Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәхмәт тойғоһо нисек яулана?
Рәхмәт тойғоһо нисек яулана? Бөгөнгө шарттарҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы идарасы компанияларға йәмәғәтселектең ҡарашы бер төрлө генә түгел. Ғәҙәттә, һәр яңылыҡ ҡаршылыҡтарға осрай. Икенсенән, халыҡта кире ҡарашты еңел генә аҡса табыуға ҡоролған ҡайһы бер осраҡлы компаниялар тыуҙыра. Шул уҡ ваҡытта намыҫлы эшмәкәрлек алып барған, заман һынауын уңышлы үткән идарасы компаниялар ҙа байтаҡ. Был яҙмала ошондайҙарҙың береһе – “Сервис” торлаҡ-коммуналь хужалығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хаҡында һүҙ.
Предприятие “Дмитриевское” торлаҡ-коммуналь хужалығынан башланғыс ала. Был предприятие базаһында тәүҙә – “Стройресурсы”, һуңғараҡ ”Дмитриевское” торлаҡ-коммуналь хужалығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре ойошторола. Ә инде ике йыл элек һуңғыһы ғәмәлдән сығарылып, уның нигеҙендә “Сервис” торлаҡ-коммуналь хужалығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте булдырыла. Предприятие Дмитриевка ауыл советы биләмәһендәге күп фатирлы йорттарға идара итә. Уның ҡарамағында күп фатирлы 57 йорт иҫәпләнә. Фатирҙарҙың дөйөм майҙаны 42 мең квадрат метрға яҡын. Предприятиеға йорттарҙы йылытыу, һалҡын һыу менән тәьмин итеү, ағынты һыуҙарҙы сығарыу, канализация системаларын төҙөк тотоу, йорт түбәләрен һәм подъездарҙы ремонтлау йөкмәтелгән. Коллектив был эштәрҙе ваҡытында һәм сифатлы башҡарып, торлаҡ хужаларына уңайлы һәм хәүефһеҙ тормош шарттары тыуҙыра. Предприятие ҡарамағындағы йорттарҙың шаҡтай иҫкергәнлеген әйтергә кәрәк. Уларҙың уртаса “йәше” – 40-45 йыл самаһы. Алтмыш йыл элек төҙөлгәндәре лә бар.
Иҫкергән йорттарҙы төҙөкләндереү, эске һәм тышҡы коммуникацияларҙың көйлө эшләүен тәьмин итеү өсөн икеләтә көс һәм сығымдар талап ителә. Һис ниндәй ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, коллектив ағымдағы ремонт эштәрен ваҡытында һәм сифатлы башҡарып, ҡышҡы миҙгелгә ныҡлы әҙерлек менән аяҡ баҫҡан. Быйыл да был йәһәттән күләмле эштәр башҡарылған. Үткән ҡыш ҡарҙың күп яуыуын һәр кем хәтерләй. Күп кенә йорттарҙың түбәһендәге шиферҙар ҡарҙың ауырлығынан ярғыланған, ватылған.
Быйыл йәй 37 йорттоң түбәһе ремонтланған. Был маҡсатта 678 мең һум аҡса тотонолған. Әйтеп үткәнсә, улар ҡарамағындағы йорттарҙа коммуникациялар ҙа ныҡ иҫкергән. Бигерәк тә ҡышҡы осорҙа йылытыу системаһы сафтан сығып ҙур мәшәҡәт тыуҙыра. Ҡағиҙә булараҡ, йылытыу миҙгеле тамамланғас та, торлаҡ хужаларынан фатирҙарҙағы йылытыу системаһын ремонтлауға заявкалар ҡабул ителә һәм эш планына индерелә.
Ҡышҡы осорға әҙерлек барышында ҡырҡҡа яҡын йортта йылытыу системаһын йыуҙырыу һәм опрессовкалау буйынса күләмле эш башҡарылған. Ә инде гидравлик һынауҙы үтмәгән йорттарҙа йылытыу системалары ремонтланған һәм ҡабаттан һынау үткәрелгән. Бынан тыш, ун йортта вентиляция каналдары, тиҫтәгә яҡын йортта электр һәм һыу менән тәьмин итеү, шулай уҡ ағынты һыу системаларын ремонтлағандар. Предприятие коллективы йылытыу миҙгелен ныҡлы әҙерлек менән башлаған. Уларҙың ҙур тырышлыҡ һалып эшләгәнен һәм хәстәрлеген күреп торған торлаҡ хужалары ла рәхмәтле.
Шулай ҙа предприятие сиктәрендә генә хәл итеп булмаған мәсьәләләр ҙә бар. Капиталь ремонт буйынса республика программаһының тейешенсә үтәлмәүе урындағы идарасы компанияларҙа ла, халыҡта ла борсолоу тыуҙыра. Әйтәйек, шул уҡ Дмитриевка ауылында быйыл күп фатирлы ике йортто ремонтлау республика программаһына индерелгән. Әлегә береһе генә ремонтланған, икенсеһен ремонтлауҙы Төбәк операторы декабрь айында вәғәҙә итә. Ә бит ваҡытында ремонтланмаған йортто ҡарау өсөн сығым күп тотонола, авария хәлдәре килеп тыуа.
– Тәжрибә күрһәтеүенсә, капиталь ремонт буйынса республика программаһы теүәл үтәлһен өсөн эш күләмен, әлеге менән сағыштырғанда, өс тапҡырға арттырырға кәрәк. Бөгөн быға аҡса юҡ, сөнки капиталь ремонт күпме аҡса йыйылһа, шуға ғына эшләнә. Өҫтәүенә һуңғы осорҙа халыҡтың түләү һәләте түбәнәйҙе. Шуға ла дәүләттән өҫтәмә финанслау талап ителә. Икенсенән, кисекмәҫтән капиталь ремонтлау фондын төҙөргә кәрәк. Был беҙҙең кеүек иҫке торлаҡ фонды менән эшләгән идарасы компаниялар өсөн айырыуса мөһим, – тип һөйләй “Сервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Илшат Дәүләтшин (фотола).
Илшат Ислам улы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә ун биш йылға яҡын эшләй. Институт тамамлағандан һуң тәүҙә баш ҡалалағы тармаҡ предприятиеларында тәжрибә туплай. Ә Дмитриевкала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә мастер, участка начальнигы, баш инженер баҫҡыстарын үтеп, етәксе вазифаһына күтәрелә. Ул “Сервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ойошторолғандан алып етәкселек итә. Йәш булһа ла, коллективҡа оҫта идара итеүе, халыҡ менән аңлашып-кәңәшләшеп эшләүе, үҙенә һәм хеҙмәттәштәренә талапсанлығы, юғары яуаплылыҡ тойғоһо коллектив алдындағы бурыстарҙы уңышлы хәл итергә, заман ауырлыҡтарын еңергә мөмкинлек бирә. Бының өсөн уға хеҙмәттәштәре лә, Дмитриевка ауыл советы биләмәһендәге күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр ҙә рәхмәтле.
Коллектив киләсәккә яңы маҡсаттар ҡуйып эшләй. Улар үҙҙәре хеҙмәтләндергән тармаҡта, әлегәсә булған йорттар менән бергә, яңылары барлыҡҡа килеүен дә теләй. Изге теләктәр тормошҡа ашһын, тип әйтергә кәрәк.
Халыҡ өсөн уңайлы көнкүреш шарттары булдыҡлы коллективтың фиҙакәр хеҙмәте менән яулана. Улар үҙҙәренең ауыр ҙа, яуаплы ла бурысын намыҫ менән башҡара.

Г. СӘЛИХОВА.
Өфө районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 325

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 383

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 267

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 339

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 288

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 359

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 362

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 333

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 323

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 262

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 498