Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Владимир КУЛИКОВ: “Стәрлетамаҡ – үҫеш юлында
Владимир КУЛИКОВ: “Стәрлетамаҡ – үҫеш юлында Быйыл Стәрлетамаҡ ҡалаһы “Иң яҡшы муниципаль тәжрибә” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында еңеү яуланы. Мәртәбәле баһа – муниципалитеттың тормош көҙгөһө. Ҡала һуңғы арала төрлө кимәлдәге адреслы программалар ярҙамында йылдам үҫешә. Тормошҡа ашырылған проекттар хаҡында ҡала хакимиәте башлығы Владимир КУЛИКОВ менән әңгәмәләштек.

– Владимир Иванович, Стәрлетамаҡ үҙенең йәйәүлеләр зонаһы комплексы менән дан алды. Ошо хаҡта һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Улар Коммунистик урамында, Октябрь һәм Ленин проспекттарында эшләнде. Бында ял итеү өсөн дә, йәйәү йөрөргә лә уңайлы шарттар тыуҙырылған, велосипедсыларға махсус юл бар, автомобилдәр өсөн – туҡталҡалар. Урамдарға ҡуйылған скульптура сәнғәте әҫәрҙәре үҙенсәлек­ле йәм өҫтәй.
Йәйәүлеләр зонаһын үҙгәртеп ҡороу дауам итә. Әле эштәр “Берҙәм Рәсәй” партияһы баш­лан­ғысы ме­нән “Заманса ҡала мөхите” федераль програм­ма­һына ярашлы Хоҙайбирҙин урамында башҡарыла. Программаны тормошҡа ашырыуҙа федераль, республика һәм муниципаль бюд­жет­тарҙан финанс бү­ле­нә. Реконструкцияланған биҫтәләрҙә йәшәгәндәр үҙ­ҙәре лә унда ҡатнаша, сөнки программала дөйөм йә­мәғәт урындары ла, күп фатирлы йорт ихаталары ла күҙ уңында тотола. Урамдың үҙе лә, уның буйлап те­ҙелеп киткән 90-ға яҡын йорт та матурланасаҡ һәм ҡулайлы зонаға әүереләсәк. 2022 йылға тиклем Стәрлетамаҡта башҡа парк-бульварҙар ҙа яңы төҫ аласаҡ.

Владимир КУЛИКОВ: “Стәрлетамаҡ – үҫеш юлында– Стәрлетамаҡтың 250 йыллыҡ юбилейына төҙөкләндерелгән “Иҫке ҡала” биҫтәһе Европа кимәлендә тип һоҡланалар.
– Төҙөкләндерелеп кенә ҡалманы, ул терге­ҙел­де тиһәк тә була. Был биҫтәгә ҡаланың тарихи йө­ҙөн ҡайтарырға тигән уй тормошҡа ашырылды. Баязитов сауҙа рәттәре композицияһы барлыҡҡа килде. Салауат кинотеатры, Стәрлетамаҡ дәүләт урыҫ драма театры, ял паркы, фонтан... Унда шулай уҡ Йондоҙҙар аллеяһы асылып, Стәрлетамаҡ ҡалаһына нигеҙ һал­ған сауҙагәр Савва Тетюшев­ҡа арнап тәүге йон­доҙ булдырылды. Ул – ҡаланың иң матур ерҙәренең береһе, халыҡтың яратҡан урынына әйләнде. Никахтарын теркәгән йәштәр унда шау-гөр килеп фотоға төшә, мәҙәни саралар үтеп тора.

– Проекттарҙа халыҡтың да ҡатнашлығын әйттегеҙ, тимәк, стәрлетамаҡтар бик әүҙем?
– “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” програм­ма­һында ҡатнашырға теләк ҙур. Быйыл комиссия 11 проектты хупланы. Уларҙың ярҙамында бала­лар­­ға алты уйын, ике спорт майҙансығы эшләргә планлаштырҙыҡ, бер йорт алдына асфальт тү­шәл­де. Улар араһында үҙенсәлекле эштәр ҙә бар: ма­уыҡ­тырғыс фәндәр менән шөғөлләнеү өсөн интерак­тив музей һәм мәрхүмдәр менән хушлашыу йорто.
Башҡа программалар ҙа әүҙем рәүештә тор­мошҡа ашырыла. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты нигеҙендә, мәҫәлән, Башҡортос­тандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тай депутаттары тырышлығы менән 19-сы мәктәптә спорт майҙансығы асылды, балалар ҡа­ласыҡтары эшләй башланы. Ки­ләсәктә был программа тағы бер нисә белем усағында һына­ласаҡ.

– Стәрлетамаҡта матур йорттар төҙөлә, тотош биҫтәләр ҡалҡа. Был биҫтәләрҙең инфра­струк­тураһы нисек үҫешә?
– Үткән йыл аҙағында “Төньяҡ” биҫтәһендә заманса талаптар буйынса бер мең урынлыҡ мәк­тәп төҙөлдө. Белем усағы шуныһы менән иғти­барға лайыҡ: унда физик мөмкинлектәре сикләнгән уҡыу­сылар өсөн шарттар тыуҙырылған, ике бассейн, спорт залдары, махсуслаштырылған кабинеттар бар. Ошолай ҙур уҡыу йорто йәнә бер яңы (“Бишенсе”) биҫтәлә төҙөләсәк. Белем усағы 1225 балаға тәғәйенләнә. Әйткәндәй, ул – Башҡортостандың 100 йыллығына ҡалҡасаҡ объекттарҙың береһе һәм республикалағы иң ҙур мәктәп исеменә дәғүә итә. Был белем усағы икенсе сменала уҡыусыларҙы беренсе сменаға күсереүҙә ҙур ярҙам күрһәтер тип өмөтләнәбеҙ.
Стәрлетамаҡта өс йәше тулған балаларҙы баҡ­сала урындар менән тәьмин итеү проблемаһы юҡ, алда инде 1,5 йәшлек сабыйҙарҙы урын менән тәьмин итеү маҡсаты тора. Ҡаланың төньяҡ өлө­шөндә бер юлы төҙөләсәк өс балалар баҡсаһы был проблеманы хәл итешер тип уйлайым. Әйтергә кә­рәк, ҡалала шәхси балалар баҡсалары системаһы ла үҫешкән. Был халыҡта ыңғай фекер уята, сөнки баҡсалар башлыса күп ҡатлы йорттарҙың беренсе ҡатында урынлашыу сәбәпле, балаларҙы йыраҡ йөрөтөргә кәрәкмәй.
Социаль объекттар менән бер рәттән дини йорт­тар ҙа ишектәрен аса. Ҡаранай Моратов урамында мәсет төҙөлә, Киров паркында 1937 йылда емере­леүгә дусар булған Ҡазан соборы урынында часовня (бәләкәй сиркәү) урын­ла­шасаҡ.
Яңы биҫтәләрҙә сауҙа һәм ял үҙәктәре асыла – өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа килә.

– Стәрлетамаҡ медицина хеҙмәте менән ҡала халҡын ғына түгел, тирә-яҡтағы район­дарҙа йәшәгәндәрҙе лә тәьмин итә.
– Ҡала травматология пунктында оҙаҡ йылдар дауамында шундай проблема булды: аяҡ-ҡулы йә­рәхәтләнгән кешеләр рентген үтер өсөн икенсе ҡат­ҡа күтәрелергә мәжбүр ине. Хәҙер, бинала ремонт эштәре башҡарылып, аппарат беренсе ҡатҡа күсерелде.
Ҡала үҫә, шуға ҡайһы бер хеҙмәттәрҙе камил­лаштырыу ғына түгел, яңыларын булдырыу талап ителә. Мәҫәлән, ҡала балалар дауаханаһы полик­ли­никаһында “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенең яңы станцияһы барлыҡҡа килде. Ундағы бригада­лар нәҡ яңы биҫтәләргә беркетелгән. Быға тиклем “Ашы­ғыс ярҙам” ҡаланың бер осонан икенсеһенә бара ине.
Октябрь айында 1-се ҡала дауаханаһында Германиянан килтерелгән аппараттар менән йыһаз­лан­дырылған амбулатор гемодиализ үҙәге асылды. Ошо ҡорамалдар ярҙамында стәрле­тамаҡ­тар ғына түгел, яҡын-тирә райондар халҡы ла хеҙмәт­лән­дерелә.

– 300 мең кеше йәшәгән ҙур ҡала өсөн шулай уҡ быйыл асылған янғын һүндереү часы ла мөһимдер?
– Һис шикһеҙ. Ул пост Стәрлетамаҡтың яңы өлө­шөндә сафҡа инде. Тимәк, янғын һүндергән егеттәргә лә ваҡыттарын юлға сарыф итергә тура килмәйәсәк.
Әлбиттә, хәүефһеҙлек әйтелгәндәргә генә ҡайтып ҡалмай: автотранспорт системаһы әүҙем үҫешә. Юл­дарҙы киңәйтеү, юл ҡулсалары төҙөү һымаҡ шарт­тар менән бергә автоһәүәҫкәрҙәрҙең һәм йә­йәү­леләрҙең хәүефһеҙлеге лә борсой. Әлеге тәң­гәл­дән быйыл йәй ҡаланың бер нисә урамына юл йө­рөү ҡағиҙәһен боҙоуҙы теркәгән камералар ҡу­йылды. Йыл аҙағынаса йәнә ошондай биш ҡорамал сафҡа инәсәк.

Владимир КУЛИКОВ: “Стәрлетамаҡ – үҫеш юлында– Һаулыҡ, хәүефһеҙлек һымаҡ төшөнсәләр менән экология мәсьәләләре лә йәнәш йөрөй. Стәрлетамаҡтар Экология йылын ниндәй һөҙөмтәләр менән йомғаҡларға йыйына?
– Был йәһәттән беҙҙә ҙур проект – Стәрле йылғаһын таҙартыу һәм тәрәнәйтеү – бара. Федераль бюджет ярҙамында тормошҡа ашҡан был эш Экология йылы сиктәрендә генә баш­ҡарылмай. Һөҙөм­тәлә йылға буйында йәшәгән халыҡты яҙлы-көҙлө һыу баҫыуҙан һаҡлауға булышлыҡ итәсәк.

– Владимир Иванович, һеҙ үҙегеҙ ҙә йәштән үк йәштәр менән эшләгән кадр. “Авангард” заводында ябай эшсе булғанда ла, ҡала башҡарма комитетына күскәс тә әлеге быуын менән тығыҙ бәйләнештә булдығыҙ, уларҙың хәстәре менән йәшәнегеҙ, йәштәр бүлеген етәкләгәндә был бөтөнләй төп бурысығыҙға әүерелде. Йәштәр тор­мошона ҡыҙыҡһы­ныуығыҙ бер ҙә кәмемә­гәндер?
– Ысынлап та, йәштәр менән эшләүе минең өсөн ҡыҙыҡ һәм мөһим. Бөгөн уларға бәйле һөй­ләрлек ҡыуаныслы ваҡиғалар ҙа бар, үкенесле мәлдәр ҙә юҡ түгел. Тәү сиратта торлаҡ мәсьәлә­һенә туҡталып үтке килә.
Ташламаға эйә 1400 ғаиләгә ер бүленде. Тик, үкенескә ҡаршы, был тиклем граждандарҙы ҡаланың үҙендә генә урындар менән тәьмин итеү мөмкин түгел. Килеп тыуған хәлдән былай сыҡтыҡ: Баш­ҡорт­остан Хөкүмәте ярҙамы менән йәштәр Стәрле­тамаҡ районында ер участкаларына эйә булды. Тик проблема һаман да бар, әлеге мәлдә ошондай уҡ категорияға ҡараған 1900 ғаилә сиратта тора. Бәхеткә күрә, йәнә ҡаланан йыраҡ түгел ерҙә 700 гектар ер бүленә.
Әммә икенсе бер мәсьәлә бар – ҡалала йәш кадрҙар етешмәй. Мәҫәлән, медицина өлкә­һен­дәге белгестәргә, производствола эшсе һөнәр эйәләренә ҡытлыҡ кисерелә, сөнки күптәр уҡып бөтә лә Мәскәү, Санкт-Петербург тирәһенә ынтыла. Кадрҙарҙы урында ҡалдырыу буйынса етди ҡарарға килеп, урта-юғары уҡыу йорттары менән предприятиелар араһындағы бәйләнеште нығытырға булдыҡ. Күптән түгел генә ошо йәһәт­тән осрашыу үтте: һәр кем үҙе­нең дәғүәһен, те­ләк­тәрен еткерҙе. Сер түгел: предприятиеға тәж­ри­бәле хеҙмәткәр кәрәк, тик йәш кешелә ундай “байлыҡ” ҡайҙан булһын? БДУ-ның Стәрле­тамаҡ филиалы был тәңгәлдән эш башланы ла инде: кескәйҙәр өсөн роботтар эшләүселәр түңәрәге булдырылды, эшсе йәштәрҙең белеме камиллаштырыла, студенттар заводтарҙа практика үтә, тәжрибә туплай һәм артабан хеҙмәт урыны менән тәьмин ителә.

Владимир КУЛИКОВ: “Стәрлетамаҡ – үҫеш юлында– Стәрлетамаҡ таланттар төйәге булараҡ та дан алған...
– Быйыл илдең иң яҡшы 500 мәктәбе ара­һында 1-се гимназия һәм 1-се лицей ҙа урын алды, алты уҡыусыбыҙ БДИ буйынса 100-әр бал йыйҙы.
Спорт өлкәһендә иһә донъяуи кимәлдә исем­дәр бар: “Стәрлетамаҡ” футбол клубы – Башҡорт­остан чемпионы, “Тархан” волейбол командаһы – Рәсәйҙең юғары лигаһында. Карен Галстян дзюдо, самбо өл­кә­һендә Чилиҙан алты миҙал менән ҡайтты, Илья Сау­шин – полиатлон буйынса Рәсәйҙең һәм донъяның бронза чемпионы. Йөҙөүсе егетебеҙ Антон Анчин Европа һәм донъя чемпионы исемен яуланы. Юлиә Әбүбәкирова, Ринат Ҡәҙеров еңел атлетика, дзюдо буйынса Сурдлимпия уйындарында шулай уҡ иң юғары һөҙөмтәләргә иреште.
Владимир КУЛИКОВ: “Стәрлетамаҡ – үҫеш юлында
– Ҡалала инвестициялар йәлеп итеү буйынса ниндәй эштәр башҡарыла?
– Быйыл йәй Ҡытай менән Рәсәй хеҙмәт­тәш­леге нигеҙендә Стәрлетамаҡ менән Хуаньшань ҡалаһы араһында, мәҫәлән, туризм, тирә-яҡты һаҡлауға ҡағы­лышлы килешеү төҙөлдө. Стәрле­тамаҡҡа килгән ҡунаҡтар ҡалаға хайран ҡалып, инвестициялар һалыу өсөн ҡулайлы мөхит тигән һығымтаға килеп ҡайтты. Ошондай проекттарҙы артабан да тормошҡа ашырасаҡбыҙ.

– Владимир Иванович, ҡала етәксеһе йөгөн тарта башлауығыҙға бер йыл тулды. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә лә байтаҡ эш башҡа­рыл­ған. Дәррәү алған старт артабан да емешен бирһен. Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Йомғаҡлау урынына ҡаланы бер нисә һүҙ менән нисек билдәләр инегеҙ?
– Стәрлетамаҡ ҡалаһы – үҫеш юлында!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 331

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 291

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 325

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500