Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Насар булһа ла, үҙебеҙҙеке кәрәк
Насар булһа ла, үҙебеҙҙеке кәрәк Рәсәй Президенты Владимир Путин “Алмаз-Антей” һауа-йыһан оборона концернында Хәрби сәнәғәт комиссияһының импортты алмаштырыу темаһына арналған киңәйтелгән ултырышын үткәрҙе. Президент хәрби техника һәм граждандар продукцияһы етештереүҙә сит ил компоненттары ҡулланыуҙы сикләү маҡсатын ҡуйҙы.


РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары, Хәрби сәнәғәт комиссияһы коллегияһы рәйесе Дмитрий Рогозин раҫлауынса, хәрби техникала импорт компоненттары өлөшө һигеҙ проценттан артмай, әммә улар иң мөһим, технологик яҡтан иң алдынғы йүнәлештәргә тура килә. Хәлде был компоненттарҙың үҙебеҙҙә етештерелмәүе ҡатмарлаштыра. Бөгөн АҠШ-тан һәм ЕС илдәренән алынған компоненттар 640 төрлө модель хәрби техника етештереүҙә ҡулланыла, шуларҙан 571 моделдә компоненттар 2018 йылда тулыһынса алышты­рылырға тейеш. Оборона министрлығы 2025 йылға тиклем әҙерләгән планға ярашлы иһә, яңы, перспективалы проекттарҙы ла иҫәпкә алғанда, барлығы 826 моделдә импорт компоненттары Рәсәйҙә сығарылған аналогтарға алмаштырылырға тейеш. Импортты алмаштырыуҙағы иң ауыр проблема – электрон компонент базаһы (ЭКБ) етешмәү. Беҙҙең предприятиелар тиҙ арала ул эшкә тотона алмай, сөнки бының өсөн заманса микроэлектроника сәнәғәте булдырыу талап ителә. Бында һүҙ иң тәүҙә яңы быуын интеграль микросхемалар (микрочип) һәм улар нигеҙендә ҡоролған процессорҙар тураһында бара.
Процессорҙар өлкәһендә АҠШ-тың Intel һәм АМD компаниялары донъя лидерҙары булып тора. Улар икеһе лә Калифорния штатында урынлашҡан. Санта-Клара ҡалаһындағы Intel (Integrated Electroniсs) өлөшөнә бөтә донъяла сығарылған процессорҙарҙың теүәл 80 проценты тура килә, Саннивейл ҡалаһындағы АМD (Advanced MicroDevices) 12 процентын етештерә. Дөйөм алғанда, был өлкәлә АҠШ өлөшө 92 процент тәшкил итә. Сағыштырыу өсөн: Рәсәй Федерацияһы өлөшө – ни бары 0,23 процент. Калифорниялағы пред­прия­тиеларҙа Рәсәйҙән киткән ин­женерҙар күп эшләй. Мәҫәлән, Intel корпорацияһында программалау­сыларҙың ҙур өлөшөн яҡташтарыбыҙ тәшкил итә – улар унда 850 кеше. Корпорацияның башҡарыусы директоры Крейг Барретт һуңғы йылдарҙа ғына дүрт тапҡыр Мәскәүҙә булып китте, һәм ул йыйған белгестәр – “Барреттың рус командаһы” Калифорнияла иң көслө программалаусылар коллективы иҫәпләнә.
Процессорҙарҙың ҙур өлөшө хәрби техникала ҡулланылыуы сер түгел. Мәҫәлән, бөгөн яңы 5-се быуын хәрби самолет – тулыһынса компьютерлаш­тырылған машина. Унда компьютер элемент базаһы – иң тәүҙә процес­сорҙар фәҡәт үҙебеҙҙә генә сығарылған булырға тейеш. Әммә беҙҙә заманса микроэлектроника етештерерлек тейешле матди база юҡ. Авиация техникаһын алһаҡ, уға авионика (борт электроникаһы) етештергән заводтар хәҙер һәр яҡтан иҫкергән, күптәре ябылған, ҡиммәтле кадрҙары, технологиялары юғалтылған. Өфө приборҙар эшләү берекмәһе (40-сы һанлы завод) тармаҡта иң көслө предприятие иҫәпләнеп, барлыҡ төр самолеттар һәм вертолеттар, йыһан аппараттары өсөн автопилоттар, САУ (автоматик идара системалары), борт хисаплау ҡорол­малары сығарҙы.
Бөгөнгө көндә авионика етештереүсе заводтар алдында торған иң ауыр проблема электрон компонент базаһына, дөрөҫөрәге, уның булмауына бәйле. Әммә был проблемаға киңерәк ҡарау талап ителә. Авиация һәм йыһан технологиялары менән шөғөлләнеүселәр иһә уның менән алдараҡ осрашты. Әгәр беҙ өҫтәлебеҙҙәге ҡәҙимге компьютерыбыҙҙы тоҡандырһаҡ, мотлаҡ Intel корпорацияһының процессорын һәм Microsoft корпорацияһының операция системаһын эшкә егәбеҙ. Әммә ул продукттарҙы, ниндәй генә уңайлы, камил булмаһындар, беҙ бөтә ерҙә лә ҡуллана алмайбыҙ. Иң тәүҙә, әлбиттә, хәрби техникала. Тимәк, сифаты буйынса насарыраҡ булһа ла, үҙебеҙҙекен етештерә башлау талап ителә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 246

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 338

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 340

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 301

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090