Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Банкта ла, мендәр аҫтында ла аҡса арта
Илдең Үҙәк банкы 2017 йылғы һөҙөмтәләрҙе барланы. Унан күренеүенсә, халыҡтың банктағы аҡсаһы тәү тапҡыр 25 триллион һумдан артҡан.

Күренеүенсә, яңы рекордҡа һаҡлыҡҡа һалынған аҡсаларға өҫтәмәләрҙең аҫҡа тәгәрәй барыуы ла кәртә була алмаған. Ни генә тимә, былтыр банк системаһы буйынса уртаса ставка 8,8 проценттан 7,4-кә тиклем төштө. Сит ил валюталарында аҡса бөтөнләй юҡ тиерлек.
2013 йылдан бирле илдә – 358, былтыр иһә 47 банк ябылған. 2018 йылдың 1 ғинуарына Рәсәйҙә ни бары 567 банк ҡалған.
Һаҡлыҡтағы аҡса артыуына халыҡтың ысын килеменең кәмеүе лә булышлыҡ итмәгән. Тағы бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәт: мендәр аҫтындағы аҡса ла кинәт күтәрелгән. 2017 йылда ҡулдағы аҡса 2,7 тапҡырға артып, 375 миллиард һумға еткән.

Шәкәр етә

БДБ илдәре һуңғы өс йылда шәкәр етештереүҙе 30 процентҡа тиерлек арттырған. Былтыр уңыш бөтәһе 9,4 миллион тоннаға еткән.

Рәсәйҙә 6,6 миллион тонна татлы аҙыҡ ҡаптарға тултырылған. Шулай итеп, БДБ илдәренә ҡамыш шәкәре ташыу 40 процентҡа тиерлек кәмене. Ә аҡ шәкәрҙе экспортҡа оҙатыу 2016 – 2017 йылда 800 мең тоннанан 1,5 миллион тоннаға артҡан.
Һөҙөмтәлә БДБ илдәре үҙен тулыһынса шәкәр менән тәьмин итә.

Сит илдәр беҙгә
ҡул һона


Рәсәй 2017 йылда сит илгә 111,2 мең тонна ҡош ите һатҡан. Был күрһәткес 2016 йылдан 1,5 тапҡырға күп.

Мәғлүм булыуынса, һуңғы йылдарҙа илдә сусҡа ите етештереү ҙә йылдам темп менән алға бара. Хәҙер ул үҙебеҙҙән артып, сит илдәргә таратырға ла етә. Былтыр ике тапҡырға күбәйтеп, 19,7 мең тонна ит һатылған. Һыйыр ите күләме 1,7 мәртәбәгә үҫеп, барлығы 1,4 мең тонна ситкә йүнәлтелгән. Беҙҙең продукцияны башлыса Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Украина, Вьетнам һатып ала.

Күмертау вертолеты Балтика флотына төштө

Балтика флоты яңыртылған тәүге “Ка-27М” вертолетын алды. Ошо көндәрҙә йәнә икенсеһен көтәләр. Ошонан һуң палубаға төшөп ултыра алған машиналарҙы һынау осоштары башланасаҡ.

Шуныһы үҙенсәлекле: вертолеттар Күмертау авиация предприятиеһында йыйылған. Бынан тыш, заводта Тымыҡ океан һәм Төньяҡ флоттар өсөн дә бер нисә машина әҙерләнгән. Күп функциялы, төрлө өлгөләге вертолеттар Рәсәйҙең диңгеҙ авиацияһындағы вертолет подразделениеларындағы файҙаланған техникаға нигеҙләнеп эшләнгән. Улар диңгеҙҙә күктән разведка эшләү, һәләкәткә осраған һыу аҫты кәмәләрен эҙләп табыу һәм башҡа хәрби маҡсатта файҙаланыла.

Ғәрәптәргә беҙҙең шоколад килеште

2017 йыл Рәсәй шоколадын Фарсы ҡултығындағы илдәргә күпләп оҙатыу йәһәтенән тарихта ҡалыр, моғайын.

Сәғүд Ғәрәбстаны, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Ираҡ һәм Фарсы ҡултығындағы башҡа дәүләттәр ни бары 10 айҙа 12,8 мең тонна шоколад продукцияһы һатып алған. Был 2016 йылдың ошо ваҡыттағы күрһәткесенән 4,5 тапҡырға күберәк. 2016 йылда бай ғәрәп илдәренә Рәсәй шоколады экспортының 2,5 процент өлөшө тура килһә, былтыр 9,3 процентҡа үҫкән.
Бынан тыш, беҙҙең тәмлекәстәрҙе Израиль, Иордания, Ливан, Төркиә лә ихлас ҡуллана. Әйткәндәй, Рәсәй шәкәрен экспортҡа оҙатыу географияһы ла киңәйә. Хәҙер ул башлыса БДБ илдәренә, Мысырға, Сербияға, Монголияға һатыла. 2020 йылға беҙҙең ил Ҡытай, Япония, Алжир, Марокко һәм Филиппин менән килешеү төҙөүҙе күҙаллай. Бөгөн шәкәр сәнәғәте – экспортҡа ебәреүгә йүнәлеш алыуға үҫешкән сәнәғәт тармаҡтарының береһе.

Кемгә икмәк кәрәк?

Булдыра алабыҙ бит! Ҡулыбыҙҙан килә. Икмәк хаҡында әйтеүем. Рәсәй киләһе йылдарҙа ла иген етештереүҙе өлгәшелгән күләмдә һаҡлап ҡалырға ниәтләй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: быйыл 130 миллион тонна самаһы ашлыҡ йыйып алынды.

“Рәсәй интервенция фондында хәҙер дөйөм хаҡы 36 миллиард һум тирәһе тәшкил иткән дүрт миллион тонна самаһы иген бар”, – тип хәбәр итә “Берләшкән иген компанияһы”ның директоры Дмитрий Юрьев. Запас 35 төбәктең 203 предприятиеһында һаҡлана. Һаҡлауҙың хаҡы аҙ түгел – йыл һайын туғыҙ миллиард һум тирәһе.
Әлбиттә, был еңел эш түгел, сөнки ашлыҡ насар һаҡланһа, илдә юғалтыу бер нисә миллиард тоннаға етеүе ихтимал.
Бындай хәүефтән артыҡ продукцияны экспортҡа күпләп оҙатыу форсаты ҡотҡарасаҡ. Тап шуға ла Рәсәй продукцияһын алырға теләүселәрҙең артыуы ҡыуандыра.
Федераль таможня хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, былтыр декабрь урталарына илдән 25,6 миллион тонна самаһы иген оҙатылған. Был алдағы йыл ошо миҙгелдән 34,5 процентҡа күберәк. Бойҙай күләме – 34, арпа 1,8 тапҡырға үҫкән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 247

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 302

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090