Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Тере шишмә” нисек үҙ маҡсатына өлгәшә?
“Тере шишмә” нисек үҙ маҡсатына өлгәшә?Элек-электән беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ өсөн шишмәләр иң изге урын һаналған. Һәр юлсы шишмә янынан үткәндә уның шифалы һыуын тәмләгән, ҡул-битен сайҡаған, талған йөрәгенә ял алған. Тап шишмә урғылған ерҙә ауыл барлыҡҡа килгән. Хәтеремдә, бәләкәй саҡта атайым еләккә алып барған сағында сылтырап аҡҡан һәр шишмә янына туҡтап, беҙҙән “бисмилла” әйттереп, өс тапҡыр усыбыҙға алдырып, һыу эсереп, уның тарихын һөйләр ине. Үҙе шул арала ҡулына ни эләкһә, шуның менән уның ярын таҙалап, сүп-сарын алып китер ине. Балалыҡ менән ул саҡта һыу бәреп сыҡҡан шишмәләрҙең әһәмиәтен дә аңлап бөтмәгәнмендәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡасандыр беҙ кисеп сыҡҡан шишмәләрҙең күбеһе бөгөн ҡороған, әммә күңелдә атайымдың изге хәтирәһе һаҡлана.

Быйыл Рәсәйҙә Экология йылы, ә республикабыҙҙа Экология һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы уңайынан һәм үҙенең ун йыллыҡ юбилейы сиктәрендә Аҡъяр телевидениеһы “Тере шишмә” тип аталған үҙенсәлекле телепроект иғлан итте. Уның талаптары буйынса, был акцияла теләгән ғаилә, коллектив йәки тотош ауыл ҡатнаша ала. Төп маҡсаты — шишмәләрҙе тергеҙеү, һаҡлап ҡалыу, уларҙың тарихын өйрәнеү. Шуныһы ҡыуаныслы: телепроектта ҡатнашырға ауыл биләмәләре ҙур теләк белдергән. Тәүгеләрҙән булып уны Йәнтеш ауылы халҡы башлаған. Аҡъяр телевидениеһы директоры Роза Рәсембәтова әйтеүенсә, йәнтештәр Сана сыҡҡан шишмәһен таҙалаған. Ауыл халҡы шишмә янын тәртипкә килтереп, уны яңынан таш менән бураған. Әйткәндәй, Йәнтеш тирәһендә ошондай һыу сығанаҡтары бихисап. Шунлыҡтан ошо ауылда йәшәгән тыуған яҡты өйрәнеүсе Рәсих Әхмәтов ауыл янындағы шишмәләрҙең картаһын тергеҙеү менән мәшғүл. Шишмәнең тарихына күҙ һалғанда, ул былайыраҡ. Элек ауыл халҡы тау араһындағы һуҡмаҡтан атты тауға ҡарай үрләтеп өйрәтер булған. Шулай йөрөй торғас, үҙенән-үҙе шишмә урғылып сыҡҡан. Әле лә был һуҡмаҡтан кеше өҙөлмәй, хатта ҡышын да шишмәгә һыу алырға килеүселәр осрай. Шишмә һыуын файҙаланыусылар уның шифалы икәнлеген дә билдәләй.
Федоровка ауылы биләмәһендә йәшәүселәр ҙә, проектҡа ҡушылып, Ға­риф ҡоҙоғон төҙөкләндерҙе. Әбүбәкер һәм Федоровка ауылы халҡы был урынды ташлағаны юҡ, шулай ҙа урындағы телевидение иғлан иткән конкурста ҡатнашып, эште тағы ла йәнләндереп ебәрә. Өфө ауылы биләмәһендә ике шишмә таҙартылған. Үрнәк ауылы ололары Аҡбүрт шишмәһен рәтләгән. Ошо уҡ ауылдан алыҫ түгел Гөрөлдәк шишмәһе, шарлауыҡ булып аға. Уны Әминә менән Фаил Ҡаһармановтар ғаиләһе тәртиптә тота, гел ҡарап, тәрбиәләп тора. Иҫәнгилделәр иһә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында дөйөм көс менән юлы быуылған Ҡымыҙлы шишмәһен терелтеп ебәреп, ситен буралап ҡуйған. Үҙенең эшһөйәр халҡы менән дан тотҡан Сәғит ауылы халҡы был эшкә айырыуса ҙур яуап­лылыҡ менән ҡарай. Ауыл уртаһынан аҡҡан Ҡалтай шишмәһенә яңы һулыш өҫтәй, йән бирә. Ауыл менән аҡса йыйып, уның янын таҙарта, ҡый үләндәрен йыйып, әллә күпме машина сүп-сар түгелә. Өмәгә бар ауыл сыҡты, тип ҡыуана үҙҙәре.
Эште ауылдың ағинәйҙәр ойошма­һы етәксеһе Гөлдәр Ҡәйепова, ауыл старостаһы Шәһит Мәмбәтов, ауыл советы депутаты Риф Сынбулатовтар ойоштора. Мәктәп уҡыусыларының, ауыл йәштәренең, шулай уҡ уҡ ололарҙың да ситтә ҡалмауы ҡыуаныслы. Инеш башына уҫаҡ бурап ултыртҡандар. Борон ошо тирә байҙарына ялланып мал көтөргә килгән бер ҡаҙаҡ: “Был ауыл матур икән, шишмәләре ҡалта (кеҫә) кеүек кенә”, — тип әйткән ти. Сәғиттең халыҡтағы исеме лә Ҡалтай. Тирә-йүндә шишмәләр күп, уларҙы ла төҙөкләндерәбеҙ, ти сәғиттәр.
Телевидение коллективы ла башҡаларҙың изге эштәрен телекамера аша күҙәтә торғас, үҙҙәре лә был эшкә тотонорға булып китә. Йәнтеш ауылы янындағы Сигүҙ шишмәһен таҙалап, иң йәмле тапҡырында ял итә торған урын ҡора. Был өҫтәлдә айыҡ табындар ғына ҡоролһон, тип теләй улар. Һәм артабан да был шишмәне ташламайбыҙ, тиҙәр. Һәр эш тураһында урындағы телевидение сюжет әҙерләне, күбеһе Башҡортостан юлдаш телевидение­һында күрһәтелде.
Алда әйтеүемсә, Аҡъяр телевиде­ниеһы быйыл үҙенең ун йыллығын билдәләй. Шул айҡанлы үткән тантанала “Тере шишмә” телепроектында ҡатнашыусыларҙы бүләкләргә ниәт­ләй. Эш бының менән генә сиклән­мәйәсәк, артабан да проектты дауам итеү ҡаралған, сөнки унда ҡатнашырға теләүселәр күп, яңынан-яңы шишмә­ләр табыла, иң мөһиме — халыҡ был акцияны дәррәү күтәреп алды, үҙҙәре үк был эштең мөһимлегенә төшөндө, тәбиғәтебеҙҙең киләсәк яҙмышы үҙебеҙҙең ҡулда икәнлеген яҡшы аңлай, ти Роза Раузат ҡыҙы.
Аҡъяр телевидениеһы хеҙмәткәр­ҙәренең матур башланғыстарын башҡа коллегалары ла күтәреп алыр тигән ышаныста ҡалайыҡ.

Хәйбулла районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 246

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 302

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090