Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ ниндәй автобуста йөрөргә теләй?
Халыҡ ниндәй автобуста йөрөргә теләй?Стәрлетамаҡта Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитетының пассажирҙарҙы йөрөтөү мәсьәләләре һәм “Башавто­транс”тың эшмәкәрлеге буйынса күсмә ултырышы үтте. Унда Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Мәләүез ҡалалары хакимиәттәре вәкилдәре, республиканың төп дәүләт автотранспорт предприятиеһы етәкселеге ҡатнашты. Кәңәшмәлә автобустарҙың ваҡытында йөрөү-йөрөмәүе, хеҙмәтләндереү сифаты, юл хәүефһеҙлеге һәм автовокзалдарҙың торошо кеүек етди проблемалар күтәрелде.


Ике сәғәт буйы көттөк…

Автобустарҙың һуңлап йөрөүенә кил­гәндә, был күренеш предприятиеға ла, ха­лыҡҡа ла элек-электән яҡшы таныш. Мәктәптә уҡығанда, мәҫәлән, ҡаланың “Строймаш” биҫтәһендә йәшәгән туған­дар­ға ҡунаҡҡа барырға тура килгәйне. Яңы­лышмаһам, 17-се маршрут автобусы йөрөй ине. Эш һанда түгел, әлбиттә, – транспортты Колхоз баҙарында ҡышҡы сатлама һыуыҡта ике сәғәткә яҡын көтөп торҙоҡ. Баҙарға инеп йылыныр инең, уны­һы күптән бикләнгән, ә эргәлә йәш сабый­ҙарын күтәргән әсәләр ҙә, инәй-бабайҙар ҙа күшегеп тора…
Хәйер, бер Стәрлетамаҡ ҡынамы һуң, “был “девятканы” (9-сы маршрут) көткәнсе, ҡаланы йәйәүләп урап сығам” тигән һүҙҙәр хәҙер ишембайҙар араһында лаҡап булып таралғандыр инде. Эйе, мәктәп йылдары артта ҡалды, ә бына әлеге проблема ғына ваҡыт арауығында аҙашып торғандай. Хәйер, хәҙер “А” нөктәһенән “Б” нөктәһенә барып етеү проблема түгел, тик мәсьәлә “Башавтотранс”һыҙ хәл ителә:
— Беҙҙә пассажирҙарҙың 40 процентын юл йөрөүгә рөхсәте булмаған автобустар ташый, — тип хәбәр итте, мәҫәлән, Стәрле­тамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы урын­баҫары вазифаһын башҡарыусы Юрий Тротт. – Бизнестарын тәртипкә һалырға ла тәҡдим булды, тейешле органдарға ла мөрәжәғәт иттек. Әммә әлегә маҡта­ныр­лыҡ алға китеш юҡ, проблеманан бер­гәләп сығыу юлын эҙләргә кәрәк, — тип тә өҫтәне етәксе.
Айырым тема – ҡаҙна юғалтҡан һалым­дар. Стәрлетамаҡтан айырмалы рәүештә, Салауатта һәм Мәләүездә хәл башҡаса­раҡ: пассажирҙарҙы ташыусылар араһын­да аҫтыртын эшләгәндәр юҡ, уның ҡарауы, һуңлап килгән автобус проблемаһын был барыбер хәл итмәй.
— 31-се һәм 33-сө маршруттарҙың ва­ҡы­тында йөрөмәүе арҡаһында кешеләр ҡа­ланың бер осонан икенсеһенә йә такси­ҙа, йә йәйәүләп китергә мәжбүр, ә улар араһында йәй тырма-көрәк күтәргән инәй-бабайҙар ҙа осрай, — тине Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы урын­баҫары Данир Зөбәйеров.

Кеше лә,
техника ла етмәй


Әлбиттә, был проблеманың үҙ сәбәп­тә­ре лә етерлек, теге ваҡыт туңып тор­ған­да нисек булғандыр, ә бына бөгөн, пред­приятие етәксеһе Рәзим Мөхийәнов белдереүенсә, эш транспорт паркының иҫке­реүенә һәм эшсе ҡулдар етешмәүгә ҡайтып ҡала, йәғни Стәрлетамаҡ филиалында 186 автобустың 126-һы сафта, Салауатта 145 автобустың яртыһы тиерлек эшләй, Мәләүездә иһә 88 машинаның 48-е йөрөтөргә яраҡлы. Ғөмүмән, респуб­ли­каның көньяҡ төбәген хеҙмәтләндергән транспорттың 80 проценты иҫкергән. Уның ҡарауы, киләсәккә өмөт бар: кәңәшмәлә яң­ғырағанса, тейешле ярҙам булғанда, әлеге филиалдарҙың техник паркын 128 берәмеккә яңыртыу планлаштырыла.
Техника ватылмай тормай, ә бына кеше факторына килгәндә, эш башҡасараҡ – сә­бәп хеҙмәт хаҡына килеп төртөлә. Мәҫәлән, шул уҡ маршрутҡа сыҡҡан шәхси автобус шоферы айына 30-35 мең һум аҡса алғанда, “Башавтотранс”тыҡы 15-18 мең һум менән хушһынырға мәжбүр. Тик шуныһы… Бер үк маршрут булһа ла, шәхси автобус йөрөтөүсе, һис шикһеҙ, ваҡыт, аҡса артынан ҡыуа, шуға күберәк эш­ләүе лә ихтимал. Бында мәсьәлә шо­ферҙы йәлләүгә ҡайтып ҡалмай, һөҙөмтәлә барыбер ябай халыҡ яфа сигә, дөрөҫө­рәге, ҡаза күрә – быйыл ғына ла ҡаршы йүнәлешкә барып сыҡҡан йә иһә йоҡлап киткән автобус водителдәре арҡаһында нисәмә кешенең ғүмере өҙөлдө.
Эйе, пассажирҙарҙы үҙҙәренең шәхси автобустарында, автомобилдәрендә йөрө­төүселәр күбәйҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл хәүефһеҙлеге буйынса яуаплылыҡ та шул шәхси кимәлдә ҡала. Ни ғәжәп, халыҡ барыбер ҙә нәҡ шул автобустарға өҫтөнлөк бирә, уны “ҡайҙан?”, “нисек?” тигән һорау­ҙар ҙа ҡыҙыҡһындырмай.
— Өфө менән Стәрлетамаҡ араһында йөрөгән пассажирҙарҙың 95 процентын нәҡ кеше ташыуға хоҡуғы булмаған автобус хужалары хеҙмәтләндерә, — тип бил­дә­ләне кәңәшмәлә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов.
Ысынлап та, уйланырға урын бар. Дәү­ләт структураларына заман менән бергә атлап, ҡулайлы шарттар тыуҙырыу хаҡында ла баш ватырға ваҡыттыр. Мәҫәлән, үҙем Өфөгә йөрөгәндә һуңғы тапҡыр ҡасан “Башавтотранс”ҡа мөрәжәғәт иткәнемде хәтерлә­мәйем, сөнки шәхси автобус, еңел машина водителдәренә шылтыратыуың була – кә­рәкле ваҡытта ишек төбөнән үк килеп ала­лар, өҫтәүенә күпкә осһоҙораҡ хаҡҡа алып баралар. Бындай хеҙмәт күрһәтеү­сене табыуы ла ауыр түгел – интернетта махсус сайттар, социаль селтәрҙәрҙә төркөмдәр етерлек.
Шул уҡ ваҡытта дәүләт предприятие­һына мөрәжәғәт иткән хәлдә башта авто­вокзалға барырға, билет алырға һәм көтөп ултырырға кәрәк. Өҫтәмә аҡса һәм ваҡыт сарыф итеп… Ни ҡылаһың, хәҡиҡәт шундай. Әлбиттә, бындай автобус фатирың­дан килеп алмаҫ, тик яҡындағы туҡталыш­та туҡтап китергә мөмкиндер ҙәбаһа.
Дәүләт комитеты рәйесе әйтмешләй, халыҡ ниндәй автобуста йөрөргә теләй, ниндәй маршруттарҙы күргеһе килә – урындағы власть вәкилдәре шул принцип­тан сығып эш итергә тейеш, ә айырым бер предприятиеларҙың хәлен еңеләйтәм тип түгел.
Тик бына ҡанун нимә ти икән был хаҡта? Ысынлап та, бөгөнгө закондар, ситтән ҡа­рап торғанда, ни дәүләт предприятиеларына аяҡ тибеп эшләргә мөмкинлек бир­мәй, ни шәхсиҙәренә кәртә ҡуя. Муниципалитеттан дотация алған предприятиенан айырмалы рәүештә, сығымдарҙы үҙ иңен­дә күтәреп, автобусын маршрутҡа сыға­рыр­ға теләгән шәхси эшҡыуарҙар етерлек. Әлегә ике арала бәхәс бара, тик бына йоҙ­роҡтар ғына ябай пассажирҙарҙың күҙ төбөнә эләгә һымаҡ…

Автовокзалдар ябылмаясаҡ!

Автовокзалдар һәм станциялар буйынса ла ултырышта тос фекерҙәр яңғыраны: кемдер тимер юл вокзалдарына ҡушырға тәҡдим итте, кемдер биналарҙы ремонт­лауҙы теләй – бәхәс йәнә файҙа килтереү-килтермәү хаҡында. Нисек кенә булмаһын, Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов автовокзалдарҙың ябылыуын теләмәй. Быныһына ҡыуанмау мөмкин түгел.
…Хәтерләйһегеҙҙер, ҡасандыр ҡыҫыла-ҡыҫыла “луноход”тарҙа йөрөй торғайныҡ ҡала менән ауыл араһында йә ҡала урамдары буйлап. Ул автобустарҙағы шарттар­ҙы телгә алыуы ла оят. Хәҙер иһә йылы һәм уңайлы “НефАЗ”дарҙа урындыҡҡа ҡырын ятып гаджеттарыбыҙҙан матур-матур фотолар ҡарап ҡына елдерәбеҙ. Шул һүрәттәрҙәге һымаҡ был йәһәттән тормош та матурлана, тимәк.
Иң мөһиме — баҙарҙа тәртип бул­ды­рырға ғына кәрәктер. Ә шоферҙар етмәй, уларға аҡса етмәй, запас частар ет­мәй… – уныһы инде предприятие­ларҙың, заманса әйткәндә, корпоратив проблемаһы булырға тейеш, минеңсә. Әнғәм Атнабаев әйтмешләй, бәхетле йәшәр өсөн кешегә һәр саҡ нимәлер етмәй. Автовокзалдарҙың яҙмышы ыңғай хәл ителгән кеүек, автобустар ҙа “тәнәфесһеҙ” йөрөр, тейешле урынға ваҡытында һәм уңайлы шарттарҙа алып барып еткерер тигән өмөттә ҡалайыҡ. Беҙгә, ябай пассажирҙарға, шуныһы мөһим.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Информация о принятом Законе Республики Башкортостан от 5 июня 2019 года № 107-з «Об исполнении бюджета Республики Башкортостан за 2018 год»
Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 238

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 180

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 203

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 181

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 211

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 211

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 259

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 201

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 190

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 149

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 261