Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күркә алыҫҡа оса...
Күркә алыҫҡа оса... Күркә итенән әҙерләнгән ярымфабрикат, колбаса, сосискалар... Мәләүез районында урынлашҡан М. Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы предприятиеһында етмеш төрҙән ашыу продукция етештерелә. Уларҙың сифаты хаҡында Рәсәй, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә яуланған бихисап наградалар һөйләй.


Һуңғы осорҙа республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә, ҡалаларҙа “Индюшкин” махсуслашҡан сауҙа селтәрҙәре барлыҡҡа килде. Йәнә шуныһы үҙенсәлекле: ҡошсолоҡ фабрикаһы етештергән барлыҡ продукция ла хәләл. Ә уларҙы әҙерләү Башҡортостандың хәләл стандарты күҙәтеүендә башҡарыла, соя, ГМО кеүек төрлө ҡушылмалар өҫтәү ҡәтғи тыйыла. Тап шуға ла был продукцияларҙы төрлө дин һәм милләт кешеләре ихлас һатып ала. Әлбиттә, юғары сифатлы ит етештереү өсөн ҡош-ҡортто туҡлан­дырыуға етди иғтибар бирелә. Бында ҡушылмаһыҙ тәбиғи аҙыҡтар ҡулланыла.
Комплексҡа тәүге йомортҡа партияһы 2009 йылда һалына. Ул саҡта канада тоҡомло илле мең себеш морон төртә. Был төр ҡоштар иртә өлгөрөүе менән отошло. Һуйыу ваҡытына аталары 19 килограмға тиклем тартһа, инәләре 9 – 10 килограмм самаһы тәшкил итә.
Предприятие сит илдәрҙән алынған заманса ҡорамалдар менән йыһазлан­дырылған. 2008–2014 йыл­дарҙа йылына 30 мең тонна ит эшкәртеү ҡеүәтенә эйә булған комплекс төҙөлдө. Уның хаҡы 8656,9 миллион һум самаһы тәшкил итте.
Күркә итендә А, Е кеүек витаминдар ҙур күләмдә булыуы менән файҙалы. Унда холестерин үтә аҙ, еңел үҙләш­те­релә. Тап ошо сифаттары менән диетик ризыҡ төрҙәренә инә. Тағы күркә ите составында тимер, кальций, натрий, фосфор, калий, көкөрт, йод, марганец, магний кеүек кәрәкле микроэлементтар күп.
Көрсөккә, иҡтисади санкцияларға ҡарамаҫтан, Рәсәй халҡы үҙебеҙҙең продукция менән илде генә түгел, сит дәүләттәрҙе лә туйындыра башланы. Мәҫәлән, күркә ите әҙерләү һуңғы дүрт йылда 2,5 тапҡырға үҫһә, экспортҡа оҙа­тыуҙы былтыр 25 процентҡа арттырҙы.
Тармаҡ күҙәтеүселәре билдәләүенсә, илдә күркә етештереү бынан ун йыл элек саҡ моронлай башланы. Ул осорҙа Бразилиянан һәм Евросоюз илдәренән туңдырылғанды ташыныҡ. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа хәл үҙгәрә башланы, сөнки үҙебеҙҙең ауыл хужалығы эшсәндәре был ҡошто үрсетеү табышлы шөғөл булыуын аңланы.
“BusinesStart” аналитик агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2004 йылда Рос­тов өлкәһендә күркә ите етештереү буйынса Рәсәйҙә беренсе ҙур сәнәғәт комплексы төҙөлә башланы. Һуңғы йылдарҙа был өлкәлә бер нисә ҙур предприятие файҙаланыуға тапшырылды.
Боҙ ҡуҙғалды, һөҙөмтәләр күҙгә күренеп үҫә. 2012 йылдан 2016 йылға тиклем предприятиеларҙа күркә ите етештереү 2,5 тапҡырға артып, 85 мең тоннанан 210 мең тоннаға еткән.
2015 – 2016 йылдарҙа Рәсәйгә импорт ит килтереү ике тапҡырға – 5,7 меңдән 3,4 мең тоннаға – кәмегән. Тап ошо йылдарҙа 200 тоннанан ашыу күркә ите беренсе тапҡыр Европа, Азия, Яҡын Көнсығыш, Африка һәм БДБ илдәренә оҙатылды.
Былтыр шаҡтай үҫеш күҙәтелгән. 2015 йыл менән сағыштырғанда, етештереү күләме 40 процентҡа артҡан. Әйткәндәй, быйыл уның бер аҙ әкренәйеүе лә ихтимал, сөнки әлеге лә баяғы ҡош киҙеүе арҡаһында илдә ҙур предприятиелар йөҙәр меңләп ҡошто юҡ итергә мәжбүр булды. Шуға ҡарамаҫтан, белгестәр тармаҡтың киләсәгенә ҙур өмөт менән баға: үҫеш концепцияһында 2020 йылға ҡәҙәр күркә ите етештереүҙе 585 мең тоннаға еткереү күҙаллана.
Бындай маҡсаттың сәбәбе билдәле: өлкәгә һалған аҡса үҙен аҡлай, ҙур табыш килтерә. Белгестәр әйтеүенсә, тауыҡ һәм күркә ите етештереү, башҡалар менән сағыштырғанда, табышлыраҡ шөғөл. Бығаса тармаҡҡа йәлеп ителгән инвестициялар, төҙөлөш, йәш себештәр һатып алыу ҙа шуны дәлилләй. Мәҫәлән, һыйыр, сусҡа ите етештереү оҙайлы ваҡыт һәм ҙур сығым талап итә.
Әйткәндәй, донъя баҙарында етди конкуренция көтә, шуға ла экспортҡа оҙатыу йәһәтенән дә йоҡлап йөрөргә ярамай, мөмкинлектәрҙе киңәйтеү мөһим.
Күҙәтеүселәр билдәләүенсә, былтыр илдә 1,74 мең тонна күркә ите сығары­лып, 2012 йылдан (75 мең тонна самаһы) 23,3 тапҡырға артҡан. Әммә артабан экспорт ғәжәп тиҙлек менән барасаҡ. Киләһе биш йылда экспорт күләме йыл һайын үҫеп, 2021 йылға илле мең тоннаға етергә тейеш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 318

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 334

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 284

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 257

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 491