Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әрәмтамаҡ һалым түләй алырмы?
Әрәмтамаҡ һалым түләй алырмы? Рәсәй Хөкүмәте бер ҡайҙа ла эшләмәгән кешеләрҙән һалым түләтеү мәсьәләһен хәл итеүҙе тағы көн тәртибенә индерҙе. Сәбәбе ябай һәм күптән билдәле: әрәмтамаҡтар килемдән һалым да, страховка иғәнәһе лә түләмәй, ә дауаханала һәм белем биреү учреждениеларында бушлай хеҙмәтләндерелә, етмәһә, пенсияға ла өмөт итә. Дөрөҫ, әрәмтамаҡ тип аталған ҡатламдың күпселек өлөшө үҙе һәм ғаиләһе өсөн аҡса таба, фәҡәт бер ҡайҙа ла рәсми теркәлмәгән, йәғни хәҙерге төшөнсә менән әйтһәк – фрилансерҙар. Улар ниндәй генә һөнәрҙә йәки тармаҡта эшләмәй: репетиторҙар, бала ҡараусылар, яҙыусылар, рәссамдар, йорт хеҙмәтселәре, таксистар, шәхси йорт һалыусылар, программалаусылар, автомобиль йүнәтеүселәр... Әйткәндәй, ауылда ярҙамсы хужалыҡ менән шөғөлләнгәндәр ҙә үҙ ихатаһында ялһыҙ эшләй, әммә килемдән һалым түләмәй...

“Росстат” мәғлүмәттәренә ҡара­ғанда, бындайҙар беҙҙең илдә 15 миллиондан ашыу кеше икән. Рәсәйҙең Юғары иҡтисад мәктә­бенең хеҙмәт тикшеренеүҙәре үҙәге директоры Владимир Гимпельсон иҫәпләүенсә, 2030 йылға ошо ҡат­лам кешеләренең алты миллионға артыуы ихтимал. Дәүләт власы органдары тап ошо ҡатламды “күләгәнән” сығарырға хыяллана ла инде.
Башта, был мәсьәлә буйынса ҡарарҙы әҙерләүселәр фекеренсә, рәсми эшләмәгәндәрҙең исемлеген төҙөү зарур. Уларға хеҙмәт йәшендә булып та бер ниндәй һалым түләмәгән кешеләр индереләсәк. Әлегә һәр кемдән йылына 20 мең һум түләтеү тураһында һүҙ бара. Һөҙөмтәлә Пенсия һәм Мотлаҡ медицина страховкалауы фондтарына ғына ла 100 миллиард һумдан ашыу йыйырға иҫәп тоталар.
– Эш менән үҙ-үҙен тәьмин иткәндәр, йәғни рәсми теркәлмәгән хеҙмәт менән шөғөлләнгәндәрҙән һалым түләткәндә уларҙың мөлкәте лә иҫәпкә алынырға тейеш, – тип белдерҙе яңыраҡ Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин, Көнсығыш иҡтисади форумында сығыш яһап.
Быныһы бигүк аңлашылмай: мөлкәткә һалым, әгәр ҙә ул “Росреестр”ҙың кадастр иҫәбенә ингән икән, кешенең ҡайҙалыр эшләү-эшләмәүенә ҡарап түләнергә тейеш бит. Дөрөҫ, ауылдарҙа бик күп йорттар тиҫтәләрсә йылдар дауамында рәсми бер ҡайҙа ла теркәлмәгән килеш ултыра (элек ҡала фатирҙары ла ҡануни яҡтан дәүләт милке иҫәпләнә ине бит). Күрәһең, хәҙер уларына ла иғтибар артасаҡ.
Ә бит, дөрөҫөн әйткәндә, рәсми теркәлмәй эшләп йөрөгәндәр был хәлгә сараһыҙҙан бара. Күпмелер ҡағыҙ юллап, һалым инспекцияларында ҡабул иткәндәрен көтөп ваҡыт уҙғарһа, уның эшен кем эшләй? Ул бит ниндәйҙер конторала айлыҡ окладта ултырыусы түгел. Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Елена Дыбова әйтеүенсә, бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиеһы етәкселәренең 90 процент ваҡыты төрлө ҡағыҙҙар тултырыуға, белешмәләр һәм отчеттар әҙерләүгә, тикшереүсе комиссияны оҙатып йөрөүгә китә. Был үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй.
Иҡтисади яғы тағы ла мөһи­мерәктер, моғайын: сеймал һәм хеҙмәт ҡоралдары һатып алыу, эш урыны әҙерләү һәм башҡа бихисап нәмәләргә күпме сығым китә. Заказсыһы ла береһе артынан икенсеһе килеп тормай бит әле, үҙеңә эҙләргә кәрәк. Өфөлә рәсми теркәлмәй эшләп йөрөгән таныш төҙөүселәрҙе беләм – уларҙың бригадаһына заказсылар табып бирергә ярҙам иткән махсус фирма бар. Тәбиғи, бының өсөн уға түләү зарур. Кешенең рәсми теркәлмәй эшләгәнен иҫбатлау ҙа тейешле органдар өсөн ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Әйтәйек, кемдеңдер фатирында ремонт эшләп йөрөйөм икән, бәлки, мин дуҫыма ярҙамға ғына килгәнмендер?
Бер ҡайҙа ла эшләмәгән йәки рәсми теркәлмәй хеҙмәт иткән кешеләрҙән һалым түләтеү тура­һындағы шундайыраҡ ҡағиҙә бер нисә йыл элек Белоруссияла ла индерелгәйне. Ләкин әлеге һалымды рәсми теркәлмәгәндәр иҫәбенә ингән 400 мең кешенең 50 меңе генә түләй алған, ҡалған­дарының хәленән килмәүе асыҡ­ланған. Хәҙер был һалымды өйҙә ултырған әсәләрҙән, инвалидтарҙан һәм һалдаттарҙан түләтмәҫкә булғандар.
Күптән түгел ил Хөкүмәте вице-премьеры Ольга Голодец, Рәсәй Фәндәр академияһы аналитиктары биргән мәғлүмәткә таянып, рәсми теркәлмәй эшләгәндәрҙең ғәмәлдә 30 миллионға яҡын кеше булыуы тураһында белдергәйне. Тимәк, аныҡ ҡына һандар юҡ. Шуға күрә ҡаҙна өсөн күпме йыйым булырын да алдан өҙөп кенә әйтеп булмай. Һәр хәлдә, студенттарҙан, инва­лидтарҙан һәм хеҙмәт биржаһында сиратта торғандарҙан һалым түләтергә берәү ҙә уйламайҙыр. Шул уҡ ваҡытта кескәй бала тәрбиәләгән әсәйҙәр, ауылда бүтән эш булмауы арҡаһында ихатаһында мал аҫраған граждандар ҙа ундай бурыстан азат ителер тип өмөт итәһе ҡала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 318

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 334

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 284

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 257

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 490