Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Табан аҫтындағы ер
Табан аҫтындағы ерЯңы технологиялар үҫешен иҫәпкә алғанда, ауыл ерендә юғары етештереү һәләтенә эйә булған эш табыусыларҙың һаны кәмегәндән-кәмей бара, тип билдәләне Мәскәү мэры Сергей Собянин. Уның фекеренсә, баш ҡалала хеҙмәт етештереүсәнлеге ауыл ерҙәре менән сағыштырғанда биш-ете тапҡырға юғарыраҡ.


“Бөгөн ауыл ерендә яңы технологиялар ҡулланып ауыл хужалығы тауарҙарын етеш­тереү мөмкинлеге булмаған 15 миллион са­ма­һы “артыҡ” кеше йәшәй. Улар – йә чиновниктар, йә социаль хеҙмәткәрҙәр...” – тине ул.
Тарихҡа күҙ һалайыҡ. Ауылдарҙы “ҡу­лай­лаш­тырыу” уҙған быуаттың 60-сы йылдарында уҡ “перспективаһыҙ” мөһөрө һуғыуҙан баш­ланғайны. Мәҫәлән, һуңғы 20 йыл эсендә генә 23 меңдән ашыу ҡала, ҡасаба, ауыл Рәсәй картаһынан юҡҡа сыҡты. Үкенескә ҡаршы, үҙенең етәкселек вази­фа­һын бәләкәй ҡасабанан башлаған кешенән ауылдар яҙмышы тураһында шундай һүҙ ишетеүе сәйер. Нимә генә тиһәк тә, ҡот осҡос һуғыш һәм аслыҡ йылдарында ҡала халҡын, ғөмүмән, илде һаҡлап ҡалыуға ауылдарҙың индергән өлөшөн инҡар итеп булмай. Ябай ғына итеп әйткәндә, диңгеҙҙе тулыландырған йылғалар кеүек, ауылдар ҡала тормошона ҡеүәт биреп торҙо. Бөгөн дә шул “артыҡ” тип аталған ауыл халҡынан сыҡҡан шәхестәр араһында исемдәре донъяға билдәле фән, мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәнғәт эшмәкәрҙәре әҙме ни?!
Собянин әйтеүенсә, Мәскәүгә ҡарағанда ауылдарҙа хеҙмәт етештереүсәнлеге күпкә түбәнерәк. Шул уҡ ваҡытта баш ҡаланың нимә етеш­тереүе тураһында бер һүҙ ҙә юҡ. Мәскәүҙең иһә 90 процент финанс хеҙмәтен “етештереүе” берәүгә лә сер түгел. Икенсе төрлө әйткәндә, уның төп шө­ғөлө бөтә Рәсәйҙән йыйылған килемде бүлеп биреүгә ҡайтып ҡала. Бында инде илебеҙҙең нефт­кә бай төбәктәренең байлығы ғына түгел, бәләкәй ҡала һәм ауылдарҙың да мөлкәте керә. Шуға күрә Мәскәүҙең юғары хеҙмәт етештереү­сәнлеге баш ҡала статусына бәйле булыуын онотмаҫҡа кәрәк.
Бынан тыш, Себерҙә йә башҡа тарафтарҙа нефть сығарған, иген үҫтергән, сауҙа менән шө­ғөл­ләнгән ҙур компаниялар Кремлгә яҡыныраҡ булыр­ға ынтыла, йыш ҡына Мәскәүҙә теркәлә. Әйтәйек, иртәгә баш ҡала икенсе тарафҡа күсә йә Кремлдең бойороғо менән “Роснефть” ниндәйҙер “хеҙмәт етештереүсән­леге түбән” булған төбәктә теркәлә икән, ундағы халыҡ мәскәүҙәргә ҡарағанда ун тап­ҡыр һөҙөмтәлерәк эшләй килеп сыға. Тимәк, мэр­ҙың сәйер логикаһы буйынса, баш ҡала хал­ҡының яртыһы “артыҡ” була лабаһа!
Үҙ илеңдең тарихын онотмаҫҡа кәрәк. Берен­се­нән, ауыл хужалығы тауарын етештереү ха­лыҡ­ты ауыл ерендә төпләндереүҙең берҙән-бер юлы түгел, башҡа мөһим сәбәптәре лә бар. Әй­тәйек, биләмәне тотоп тороу өсөн унда йәшәргә кәрәк. Буш ятҡан ерҙәрҙең, иртәме-һуңмы, эйәһе табыла. Ошо хаҡта оноторға ярамай.
Бынан тыш, Америкала йә Голландияла ха­лыҡтың өс-дүрт проценты барыһын да туйындыра тигән һүҙҙәр ысынбарлыҡҡа тура килмәй. Һүҙ ҙә юҡ, ошо процент фермала, баҫыуҙа эшләй, ләкин шул уҡ ваҡытта уларҙы ашламалар, орлоҡтар, техника менән тәьмин итеү һәм башҡа шарттар тыуҙырыу тураһында өндәшмәйҙәр. Тимәк, ауыл хужалығы өсөн халыҡтың байтаҡ өлөшө эшләй. Өҫтәүенә, технологиялар үҫешкән дәүерҙә халыҡ Американың фермерҙар ҡасабаһын ташлап Нью-Йоркка ағылмай, киреһенсә, ҡаланы­ҡылар ауылда тамыр ебәрергә тырыша.
Беҙҙә иһә миллиондарса гектар ташландыҡ ер эйәһен көтөп ята. Белгестәр әйтеүенсә, баҫыу­ҙарыбыҙ урманға әйләнеп бөткәс, уларҙы ҡабаттан тергеҙеү ауыр буласаҡ. Әгәр киләсәк тураһында уйлаһаҡ, бына ҡайҙа иғтибарҙы йүнәлтергә кәрәк. Ғөмүмән, ауыл хужалығына аҡса һалғандан һуң ғына хеҙмәт етештереү­сәнлегенең һөҙөмтәлеме-юҡмы икәне тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин. Бөгөн һыйырға бесән һалмайынса һөт һауып маташабыҙ килеп сыға.
Беҙгә заманса ауыл хужалығын ойоштороу етешмәй. Унда, күп тигәндә, ун-егерме кеше эш менән мәшғүл, ҡалғандар үҙ йүнен үҙе күреп көн итә. Мал аҫрап, ҡош-ҡорт үрсетеп, ит-һөтөн, йо­морт­ҡаһын ҡайҙа ҡуйырға белмәй аптыраған ғаи­ләләр ҙә етерлек. Колхоздар дәүерендәге кеүек халыҡтан ауыл хужалығы продукттарын йыйыусылар ҙа тойолмай, сауҙа менән шөғөл­ләнгән аралашсылар ғына осһоҙ хаҡҡа һатып ала. Ныҡлап уйлағанда, яйға һалын­маҫлыҡ эш түгел был.
Ҡыҫҡаһы, ауыл хужалығына булған ҡараш үҙгәрергә тейеш. Асыҡтан-асыҡ еткергән фекере өсөн Сергей Собянинға рәхмәт әйтергә лә була, сөнки был мәсьәләгә ниндәй генә битлек кейҙерһәк тә, ул көнүҙәк булып ҡала. Һығымта яһалырмы – быныһы инде икенсе эш. Шуныһы аңлашыла: ғә­зиз тыуған ергә таянырға кәрәк. Ул – беҙҙең иң төп байлығыбыҙ. Табан аҫтындағы ерҙең бөйөк­лөгөн онотмайыҡ!


Автор: С. ӘБҮЗӘРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 319

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 334

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 285

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 258

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 491