Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Краснодар сәйен эсербеҙме?
Краснодар сәйен эсербеҙме?Сәйҙе донъяның барлыҡ илдә­рендә лә яратып эсәләр. Рәсәй халҡы айырыуса. Ҡунаҡ килһә лә, сәйнүгебеҙ йәһәт кенә ҡайнап сыға. Күрәһең, бер аҡыл эйәһенең “Сәй­һеҙ тормош юҡ” тигән әйтемендә тулы хаҡлыҡ бар.


Эсемлектең файҙалы үҙенсәлек­тәре тураһында күп һөйләргә була. Юҡҡа ғына урыҫ атамаһы тәүҙә дарыу үләне исеме итеп ҡулланылмаған. Сәйҙә бөтә файҙалы матдәләр бар тиерлек, бигерәк тә С (лимон йәки әфлисун һутына ҡарағанда дүрт тапҡырға күберәк), Р (рутин – күҙәнәктәрҙең тын алыуына һәм тамырҙарҙың туҡландырылыуына булышлыҡ итә), В төркөмө (тире, сәс торошо өсөн яуаплы, бауыр һәм нервы системаһының эшмәкәрлеген яҡшыр­та) витаминдарына бай.
Кофеин йөрәк-ҡан системаһы эшмәкәрлеген яйға һала, калий йөрәк тарамыштарына ыңғай тәьҫир итә. Сәй матдәләр алмашыныу продукттарын кәметә, шуның менән йөрәкте сыҙамлыраҡ итә. Әммә ҡаты сәй, кофеины күп булыу сәбәпле, йөрәк тибешен көсәйтә.
Ҡара сәй ҡан тамырҙарына яҡшы, уларҙың һығылмалылығын нығыта. Был бигерәк тә оло кешеләр өсөн мөһим. Йәшеле тамырҙарға май ҡатламы ултырыуҙан һаҡлай. Шулай уҡ ҡан баҫымын (түбән булғанда – ябай ҡара сәй, юғары икән, йәшел сәй эсергә кәңәш ителә: даими ҡуллан­ғанда ҡан баҫымы 10 – 20 процентҡа түбәнәйә) нормалләштерә, баш ауыртыуын баҫа.
Эсемлек мейе һәм йөрәк-ҡан тамырҙарын киңәйтеп, ҡан әйләнешен тиҙләтә. Канада ғалимдары инсульт кисергән кеше мейеһенең функцияларын тергеҙеүҙә сәйҙең әһәмиәте ҙур булыуын билдәләй.
Нервы системаһы өсөн дә файҙалы. Стресс, миҙгел алмашыныуына бәйле еңел депрессия мәлендә тонусты күтәрә, көс бирә. Юҡҡа ғынамы томанлы Англия халҡы уны көнөнә әллә нисә сынаяҡ эсеүҙе хуп күрә.
Һинд сәйе, ҡытай сәйе... Магазин кәштәләре уның төрлө төрҙәренә бай хәҙер. Барлыҡ халыҡ яратып ҡул­ланған эсемлектең башлыса сит илдәрҙән булыуына ла ғәҙәтләнеп бөткәнбеҙ. Шул саҡ, әллә хәҙер ул үҙебеҙҙә бөтөнләй үҫтерелмәйме икән, тигән һорау тыуа.
СССР тарҡалғандан һуң сәй етештереү Рәсәйҙең Краснодар крайында ғына ҡала. Әлбиттә, уҙған быуаттың 90-сы йылдары көрсөгөн был өлкә лә ауыр кисерҙе.
Әйткәндәй, был тармаҡ Бөйөк Ватан һуғышынан һуң етеҙ темпта үҫешә. Төбәктең Адлер, Лазарев районда­рындағы плантацияларға Майкоп, бер аҙҙан Тула, Горячий Ключ районда­рындағы сәй баҫыуҙары өҫтәлә. Уларҙың майҙаны 1,5 мең гектарҙан ашып китә. Әлбиттә, был йылдарҙа фәнни йәһәттән дә һөҙөмтәле эш алып барыла. Краснодар сәй үҫтереү­селәре 1950 – 1980 йылдарҙа урын­дағы культураның иң яҡшы сорттарын барлыҡҡа килтерә. “Краснодар гөллә­мәһе” тигән сорт донъя күләмендә юғары баһа алды, белгестәр уны йомшаҡ, тәмле, бәрхәт, шул уҡ ваҡытта үтә ныҡ еҫле булмауы өсөн юғары баһалай. Шулай ҙа был сәй совет осоронда күпләп етештерелмәне һәм ғәҙәти сауҙа кәштәләренә барып етмәне тиерлек. Йәнә “Экстра” сәйен һатып алырға мөмкин ине. Әммә ҡаптарының үтә ябай булыуы һәм әҙер продукцияны матур һаҡла­мауҙары уның сифатын ныҡ төшөрҙө, сөнки Краснодар сәйе юлды, насар ҡапты “ҡыйын кисерә”.
Ауыр замандарҙан һуң Рәсәй сәйенең хәле тотороҡлана башланы. Әлбиттә, сифаты йәһәтенән үтә шәп тип булмай, күләме лә әүәлге кимәлгә етмәй. Шулай ҙа Догамыстағы, Ад­лерҙағы сәй эшкәртеү һәм төрөү фабрикаһы эшләп килә, Рәсәйҙәге берҙән-бер “Краснодарчай” етеште­реүсе фирмаһы ла һаҡланды.
Быйыл сәй беҙҙә бығаса күрелмәгән уңыш менән ҡыуандыра. Былтыр ошо тармаҡта тир түккән Рәсәй хужа­лыҡтары был культураны 300 тонна йыйып алһа, хәҙер иһә өс тапҡырға күберәк – 1000 тонна самаһы. Һуңғы йылдарҙа плантациялар 40-тан 100 мең гектарға тиклем етте һәм совет осорондағы күләмдән артты. Әй­теүебеҙсә, беҙҙә сәй башлыса Краснодар крайында үҫтерелә. Бында майҙан авгусҡа тиклем ул алты-ете тапҡыр уңыш бирә. Азияның көньяҡ-көнсығышындағы кеүек йыл әйләнә­һенә тиерлек – 30 мәртәбәгә тиклем – уңыш алмаһаҡ та, был күрһәткес тә насар түгел.
Совет осоро менән сағыштырғанда, иң мөһиме – Рәсәй сәйенең сифаты кинәт артты. Әлбиттә, ул – үтә нескә культура, йыйыу ҡатмарлы. Билдәле булыуынса, хуш еҫле эсемлек ҡыуаҡлыҡтың иң өҫкө япраҡтарынан ғына алына. Плантацияла эшләү ҙә еңелдән түгел: бер килограмм киптерелгән сәй әҙерләү өсөн эшсегә дүрт тапҡыр күберәк япраҡ өҙөргә тура килә. Шуға ла бынан 20 йыл элек үҫемлекте машина ярҙамында йыя башланылар. Был эш барышын тиҙ­ләтте, әммә һөҙөмтәлә бункерға аҫҡы япраҡтар, хатта һабаҡтары ла эләгә башланы. Бөгөн Рәсәй эшсәндәре, Ҡытай, Һиндостан, Шри-Ланка илдә­рендәге кеүек, сәйҙе тағы ҡул менән йыя.
Рәсәйҙә иң яҡшы тип бөртөклө сәй һанала. Уның тәмен яҡшыртыу маҡ­сатында асылмаған бөрөләрҙе ҡуша­лар. СССР ваҡытында бөртөклө сәйҙе 30 процент самаһы ғына сығар­һалар, бөгөн ул 100-гә яҡынлашып килә.
Хатта бөгөн Рәсәй сәйен етештереү буйынса рекорд ҡуйһаҡ та, халыҡтың бер проценттан күберәк өлөшөн генә эсемлек менән тәьмин итә алабыҙ. “Рәсәй халҡы сәйҙе инглиздәргә ҡарағанда ла күберәк эсә. Илебеҙ донъяла был культураны иң күп һатып алыусы булараҡ билдәле. Беҙ йылына 160 мең тонна сәй ҡул­ланабыҙ”, – ти Росчайкофе” ассо­циацияһы директоры Рамаз Чантурия.
Инглиздәр кеүек, Рәсәй халҡының ундан туғыҙы ҡара сәй эсә, башлыса Һиндостанда һәм Ҡытайҙа үҫтерелгән ассам сортына өҫтөнлөк бирә. Уның айырмаһы шунда: илдәге сәйҙең 60 проценты эсемлектең япраҡтарынан ҡайнатылмаған, ә пакеттарға тул­тырылған. Аңлашыла: бындай сәйҙең сифатын яҡшы тип булмай. Мәҫәлән, бик йыш унда арзан Африка сорттарын ҡушып ебәрәләр. Тағы Азербайжанда үҫтерелгән түбән сортлы япраҡтар ҡушылған осраҡтар ҙа бар. Әйткәндәй, ул – совет осорондағы илдәр ара­һында үҙен сәй менән тулыһынса тәьмин иткән берҙән-бер төбәк. Бында йыл һайын 20 – 30 мең тонна сеймал етештерелә.
Япраҡтар сифатлы булғанда ла уға йыш ҡына төрлө тәмләткестәр ҡушыла. ГОСТ талаптары буйынса, төрлө өҫтәлмәләрҙең өлөшө 50 про­центҡа тиклем етергә мөмкин. Күп һанлы тикшереүҙәр һәм тестар күрһәтеүенсә, ҡайһы бер етеш­те­реүселәр төрлө үләндәрҙе, тәм­ләт­кестәрҙе хатта 60 – 70 процентҡа тиклем ҡуша. Был, әлбиттә, яҡшы түгел һәм быны күптән сикләргә ваҡыт. Тап шуға ла Дәүләт Думаһы депутаттары сәйгә ҡарата техник регламент ҡабул итеү мәсьәләһен күтәрә. Көҙгө сессияла ул йәнә ҡараласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 246

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 302

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090