Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәләбәйҙәр Яңы йылды йылы йорттарҙа ҡаршыланы
Бәләбәйҙәр Яңы йылды йылы йорттарҙа ҡаршыланыБәләбәй ҡалаһында күп фатирлы йорттарҙы ҡышҡы айҙарҙа йылы тотоу, кешеләрҙе эҫе һыу менән тәьмин итеү, уңайлы көнкүреш шарттары тыуҙырыу өсөн тырышлыҡ һала “Теплоэнерго” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре. Шуға ла бер ваҡытта ла йылылыҡ һәм эҫе һыу биреүҙә өҙөклөктәргә юл ҡуйылмай.

Сергей Лущиц – ғаилә династияһы йылъяҙмаһына лайыҡлы өлөш индергән шәхестәрҙең береһе. Сергей Анатольевич, 1998 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлағандан һуң, яҙмышын ошо предприятиеға бәйләй. Ябай слесарҙан башлай ул хеҙмәт юлын. Тармаҡтың асылына төшөнә, йылылыҡ һәм эҫе һыу менән тәьмин итеүҙәге эш алымдарын өйрәнә. Заманса техноло­гияларға таянған ойошмала газ ҡаҙанлыҡтарын хеҙмәтләндереүҙе үҙ­ләштерә. Мастер, баш инженер итеп тәғәйенләнә. Юғары ойоштороу һәләтенә эйә белгесте предприятие етәксеһе итеп ҙур ышаныс күрһәтәләр. Атаһы Анатолий Николаевич Лушиц 22 йыл ошо ойошмала директор булып эшләгән, тармаҡтың үҫешенә күп көс һалған.
Йәмғиәт Бәләбәй ҡалаһында ғына түгел, республикала ла алдынғы булып танылған. Улар хеҙмәтләндергән йорттарҙа йәшәгәндәр хаҡлы рәүештә “йәмғиәттән уңдыҡ” тиҙәр, сөнки хеҙмәтләндереү сифаты юғары.
Предприятиеның үҫеүендә уның элекке етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре Розалия Аҡбашеваның да өлөшө ҙур. Ул ҡала халҡы өсөн социаль яҡтан әһәмиәтле предприятиены артабан да тарҡатмай, үҫешергә булышлыҡ иткән белгесте ҡуш ҡуллап эшкә өйрәтә.
– Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты хеҙмәт­ләндереү – ауыр ҙа, яуаплы ла эш. Ул ифрат ҙур көс, таһыллыҡ, сослоҡ талап итә. Ең һыҙғанып тир түккәндә генә һөҙөм­тәһе үҙеңде лә, халыҡты ла ҡыуандыра, шуға күрә беҙҙә уңғандар, тырыштар, үҙ көсөнә ышанғандар ғына эшләй, – ти директор урынбаҫары Розалия Заһит ҡыҙы, үҙенең хеҙмәттәштәре менән ғорурланып.
Розалия Аҡбашева оҙаҡ йылдар “Бәләбәйавтонормаль” заводында баш бухгалтер булып эшләй. “Башкиргаз” йәмғиәтенең “Бәләбәй” филиалында тәжрибә туплай, һуңғы ун бер йылда “Теплоэнерго” йәмғиәтенә етәкселек итә.
Йәмғиәт Бәләбәй ҡалаһындағы биш эре ҡаҙанлыҡтың эше өсөн яуаплы. Бынан тыш, Приют, Аксаков ҡасабаһында, “Аҡсарлаҡ” балалар һауыҡтырыу комплексында йәмғеһе ун бер ҡаҙанлыҡтың эшен көйләй. Предприятие йөҙ саҡрымдан ашыу йылылыҡ селтәрен хеҙмәтләндерә, ҡалалағы 521 торлаҡ йортто йылы һәм 138-ен эҫе һыу менән тәьмин итә.
Йәмғиәт Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тәҡдиме буйынса тармаҡта Рәсәйҙең ун алдынғы ойошмаһы милли реестрына индерелде. “2013 йыл предприятиеһы” исеменә лайыҡ булыуҙары ла оло абруй, фиҙакәр хеҙмәт хаҡында һөйләй.
Предприятиела тырыш эшселәр байтаҡ. Баш энергетик Ришат Заһретдинов, баш инженер Риф Хәйретдинов, участка начальнигы Владислав Болдырев, баш бухгалтер Римма Камартдиноваға таяна етәксе. Ғаилә династияһынан Әхмәҙиев­тәр, Ғилметдиновтар, Водопьяновтар, Филенко, Лущицтар тәүлектең теләһә ҡайһы мәлендә эшкә тотонорға әҙер. Диспетчер Наталья Архипова, участка мастерҙары Рөстәм Ғиниәтуллин, Евгений Яковлев, Николай Бочкаревты ла маҡтап телгә алалар бында.
Иретеп йәбештереүсе Игорь Гераси­менконың уңғанлығын әйтеп үтәйек. Ул траншеяла иң ҡатмарлы “ямауҙы” табып, ялғай ала. Автотранспорт хеҙмәтенең абруйы ла юғары. Махсус техниканы тиҙ арала йүнәтергә, ваҡытында тәьмин итергә өлгөрәләр. Әлбиттә, 2013 йылдан алып техника паркы яңыртылып тора: “ГАЗель”, УАЗ һәм экскаватор алынды. Хәҙерге ваҡытта инвестиция программаһы тормошҡа ашырыла, уның һөҙөмтәһендә сығымдар кәмейәсәк, йылылыҡ менән тәьмин итеүҙең сифаты артасаҡ. Артабан ҡаҙанлыҡтарҙан йыһаздарҙы яңыртыу, автоматлаштырыу, иҫке йылылыҡ селтәрҙәрен алмаштырыу күҙаллана.
“Теплоэнерго” хеҙмәткәрҙәре Бәләбәй халҡынан үҙҙәренең эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт һүҙҙәре генә ишетә.


Автор: Г. СӘЛИХОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 318

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 334

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 284

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 257

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 491