәүҙәрҙең рәхәтлеге тураһында аңлата.
Тормошҡа мөкиббән ғашиҡ, дәрт-дарманы ташып торған, уйҙары, донъяға ҡарашы тик изгелектә булған ағайға һәм уның тормош юлдашы Флүрә апайға ҡарап һоҡланып та туймаҫлыҡ. Артабан да Батыровтар кешеләргә өлгө һәм рухи остаз булып, яҡташтарҙы ҡыуандырып йәшәһен.

Ҡырмыҫҡалы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 319

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 335

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 285

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 258

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 491