Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йыраҡтан үҙенә тарта Менәүәрә шишмәһе
Йыраҡтан үҙенә тарта Менәүәрә шишмәһеУразай ауылының Ҡушсы йылғаһы буйындағы Менәүәрә шишмәһе Экология йылында яңы төҫ алды. Уны төҙөкләндереүгә республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, “Газпром Трансгаз Өфө” йәмғиәте генераль директоры Шамил Шәрипов ҙур ярҙам күрһәтте.

Һалҡын һыуы Ҡушсыға ҡойған, әрәмәгә һыйынып ултырған шиш­мәне ҡәҙерләп һаҡлай уразайҙар. Уның тарихын да йәш быуынға һөйләп киләләр. Ә тарихы үҙенсә­лекле. Райондан Бөйөк Ватан һуғышына алынған 50 ҡатын-ҡыҙҙың унауһы Уразай ауылынан, шуларҙың береһе Менәүәрә Ҡор­ба­нова була. Ҡыҙ, дошман танкы­һына граната ырғытып, үҙ-үҙен ҡорбан итә. Ауыл уртаһындағы шишмәне уның иҫтәлегенә атай ауылдаштары.
Уразай ауылы ҡараған Иҫке Янбай ауыл биләмәһе башлығы Рәзиф Ахунов аңлатыуынса, Шамил Ғосман улы Экология йылында Балтас, Асҡын, Тәтешле райондарында берәр шишмәне төҙөклән­де­рергә вәғәҙә итә. Беҙҙең район­дағы тәҡдимдәр ҡаралғандан һуң Менәүәрә шишмәһенә туҡталалар.
Шишмәне төҙөкләндереүгә әҙерлек эштәрен райондың “Агропродукт” йәмғиәте ир-егеттәре башҡарҙы. Йәмғиәт вәкиле Ренат Хәйруллин:
— Шишмә майҙанына тәбиғи таш түшәлде. Һуҡмағына лемезит тип аталған тәбиғи декоратив таш йәйелде, ул бетонлы нигеҙгә нығытылды, — ти.
Шишмә янындағы майҙанға ял урыны өсөн профилдән эшләнгән сатыр урынлаштырылды. Түбәһен — йәшел ҡалайҙан, иҙәндәрен һәм эскәмйәһен ағастан эшләгән газпромдар.
Рәзиф Мөбәрәк улы әйтеүенсә, элек урындағы халыҡ шишмә һыуын эскән. Хәҙер ауылда һыу селтәре үткәрелгән һәм күптәрҙең эсәр һыуы өйҙә крандан аға. Ә шишмә фәҡәт ял урыны булараҡ файҙаланыла.
Ауыл биләмәһендәге өс шиш­мәнең (шуларҙың береһе — Менә­үәрә шишмәһе) һыуына бактериологик һәм химик анализдар үткә­релгән. Улар һөҙөмтәләре буйынса өсәүһенең дә һыуы эсергә яраҡлы тип табылған.
Яңыртылып матур төҫ алған Менәүәрә шишмәһе йыраҡтан үҙенә саҡырып тора, һыуһағандарға һаулыҡ, көс өҫтәй.

Балтас районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 246

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 302

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090