Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бойҙай уңды – шул бәлә
Бойҙай уңды – шул бәләСит илдәрҙән аҙыҡ-түлек индереүҙе сикләү айырыуса ауыл хужалығында үҙенең емештәрен бирә. Тиҫтәләрсә йылдарға ташлап ҡуйылған баҫыуҙар йәнләнә, сәсеүлектәр арта. Бығаса ҡайһы бер культураларҙы күпләп ситтән һатып алһаҡ, хәҙер үҙебеҙ экспортҡа оҙатабыҙ. Әммә был юҫыҡта яҡшы һөҙөмтәләрҙең дә мәшәҡәт тыуҙырыуы билдәле. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә лә, Башҡортостанда ла игендең уңыуы ауыл эшсәндәре өсөн бер бәләгә әүерелде.


“Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференция­һында ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ошо хаҡта белдерҙе.
– Быйыл дүрт миллион тоннаға яҡын иген йыйып алынды. Тулайым продукт алыу йәһә­тенән күрһәткес яҡшы булһа ла, табыш алыу буйынса хәл ҡыуанырлыҡ түгел, – тине Илшат Илдус улы. – Баҙар ҡанундары үҙ шарттарын ҡуя. Бөгөн бойҙайҙың килограмы уртаса биш һум торһа, былтыр – туғыҙ, 2015 йылда 11 һум ине. Һөҙөмтәлә табыш буйынса иген­селәр отол­до. Шулай уҡ шәкәргә лә хаҡ төштө. Әле уның килограмы 24 һум булһа, үткән йыл 37 һумға һатылды.
Күренеүенсә, бөтә әйбергә хаҡ көнләп арта барғанда, көс түгеп үҫтерелгән ер кешеһенең хеҙмәте арзанлана. Ә бит уларға хужа­лыҡ­ты яңы техника менән тәьмин итергә, эш хаҡы тү­ләргә һәм башҡа бихисап мәсьәләләрҙе хәл итер­гә кәрәк. Тап шуға ла тармаҡ етәксеһе етеш­терелгән продукцияны осһоҙға һатып бар­маҫҡа, келәттәрҙә һаҡлап тороп, хаҡ күтәрел­гәнен көтөргә тәҡдим итте. Әлбиттә, заманса эш итә баш­ларға ла кәрәк. Мәҫәлән, ашлыҡ эш­кәртеү буйынса ҡорамал­дар алып был хәлдән ҡотолорға мөмкин. Яҙға игендең килограмы һигеҙ һумға етеүе лә ихтимал. Был юҫыҡта фермерҙар иген киптергестәр, келәт һатып алып, продукцияһын шунда һаҡлай ала. Министр бы­ның өсөн дәүләттең субсидия бүлеүен билдә­ләне.
Илшат Фәзрахманов артабан эш стратегияһын үҙгәртеү, һәр районда кәмендә 10 процент сама­һы альтернатив, юғары табыш бирер­ҙәй культуралар үҫтереү зарурлы­ғын әйтте.
– Бойҙай, шәкәр сөгөлдөрө, көн­бағыш, ҡара­бой­ҙайҙы тағы күберәк етештереүҙең мәғәнәһен күрмәйем, – тип һүҙен дауам итте ул. – 2018 йылда сәсеүлектәрҙең структура­һын үҙгәртәсәк­беҙ. Бойҙай аҙыраҡ булһа, ҡуҙаҡлы һәм техник культуралар майҙан­дарын киңәйтәсәк­беҙ.
Ысынлап та, был йүнәлештә уйланаһы урын бар. Мәҫәлән, бөгөн нут йәки төрөк борсағының тонна­һының үҙҡиммәте 10 мең һумдан артмаһа ла, ысынында ул 65 мең һум тора, өсөнсө класлы йомшаҡ бойҙай – 5,5 мең һум самаһы. Алтын етен­дең тоннаһы 27 мең һумға торошло, ә рапс – 21 мең һум.
– Был культуралар файҙа бирә. Тап шуға, ауыл хужалығы әүәлдән йолаға әйләнгән алымдар менән эш итһә лә, беҙ сә­сеү­лектәр майҙанын үҙгәртеү яҡлы. Быны аграр тармаҡ хеҙ­мәтсән­дәренә юғары табыш алыуға ярҙам итеү йәһә­тенән эшләргә бурыслыбыҙ, – тине Илшат Илдус улы.
Сарала министр йыл һуҙы­мында ауыл хужалығы эшсән­дәренең хеҙмәтен, проблемаларын даими яҡтыртҡан бер төркөм матбуғат хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйтеп, почет грамоталары ла тапшырҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 319

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 335

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 285

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 258

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 491