Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәштәр ни өсөн ауыл тормошон һайлай?
Йәштәр ни өсөн ауыл тормошон һайлай?Ауыл кешеһенә малсылыҡта ла, үҫемлекселектә лә ямғыр ҙа, ҡар ҙа ҡамасауламай, улар тәбиғәт һынауҙарына бирешмәй, үҙ бурыстарын намыҫлы башҡарырға өйрәнгән. Бөгөн дә ураҡ эштәрен ваҡытында һәм, иң мөһиме, бер генә башаҡты ла юғалтмайынса, атҡарып сығыу бурысы менән янып йәшәйҙәр.
— Халыҡтың уңғанлығына, тырышлығына аптырарһың инде, алһыҙ-ялһыҙ иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр ялан-баҫыуҙарҙан ҡайтып инмәй, — ти Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы Юрий Миңзарип улы Садыров. — Шөкөр, игенселәрҙең кәйефе күтәренке, сөнки баҫыуҙарҙан хужалыҡ ихаталарына ылау-ылау мул уңыш ҡайта, хатта бөгөн келәттәрҙә урын да юҡ.
Төбәктең барлыҡ хужалыҡтарында әле ҡыҙыу осор, ауыл эшсәндәре күп көс, тир түгеп йыйылған уңышты әрәм-шәрәм итмәй һаҡлауға һалып, ерҙе туңға һөрөп, минераль ашламалар менән туйындыра.
Үрге Ҡасмаш ауылынан крәҫ­тиән (фермер) хужалығы етәк­сеһе Владислав Бикмырҙин да баҫыуҙан ҡайтып инмәй, хеҙмәт­кәрҙәре менән аяҙ көндәрҙе файҙаланып, тиҙ арала уңышты йыйып алып, һаҡлауға һалыу бурысы менән йәшәй. 2002 йылда дүрт гектарҙа ғына эш башлаған фермер әле 4 мең гектарҙан ашыу майҙанды эшкәртә. Рәсәйҙә, сит илдә етештерелгән заманса һәм ҡеүәтле ауыл хужалығы техникаһы ярҙамында баҫыу эштәрен алып бара.
— Быйылғы уңыштан хатта баш әйләнә, яҙҙан сәселгән бөтә культуралар ҙа мул булыуы менән һөйөндөрә, тик бына уны һатыу мәсьәләһе генә киҫкен тора, игенгә хаҡ түбән, — тип борсола фермер.
Ысынлап та, келәт-амбарҙар түшәмгә ҡәҙәр ашлыҡ менән тул­ған, ә баҫыуҙарҙан әле бөтә уңыш йыйып алынмаған. Уңышты һаҡ­лау өсөн заманса иген һаҡлағыс төҙөп ултыртҡандар, келәт-амбарҙар етерлек. Техниканың яңы, төҙөк булыуы ла эште тотҡарлыҡһыҙ башҡарып сығырға мөмкинлек бирә.
Йәштәр ни өсөн ауыл тормошон һайлай?Владислав Петрович — тө­бәк­тә һөҙөмтәле эшмәкәрлек алып барған крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе. Әлбиттә, быға өлгәшеү өсөн уға бик күп тырышлыҡ һалырға тура килә. Бала саҡтан әсәһе янына фер­маға йөрөргә ярата ул. Әсәһе Софья Шәмси ҡыҙы районда ғына түгел, республикала билдә­ле шәхес — Хеҙмәт Ҡыҙыл Бай­раҡ һәм Ленин ордендары кавалеры. Етенсе класта Владислав үҙе тәү тапҡыр фермаға эшкә килә, һуңынан комбайнсы ярҙамсыһы була, үҫә төшкәс иһә үҙаллы штурвалға ултыра. Мәк­тәптән һуң туған колхозында эш­кә ҡала. Әммә үҙгәртеп ҡороу елдәре ул эшләгән “За коммунизм” хужалығын да тарҡалыу сиге­нә килтерә. Ҡасандыр гөрләп торған хужалыҡтың юҡҡа сы­ғыуын, ауылдаштарының эшһеҙ ҡалыуын ауыр кисерә Владислав. Ул туғандары менән кәңәшләшеп, фермер хужалығы ойошторорға йөрьәт итә. Булдыҡлы егет малсылыҡты һайлай. Бер нисә йыл эсендә ауылда көслө хужалыҡ булдырыуға өлгәшә. Бөгөн уның хужалығында 300-ҙән ашыу һыйыр малы тотола, 70-ен һауалар, әҙер продукцияны Нефтекама һөт заводына тапшыралар. Һатыуҙан килгән табыш фәҡәт эш хаҡы түләүгә, ваҡ ремонт эштәренә тотонола. Бынан тыш фермерҙың 180 баш йылҡыһы ла бар. Киләсәктә мал һанын арттырыуҙы күҙаллай.
Йәштәр ни өсөн ауыл тормошон һайлай?— Бөтә уңайлы шарттар, мөмкинлектәр бар, шуға ла малсылыҡ тармағына иғтибарҙы көсәйтергә иҫәп тотабыҙ. Шөкөр, заманса һөтсөлөк фермалары уңышлы эшләй, иң мөһиме, үҙ эшенә талапсан ҡараған хеҙмәткәрҙәр беҙҙә байтаҡ, — ти Владислав Петрович.
Әйткәндәй, ул һигеҙ кешегә эш урыны булдырған, ә яҙғы ба­ҫыу эштәре, бесән әҙерләү, урып-йыйыу осоронда уларҙың һаны бермә-бер арта икән. Эш һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙең дә үте­несен ҡәнәғәтләндереп, күптәрҙе эш урыны менән тәьмин итә.
Әлбиттә, ишле малды ашатырға ла кәрәк, шуға ла Владислав өс меңдән ашыу гектарҙа иген культураларынан тыш күп йыллыҡ үләндәр ҙә үҫтерә. Мал аҙығына бында ҡытлыҡ юҡ, уны ике йыл ярымға етерлек итеп хәстәрләгәндәр, силос соҡорҙары ла тулы.
— Беҙ тырыш, уңғандарҙы ихтирам итәбеҙ, ялҡауҙар, эш һөймәгәндәр хужалыҡта эшләй алмай. Шуға ла тик ерҙе яратҡан, ауылды үҙ иткәндәр генә хеҙмәт итә, — ти Владислав Бикмырҙин.
Йәштәр ни өсөн ауыл тормошон һайлай?“ИТС Агро” яуаплылығы сик­ләнгән йәмғиәте баҫыуҙары ла мул уңышы менән ҡыуандыра. Хужалыҡ игенселәре бөгөнгә 117 гектарҙа ҡарабойҙай, 327 гек­тарҙа ужым культуралары һәм 715 гектарҙа иген культуралары йыйып алыуға өлгәшкән, гектар ҡеүәте лә яҡшы — 25 центнер тәшкил итә. Әле бөтә уңыш ҡеүәт­ле йөк машиналарында ырҙын табағына ҡайта, таҙартылған ашлыҡ иһә заманса келәттәргә һаҡлауға һалына. Йәмғиәттә биш механизатор, бер агроном эш менән мәшғүл. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, һөҙөмтәләргә ҡарап премиялар ҙа бирелә.
— Элекке ташландыҡ баҫыу­ҙар­ҙы эшкәртеп, минераль ашламалар менән туйындырып, бына икенсе йыл рәттән ярайһы ғына уңыш алыуға өлгәшәбеҙ, — ти йәмғиәттең башҡарыусы директоры Сергей Огуречников. — Ауыл халҡының кәйефе күтә­ренке, “оҙаҡ йылдар перспекти­ваһыҙ һаналған ауылға йән һәм йәм инде” тип ҡыуана улар.
Ысынлап та, ошо ауыл егете, “ИТС Агро” йәмғиәте генераль директоры Михаил Попов тыуған ауылын яңынан аяҡҡа баҫтырыу өсөн күп көс һала. Бөгөн Братовщина ауылы күҙгә күренеп үҙгәрә, яңы йорттар ҡалҡа. Етәкселек хеҙмәткәрҙәр өсөн бөтә уңайлыҡтары булған дөйөм ятаҡ төҙөүҙе күҙаллай. Тиҙҙән ауыл урамдарына ҡырсынташ түшәләсәк, район үҙәгенә йөрөү ҙә күпкә еңеләйәсәк, әле юл мәсьәләһе хәл ителә.
Хужалыҡ етәкселеге техника яңыртыуға аҡса йәлләмәй, бөгөн баҫыуҙарҙы сит илдә һәм Рәсәйҙә етештерелгән ҡеүәтле техника иңләй. Йәмғиәт киләсәктә малсылыҡ тармағына ла иғтибар бүлмәксе. Ярма ярҙырыу цехы, заманса оҫтахана, гараж төҙөргә уйлайҙар. Тиҙҙән “ЗАВ” агрегаты сафҡа инәсәк.
— Әлбиттә, беҙгә махсус белемле белгестәр менән бер рәттән эшселәр ҙә талап ителә, ә йәмғиәткә килеүселәр булһа, уларҙы торлаҡ менән дә, эш урыны менән дә тәьмин итергә мөмкинлектәр бар, шуға ла һәр кемде эшкә саҡырып ҡалабыҙ, — ти Сергей Анатольевич.
“Восход” ауыл хужалығы кооперативы (етәксеһе — Дамир Әнғәм улы Низаметдинов) ырҙын табаҡтарында ла эш иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр дауам итә. Ылау-ылау булып килгән йөк машиналары баҫыуҙарҙан уңыш ташый. Хужалыҡ етәкселеге лә, быйылғы уңыштың мул булыуын билдәләп, “игенгә хаҡ булмауы ғына бер аҙ кәйефте төшөрә”, тип борсола.
Йәмғиәттең өс мең гектар ере бар, бөгөнгә игенселәр һоло, арпа, борсаҡ, арыш, иген баҫыуҙарынан мул уңыш йыйып алған да инде. Ошо көндәрҙә ураҡты тамамларға иҫәп тоталар. Гектар ҡеүәте лә бына тигән — гектарынан уртаса 32-шәр центнер алғандар. Сәғәтенә 20 тонна ашлыҡ эшкәртеү һәләтенә эйә булған заманса иген киптергес төҙөп ултыртҡандар. Тимәк, баҫыуҙарҙан ҡайтҡан ашлыҡ сифатлы һаҡланасаҡ.
Етәкселек алдынғы комбайнсылар Григорий Тимерғәлин, Алик Йәндемәров, Григорий Иргибаев һәм Юрий Изибаев, водитель Игорь Баймырҙин, мал аҙығы әҙерләүҙә Федор Ирбулатов менән Анатолий Романовты һәр яҡлап маҡтап телгә алды. Әйткәндәй, бында эш хаҡы юғары, ҡыҙыу миҙгелдә ураҡ батырҙары ҙур ихласлыҡ күрһәтеп, ғаилә бюджетын ярайһы ғына тулыландыра. Етәкселек тарафынан һәр яҡлап иғтибар, ихтирам булғас, белемле кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ, йәштәр ҙә ауыл тормошон һайлап яңылышмай.
Йәштәр ни өсөн ауыл тормошон һайлай?Йәмғиәт, нигеҙҙә, малсылыҡ һәм үҫемлекселек менән ныҡлап шөғөлләнә. Мал һаны ишле, шуға ла ҡыш мал аҙығы мул булһын өсөн етерлек күләмдә әҙерләнгән, ике мең тонна силос һыйҙырышлы соҡорҙар тулы. Бында төҙөлөш туҡтағаны юҡ, тағы ла өс силос соҡоро төҙөлә, фермалар малды ҡаршыларға әҙер, йәй матур итеп ремонт та үткәргәндәр. Техника паркы ла бай, йыл һайын тиерлек яңы ауыл хужалығы техникаһы, төрлө ҡоролмалар йәмғиәткә һатып алына.
Хужалыҡта 40 кеше эш урыны тапҡан. Хеҙмәткәрҙәр бушлай ике тапҡыр йылы аш менән тәьмин ителә. Эш хаҡының юғары булыуы йәштәрҙе йәмғиәткә тарта, белемле кадрҙар ҙур ихласлыҡ менән килә. Төрлө социаль яҡ­лау­ҙар, премиялар ҙа ҡаралған. Шәхси ихатаһында мал аҫра­ғандар ҙа иғтибарҙан ситтә түгел, бесән-һаламы, ашлығы бүленә.
Хужалыҡ етештергән малсы­лыҡ продукцияһын эшкәртеү һәм һатыу буйынса уңышлы эшмә­кәрлек алып бара. Район үҙәгендә генә түгел, тирә-яҡ ауылдарҙа ла “Ышаныс” аҙыҡ-түлек магазиндары уңышлы эшләй. Бынан тыш кондитер, төрлө ит ризыҡ­тары етештереү цехтары бар. Өс ашхананан халыҡ өҙөлмәй, бында килешеү нигеҙендә туй тантаналары, төрлө байрам саралары, юбилейҙар үткәрелә. Продукцияның сифатлы һәм арзан булыуы һатып алыусыларҙы ылыҡтыра.
— Беҙ етештергән продукцияны халыҡ яратып һатып ала, заказ буйынса ла эшләйбеҙ. Шуға ла кәштәләрҙә оҙаҡ ятмай, тиҙ арала һатылып бөтә, — ти йәм­ғиәттең кадрҙар бүлеге начальнигы Любовь Фәтихова. — Ассортиментты төрләндереү өҫтөн­дә лә эш алып барабыҙ, ә бының өсөн бөтә уңайлы шарттар бар.

Ҡалтасы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 320

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487