Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иң яҡшы орлоҡтар... институтта
Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты – республикалағы агросәнәғәт комплексын ғилми йәһәттән тәьмин итеү буйынса төп учреждение. Институт коллективы орлоҡсолоҡта һиҙелерлек уңыштарға өлгәште.

Бында ауыл хужалығы культураларының ун һигеҙ сорты сығарыла. Быйыл ужым арышы, яҙғы бойҙай һәм ҡарағат сорттары дәү­ләт һына­уына тапшырылды. Бойҙайҙың “Урал аръяғы ынйыһы” сортын ғилми-тикшеренеү институты “Ҡурғанор­лоҡ” яуап­лы­лығы сикләнгән йәмғиәте менән бер­лектә сығарған. Был культура 84 тәүлек эсендә өл­гөрә, бойҙайы ла бик эре. Һынау үткән йылдарҙа уның уртаса уңышы гектарынан 4,07 тоннаға ет­кән. Яңы сорт көрән һәм һыҙыҡ туты, онло ысыҡ кеүек ауырыуҙарға бирешмәй.
Ужым арышының “сулпан-9” сорты яҡшы сифаты, мул уңышы менән айырылып тора. Культу­раның гектарынан уртаса уңышы 4,65 тонна тәш­кил итә, ә стандарт тип иҫәпләнгән “Ҡу­наҡбаев иҫтә­легенә” сортыныҡы – 4,23 тонна. Яңы сорттың мул уңышы башаҡ­тарҙың күләмле һәм тығыҙ булыуына бәйле. Иген иһә яҡшы органолептик күр­һәткескә, көпшәклелеккә эйә, һалҡынға бирешмәй, һаҡлау өсөн ҡулай.
“Ҡара Ирәмәл” ҡарағат сорты гектарынан урта­са алғанда 1,2 тонна самаһы уңыш бирә. Был күр­һәткес стандарт рәүешендә алынған “тулайым” сортынан 0,3 тоннаға кү­берәк. Сорт һыуыҡҡа ла, ҡоролоҡҡа ла то­тороҡло. Баҡсасы­лар уны бигерәк үҙ итә.
Киләһе йылдан Селекция ҡаҙаныштары­ның дәүләт реестрына ужым тритикалеһының юғары уңдырышлы “башҡорт-3” сорты индерелә. Гектарынан уртаса уңышы 4,7 тоннаға еткән был культура күпселек сирҙәргә, ҡаты һалҡынға бирешмәй, ононоң сифаты ла юғары.
Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тик­шеренеү институты селекцияһындағы культура­ларҙың егермегә яҡын төрө йыл һайын дәүләт һынауын уңышлы үтә. Быйыл бында 1 849 тонна иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар, шул иҫәп­тән 553 тонна үҙенсәлекле, 778 тонна элиталы, 518 тонна репродукцион, 24 тонна үлән, 52,5 тонна картуф орлоғо, 17,6 мең дана емеш-еләк үҫентеһе етештер­елгән. Сифатлы орлоҡто һәм үҫентеләрҙе институт ауыл етештереү­се­лә­ренә һата. Быйыл сауҙанан табыш 17 925 000 һум тәшкил иткән. Бер йыл эсендә етеш­тереүселәр менән 1 146 000 һумлыҡ 36 килешеү төҙөлгән. Тағы ла бер ҡаҙаныш – “смена” тигән судан үләненә патент алынған.
Учреждение ғалимдары тәжрибә уртаҡ­лашыу сараларынан да ситтә ҡалмай. Быйыл улар 83 конференция, симпозиум, форум һәм семинар, ун күргәҙмә эшендә ҡатнашҡан, 170 доклад менән сығыш яһаған. Институт­тың хеҙмәте өс миҙал һәм дипломдар менән баһаланған. Ғалимдарҙың мәҡәләләре Юғары аттестация комиссияһы һәм сит ил баҫмаларында әленән-әле донъя күрә, уҡыу ҡулланмалары, китаптары, методик тәҡдим­дәре нәшерләнә.

Ә. СӘХИБГӘРӘЕВ,
Башҡортостан ауыл хужалығы
ғилми-тикшеренеү институты
директоры урынбаҫары.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 356

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 319

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487