Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙебеҙҙең тауарҙарҙы етештерәйек
Үҙебеҙҙең тауарҙарҙы етештерәйек24 ғинуарҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин эш сәфәре менән Өфөгә килде. Аэропортта уны республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды.
Тәүҙә Президент “Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы” акционерҙар йәмғиәтенә ҡараған “Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” йәмғиәтендәге импортты алыштырыу проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында техник яҡтан яңынан йыһазландырылған 185-се производство-техник үҙәк һәм унда етештерелгән продукция менән танышты, эшселәр менән осрашты.



– Граждандарға тәғәйенләнгән тауар етештереүҙе арттырыу өсөн һеҙҙәге кеүек производстволарҙы диверсификациялау бурысы нисек хәл ителеүен анализларға теләйбеҙ. Был эш ҙур темп менән бара. Оборона заказдары кәмегәс, бөтә ҡеүәттә эшләүҙе дауам итергә кәрәк, – тине Президент.
Владимир Владимирович менән аралашҡанда заводсылар хәрби-сәнәғәт комплексы үҫешенә, эшсе һөнәренең абруйын арттырыуға һәм социаль ярҙамды үҫтереүгә ҡағылышлы һорауҙар бирҙе.
Президент Башҡортостанда ипотека проценты илдәгегә ҡарағанда түбән булыуын белдерҙе. Шулай уҡ төбәк Башлығының йәш ғаиләләргә беренсе бала тыуғандан һуң торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн күргән сараһын – 300 мең һум күләмендәге түләүҙе юғары баһаланы.
“Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” йәмғиәте импортты алыштырыу һәм халыҡ ҡулланышына тәғәйенләнгән тауар етештереү маҡсатында ҙур проекттар өҫтөндә эшләй.
Әле бында АЛ-31 Ф сериялы авиация двигателе база­һында газ һур­ҙырыу станциялары өсөн АЛ-31 СТ газ турбинаһы күсергестәре уйлап тапҡандар. Ул “Газпром” предприя­тиеһының алты ярҙамсыл йәмғиәтендә файҙаланыла. АЛ-31 СТ модернизациялау һөҙөм­тәһендә ирешелгән кимәл атмосфераға зыянлы матдәләрҙе сыға­рыуҙы кәметеүгә, экологик йәһәттән таҙалыҡты күтәреү һәм күсереүҙең энергетик һөҙөмтәлелеген үҫтереүгә йүнәлтелгән программаны бойомға ашырыу мөмкинлеген тыуҙыра.
Бында бишенсе быуын граждандар авиацияһы двигателе – ПД-14 өсөн деталь һәм йыйыу берәмектәрен үҙләштереү буйынса әүҙем эш алып барыла. Ошо программа сиктәрендә, предприятиела иң яңы, заманса ҡорамалдар урынлаштырыла, яңы технологиялар үҙләштерелә.
“Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” йәмғиәте быға тиклем Украинанан килтерелгән вертолет двигателдәре импортын алыштырыу маҡсатында, “Ми” һәм “Ка” вертолеттары өсөн тәғәйенләнгән двига­телдәрҙең узелдарын етештереү программаһында ҡатнаша.
Йәмғиәт иң яңы һәм перспективалы технологиялар әҙерләү һәм произ­водствоға индереү буйынса әүҙем эшләй.
* * *
Владимир Путин хәрби-сәнәғәт комплексы ойошмаларында граждандарға тәғәйенләгән юғары технологиялы тауарҙар етештереүҙе яйға һалыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
– Әле цехтарҙа булып, бында етештереү нисек ойошторолғанын, ниндәй яңы ҡорамалдар килгәнен, нисек кешеләр эшләгәнен ҡараным. Ысынын ғына әйткәндә, һеҙ ҙә минең менән килешерһегеҙ, уларҙың бөтәһен дә үҙебеҙ эшләгәнгә, ошондай кимәлдәге производствоны ойошторғаныбыҙға ҡайһы саҡта хатта ышанып та булмай. Улар киләсәктә буш тормаҫҡа тейеш, оборона заказдары күләме кәмеүе кисектергеһеҙ, шуға ла уның төп өлөшө тамамланыуға халыҡ ҡулланы­шындағы тауарҙарҙы етештереүгә күсергә ынтылырға тейешбеҙ, – тине Президент.
Кәңәшмәлә хәрби-сәнәғәт комплекстарында халыҡ ҡулланышындағы сығарылған тауарҙарҙың күләмен 2025 йылға – 30 процентҡа, 2031 йылға 50 процентҡа тиклем арттырыу стратегик бурыстарҙың береһе булыуы тура­һында һүҙ барҙы. Был предприя­тиеларға электроэнергетиканы модернизациялау, һанлы иҡтисадты үҫтереү, медицина учреждениеларын йыһаз­ландырыу, биләмәләрҙе экологик һауыҡтырыу, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм утилләштереү индустрияһы кеүек мөһим бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашыу маҡсаты ҡуйылды.
* * *
Кәңәшмәнән һуң Владимир Путин Рөстәм Хәмитов менән осрашып, төбәктең социаль-иҡтисади хәле менән танышты. Төбәк Башлығы “май указдары” үтәлеше барышы, эш хаҡы, республикала иғлан ителгән Ғаилә йылында балалы ғаиләләргә ярҙам саралары тураһында һөйләне. Шулай уҡ нефть химияһы комплексы үҫеше мәсьәләләре тикшерелде.
Ошо көндә Рәсәй Президенты Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин менән осрашты. Был сарала Волга буйы федераль округының тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
Владимир Путин республикала мәсеттәр артыуын, ислам өлкәһендә белгестәр әҙерләү буйынса алып барылған эште ыңғай баһаланы.
Президент илдәге иң оло мәсеттәрҙең береһе – Өфө Йәмиғ мәсетендә булды һәм уның тарихы менән танышты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 320

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487