Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эшләһәң дә, байымайһың
Рәсәйҙә эшләгән халыҡтың алтынан бер өлөшө үҙен тормош өсөн кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итерлек хәлдә түгел. Дәүләт Хөкүмәте ҡарамағындағы Аналитик үҙәк әҙерләгән “Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә эшләгән фәҡирҙәр” тигән бюллетень шуны раҫлай.

“Рәсәйҙә иң түбән эш хаҡына – 7 800 һумға торошло квалификация юҡ”, - тигәйне бер саҡ Хөкүмәт вице-премьеры Ольга Голодец. Ул үҙ эшселәренә шулай бик аҙ түләгән компаниялар менән ҡәтғи һөйләшергә тәҡдим итте. Эш хаҡы кимәленең йәшәү минимумынан да түбәнерәк булмаҫҡа тейешлеге Хеҙмәт кодексында ла әйтелгән. Ләкин, әлеге бюллетендә күрһәтелгәнсә, был ҡануни талап йылдар буйы үтәлмәй килә.
– Беҙҙең илдәге фәҡирҙәрҙең төп өлөшө – хеҙмәт хаҡы ике йәшәү минимумынан ашмаған һәм ике бала аҫраған йәки бер ярым минимумдан артмаған һәм бер бала тәр­биәләгән ғаиләләр, – ти Юғары иҡтисад мәктә­бенең Социаль сәйәсәт институты директоры Ли­лиә Овчарова. Уның әйтеүенсә, фәҡирҙәрҙең 60 проценты – хеҙмәт йәшендәге кешеләр, улар­ҙың 90 проценты эш урыны менән тәьмин ителгән.
“Росстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, рәсәй­ҙәрҙең ике миллионы эш хаҡын йәшәү минимумынан да аҙыраҡ ала (2017 йылдың көҙөнә ҡарата мәшғүл булғандарҙың 7,3 проценты). “Был аҡсаның ошо эшләгән кешегә генә түгел, ә уның ғаилә ағзаларына ла бүленеүен иҫәпкә алһаҡ, ярлылар һаны 12,1 миллион кешегә етә”, - ти Аналитик үҙәк эксперты Владимир Трубин. Уның раҫлауынса, дәүләт секторында эшләгән фәҡирҙәр һаны, хосуси өлкә менән сағыш­тыр­ғанда, дүрт тапҡырға күберәк. 2011 йылда улар ике тапҡырға ғына артығыраҡ булған. Дәүләттең хеҙмәт хаҡын экономиялауы киләсәктә кадрҙар ҡытлығына алып килергә лә мөмкин. “Дәүләт учреждениеларында, ысынлап та, эш хаҡы түбән булған хеҙмәткәрҙәр һаны арта бара”, – тип билдәләй Юғары иҡтисад мәктәбенең Хеҙмәт тикшере­неүҙәре үҙәге директоры урынбаҫары Ростислав Капелюшников.
– Ике-өс кешенән генә торған һәм икеһе эшләп йөрөгән фәҡирҙәр ғаиләһе һирәк. Нигеҙҙә, балалары һәм пенсионерҙары булған, кемеһелер эш таба алмаған ғаиләләр ярлы йәшәй, – ти Үҙәк директоры урынбаҫары.
Күптән түгел Рәсәй Хөкүмәте хеҙмәт хаҡының иң түбән кимәле буйынса яңы закон проекты әҙерләне: ул ҡабул ителгәс, киләһе йылдың ғинуарынан был кимәл йәшәү минимумының 85 процентына, ә 2019 йылдың 1 ғинуарынан 100 процентына тиң буласаҡ. “Был фәҡирлекте һәм тигеҙһеҙлекте кәметергә ярҙам итәсәк, әммә ул фәҡирлек проблемаһын хәл итмәй”, – тип раҫлай Владимир Трубин. Уның аңлатыуынса, иң түбән эш хаҡы “ҡулланыу кәрзине”нең хаҡына ҡарап иҫәпләнә, ә уныһы кешенең сәләмәт туҡланыу нормаһына тура килеп етмәй.
– Дәүләт тәүҙә эш хаҡын экономиялай, һөҙөмтәлә сирле йәки артыҡ ауырлығы булған кешеләрҙе дауалауға күп сығым түгә, – ти эксперт. – Бындай “һаҡсыллыҡ” иҡтисади үҫеште аҡрынайта: фәҡир кеше хеҙмәт етештереү­сән­леген күтәреү менән ҡыҙыҡһынмай, “күләгәләге” эшҡыуарлыҡҡа күсә, ә предприятиелар эшсе көсөн арзан булған шарттарҙа яңы техника фай­ҙалана башларға, етештереү технологияларын камиллаштырырға ашыҡмай. Бынан тыш, күптәр социаль ярҙам талап итә: былтыр субъекттар ҡаҙнаһынан 3,7 миллион кеше бер тапҡыр түләнгән ярҙам алды, был сумма 29 миллиард һум тәшкил итте.
Лилиә Овчарова билдәләүенсә, фәҡирҙәрҙең күплеге урта синыфтың көсһөҙ булыуы тураһында һөйләй. Быны шул миҫал да иҫбатлай: Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдең 2016 йыл йомғаҡ­тарына арналған докладынан күренеүенсә, юғары квалификациялы йәш белгестәрҙең түбән квалификациялы хеҙмәтләндереү өлкәһенә күсеүе йыш күҙәтелә, сөнки унда эш хаҡы байтаҡҡа ҙурыраҡ. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәткә түләүҙең аҙ булыуы ҡайһы бер тармаҡтарҙа кадрҙарға ҡытлыҡ тыуҙыра башлаған. “Boston Consulting Group” аналитика үҙәге белгестәре раҫлауынса, Рәсәйҙәге табиптың уртаса эш хаҡы шофер­ҙыҡынан 20 процентҡа ғына юғарыраҡ.
Әлеге бюллетень авторҙары раҫлауынса, яҡын киләсәктә фәҡирҙәр өлөшө хосуси сектор иҫәбенә аҙмы-күпме хәл ителә барасаҡ. Эшләп йөрөгән фәҡирҙәр проблемаһын дәүләттең стратегик программа документтарында ла сағылды­рырға кәрәк, шулай уҡ фәҡирлек, йәшәү минимумы һәм иң түбән эш хаҡы төшөнсәләрен дә ҡабаттан баһалау талап ителә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 247

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 302

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090