Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Оҫтаға ихтыяж ҙур
Теләһә ниндәй алға киткән илдең иҡтисади ҡеүәтен предприятиелар һәм эшселәр һаны йәки ер аҫтындағы тәбиғи байлыҡ күләме түгел, хеҙмәт етештереүсәнлеге хәл итә. Ошо йүнәлештә алға китеш бармы?


Элегерәк һәр предприятиеға ҙур план бирә торғайнылар, сөнки предприятиелар дәүләт­теке һәм уларға Дәүләт планлаштырыу комитеты идара итә. Йыл һайын план ҙурая бара. Уны үтәү өсөн коллектив хеҙмәт етештереү­сәнлеген күтәреү юлдарын эҙләргә мәжбүр. Дөрөҫ, план артынан ҡыуып, сифатҡа зыян килгән осраҡтар ҙа булды. Беҙҙең продукция сит илдең тышынан уҡ ялтырап һәм һатып алыусыны ылыҡтырып торған тауары менән ярыша алмай ине. Ни өсөн уларҙыҡы күркә­мерәк тә, сифатлыраҡ та һуң?
Был хәлдең сәбәбе билдәле: күләм яғынан бөтә ихтыяжды ҡәнәғәтлән­дерерлек хәлгә еткәс, Көнбайыш сәнәғәте үҙ продукцияһын һатыу проблемаһына барып юлыға. Тимәк, кемдең тауары сифатлыраҡ, шуныҡын ғына аласаҡтар. Икенсе төрлө әйткәндә, ҡайһы фирма күберәк, яҡшыраҡ эшләй, шул ғына ҙур табышҡа өмөт итә ала. Хеҙмәт етеште­реүсәнлеге – берәмек ваҡыт эсендә (әйтәйек, бер сәғәттә) етештерелгән продукция. Ул артҡан һайын тауарҙың үҙҡиммәте лә түбәнәйә (башҡа шарттар үҙгәрешһеҙ ҡалғанда). Сит илдәрҙәге предприятиеларҙың үҙе эшләп сығарған әйбергә хаҡты төшөрә, беҙҙең тауарҙарҙы конкуренцияла еңел генә еңә алыуы ла уларҙа хеҙмәт етештереүсәнлегенең юғары булыуы менән аңлатыла.
Ни өсөн ул беҙҙә тиҫтәләрсә йыл буйы бик аҡрын үҫте һуң? Төп сәбәп – эштең һуңғы һөҙөмтәһе менән ҡыҙыҡһыныу булмауы. Яманаты сыҡҡан “тигеҙләү” күренеше бындай стимулдың эҙен дә ҡалдырманы. Предприятиелар етәкселеге лә ҙур табыш алыуға ынтылып торманы – бөтә килемде барыбер министрлыҡ үҙенә аласаҡ. Эш урындарын заманса яңыртыуға, етештереүсәнлерәк ҡора­мал­дар ҡуйыуға аҡсаны ла үҙәк кенә бирә.
Республиканың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухиндың былтырғы йыл аҙағындағы сығышынан күре­неүенсә, быйыл Баш­ҡортостанда хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу бурысы ҡуйыла. Бының өсөн төп шарт – юғары етештереүсәнле эш урыны асыу йәки булғандарын заманса шарттарға ярашлы үҙгәртеү. Шундай ҙур күрһәткескә өлгәшеү министрлыҡтар яғынан ғына түгел, эш биреүселәр тарафынан да үҙ-ара килешелгән ҙур тырышлыҡ талап итәсәк.
Эйе, был осраҡта заводтар етәк­селегенең ҡыҙыҡһыныусанлығы ла кәрәк. Ә бит ундай миҫалдар беҙҙә бар. Өфө агрегат етештереү берекмәһенең һуңғы йылдарҙа дәүләт програм­маһы ярҙамы менән ҡорамалдарын һәм технологияларын заманса яңыртыуы продукция­ның сифатына ғына түгел, ә етештереү­сән­леккә лә ыңғай йоғонто яһаны. Элек оборона сәнәғәтенә ҡараған бындай заводтарҙа эшселәрҙең оҫталыҡ кимәле башҡа тармаҡтар менән сағыштырғанда юғарыраҡ булды, сөнки ил именлеге өсөн яһалған техник әйберҙәр сифатһыҙ була алмай ине. Уларҙа оҫталыҡты камиллаштырыу өсөн дәүләт аҡса­һын йәллә­мәне, эш хаҡын юғарыраҡ ҡуйҙы. Ә бына хеҙмәт етештереүсәнлегенә килгәндә, хәл башҡасараҡ: оборона заказын үтәү зарурлығы хәрби ихтыяждан тыш булған – кибеттәргә сығарырлыҡ халыҡ ҡулланыуы тауарҙарын күберәк эшләп сығарыу маҡсатын ҡуймай ине. Ә Рәсәйҙәге оборона продук­ция­һының сифаты бөтә донъяға билдәле. Тик был төр тауарға ҡарата хеҙмәт етештереүсәнлеге төшөнсәһен ҡулланыу бигүк дөрөҫ булып бөтмәҫ, сөнки ракеталарҙы йәки хәрби самолеттарҙы күберәк эшләп сығарыу маҡсаты ҡуйылмай бит, уларҙың һанын дәүләт заказы ғына билдәләй.
Ҡорамалдарҙы яңыртыу һәм эш урындарын камилыраҡ итеү хеҙмәт етештереүсәнлеген арттыра икәнен иҫбатлап күрһәткән предприятиелар араһында “НефАЗ”, “Буринтех” һәм башҡа коллективтар ҙа бар. Өфөләге “Уралтехнострой” корпорацияһы эш урындарын ҡулайлаштырыу, файҙаһыҙ сығымдарҙы кәметеү иҫәбенә хеҙмәт етештереүсәнлеген байтаҡҡа күтәреүгә өлгәште. Һөҙөмтәлә был коллективта эшселәрҙең хеҙмәт хаҡы ла артты, башҡа предприятиеларға күсеп китеүселәр һаны ике тапҡырға тиерлек кәмене. Тимәк, хатта хәҙерге ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа ла был йәһәттән ыңғай үҙгәрешкә ирешеүселәр бар.
Етештереүсәнлектең артыуы, тәбиғи, эшсенең оҫталығына, яңыртылып тор­ған ҡора­малды тиҙ арала үҙләштереү һәләтенә бәйле. Шуға күрә һуңғы йылдарҙа “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” конкурсын да иҫкә төшөрҙөләр, һәм ул бер нисә тапҡыр үткәрелде лә инде. Министр Алексей Карпухин белде­реүенсә, артабан бындай сараны даими уҙғарып торорға уйлайҙар.
Бындай конкурстар һуңғы бер-ике тиҫтә йыл эсендә онотолғайны. Үҙ һөнәре буйынса оҫта булып танылыуы, йәнәһе, һәр кемдең шәхси эше: аҡсалата килемде күберәк алыу маҡсатын ҡуйған һөнәр эйәһе бер ниндәй конкурсһыҙ ҙа тырыша аласаҡ.
Бөгөн килеп, ҡараш үҙгәрә. Эш бит бында әхлаҡи яҡтан дәртләндереүҙең әһәмиәтендә генә түгел. Кемдең дә булһа ошо конкурста еңеп сығыуы ул хеҙмәт иткән предприятиеға реклама ла түгелме ни?
Был еңеү шундай оҫталар эшләгән фирманың продукцияһы йәки хеҙмәтләндереүе лә сифатлы булырға тейешлегенә ишаралай. Өҫтәүенә башҡа предприятиелар етәкселәре­нең дә был оҫтаға иғтибар итеүе, үҙҙәренә эшкә саҡырыуы ихтимал. Тимәк, ошо хәл ба­ҙар иҡтисады шарттарынан һис тә ситләшмәй.
“Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсы ла шундай уҡ маҡсатҡа йүнәлтелгән: еңеүсе – тимәк, сифатлы тауар етештереүсе һәм уның был продукцияһына бөтә ил күләмендә бушлай реклама яһала. Яҡын киләсәктә дәүләт ҡатнашлығы ла булған сәнәғәт предприятиелары өсөн эш урындарын заманса яңыртыуҙы, һәр берәмек эш урынына ҡарата сығымдарҙы кәметеүҙе дәртләндереү буйынса саралар күреләсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 311

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 377

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 330

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 282

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 356

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 355

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 330

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 317

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 255

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 484