Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Инициатива өсөн түләү шартмы?
Башҡортостан инициативалы бюджетлау буйынса Бөтә Рәсәй конкурсының 1-се турында абсолют еңеүсе тип танылды — финалға сыҡҡан 25 проекттың 11-е беҙҙең республиканан тәҡдим ителеп, тәүге өс урынды ла Башҡортостан проекттары яуланы, һәм улар өсөһө лә — Салауат ҡалаһынан: “Минең хыялдағы балалар баҡсаһы”, 1-се лицейҙа капиталь ремонт һәм “Юрматы ере” проекттары.
Граждандарҙың үҙ төбәктәрендәге иҡтисади үҫеш процесында ҡатнашыуы киң таралған практикаға әйләнеп бара. Муниципаль бюджеттарҙы реализациялау урындағы халыҡ ҡатнашлығында барһа, бюджет аҡсалары һөҙөмтәлерәк ҡулланыла. Инициативалы бюджетлау, бынан тыш, эшҡыуарҙарҙың һәм айырым граждандарҙың аҡсаһын йәлеп итеүҙе лә күҙ уңында тота. Мәҫәлән, Салауаттағы объекттарҙың сығымдарын, нигеҙҙә, эшҡыуарҙар үҙ өҫтөнә алған.
Бөтә Рәсәй Федерацияһы буйынса инициативалы бюджетлау проектта­рының финанслау күләме 780 миллион һум тәшкил итеп, уның 70 проценттан артығы — бюджет, 30 проценты эшҡыуарҙар иҫәбенә тура килһә, Башҡортостанда 276 миллион һум күләмендәге проекттарҙы финанслауҙың ҙурыраҡ өлөшө — 57 проценты — эшҡыуарҙарҙыҡы. Конкурста Башҡортостандан 11 проект финалға сыҡһа, икенсе урында килгән Ульяновск өлкәһенән — ете, Алтай крайынан һәм Ярославль өлкәһенән — икешәр, Коми Республикаһынан, Киров һәм Тверь өлкәләренән берәр проект үтә.
Конкурстың икенсе турында иң көслө өс проект һайлап алынып, еңеүселәр 21—22 сентябрҙә Өфөлә уҙғарыласаҡ БРИКС форумында иғлан ителергә тейеш.
Рәсәй Федерацияһы Финанс министр­лығы Финанс ғилми-тикшеренеү институ­тының Инициативалы бюджетлау үҙәге етәксеһе Владимир Вагин аңлатыуынса, беҙҙәге был хәрәкәт Бөтә донъя банкының 2007 йылда төҙөлгән “Урындағы инициативаларҙы яҡлау проекты”на һәм “партиципатор бюджетлауы” принциптарына нигеҙләнә. Америка Ҡушма Штаттарында, ЕС илдәрендә партиципатор бюджетлауы төшөнсәһе муниципаль бюджеттарҙы раҫлауҙа һәм реализациялауҙа граждандарҙан төҙөл­гән махсус (партиципатор) бюджет комиссияһы ҡатнашыуын күҙ уңында тота. Комиссия муниципаль бюджетта күпме аҡса ҡалдырыу һәм уны ниндәй маҡсаттарҙа ҡулланыу мәсьәләләрен хәл итеүҙә туранан-тура ҡатнаша, һәм партиципатор бюджетлауы фәҡәт муниципаль бюджет менән генә сикләнә. Рәсәйҙәге инициативалы бюджетлау иһә, муниципаль бюджет мәсьәләлә­ренән ситләштерелеп, айырым проект­тарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ҡушылып финанслауға (софинансирование) йәлеп ителә. Был төр финанслау өс сығанаҡтан туплана:
— муниципаль (урындағы) бюджеттан ҡушылып финанслау;
— граждандарҙың (үҙ аҡсалары менән) ҡушылып финанслауы;
— бизнес структураларының (үҙ аҡсалары менән) ҡушылып финанслауы.
Йәғни, ентекләберәк ҡарағанда, Рәсәйҙәге инициативалы бюджетлауҙың Бөтә донъя банкы тәҡдим иткән партиципатор бюджетлауы менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы булмауы асыҡлана. Бөтә донъя банкы идеяһы муниципаль бюджеттарҙы раҫлау һәм реализациялау эшенә граждандарҙы йәлеп итеүгә нигеҙләнә һәм муниципаль бюджет менән генә сикләнә һәм унда, әлбиттә, граждандарҙан, бизнес структураларынан аҡса йыйыу практикаһы ҡулланылмай.
Был етешһеҙлеккә урындағы парламенттарҙағы бюджет сәйәсәте буйынса комитеттар ҙа иғтибар бирә. Мәҫәлән, Новосибирск өлкәһе Закондар сығарыу йыйылышының Бюджет сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Валентин Сичкарев өлкә парламентарийҙарының уҙған 2016 йылда штаб-фатиры Вашингтонда урынлашҡан Бөтә донъя банкы делегацияһы менән осрашып, партиципатор бюджетлауы мәсьәләләре буйынса фекер алышыуы тураһында хәбәр итә. Новосибирск өлкә парламенты вәкилдәре фекеренсә, урындағы бюджет мәсьәләләрен хәл иткәндә граждан­дарҙың депутаттарға наказдары иҫәпкә алынырға тейеш. Ә иң мөһиме — тулыһынса бюджеттан ғына финанс­ланырға тейешле проекттарҙы финанслауға граждандарҙы һәм бизнес структураларын йәлеп итеү Бөтә донъя банкы рекомендацияларына һәм донъя практикаһына ҡаршы килә. Өлкә етәкселеге Новосибирск предприятиелары етәкселәренә ҡала урамдарын, юлдарҙы төҙөкләндереүҙе финанслауҙа ҡатнашырға ҡушҡас, һуңғылары быға дәррәү ҡаршы сыға һәм, предприятиелар дәүләткә барлыҡ һалымдарын түләп бөткәс, чиновниктар уларҙан тағы ла аҡса талап итергә тейеш түгел, тип белдерә. Чиновниктарҙың граждан­дарҙан күп фатирлы йорттарҙың тирә-яғын төҙөкләндереү, балалар майҙан­сыҡтары төҙөүҙе финанслауға ҡушы­лырға саҡырыуы ла уңышһыҙ тамамлана. Яуап бер: граждандар һәм предприятиелар ҙур һалымдар түләй, һәм ул һалымдар иң тәүҙә уларҙың мәнфәғәттәрен ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелергә тейеш. Ә инициативалы бюджетлау башланғысы иһә әлегә бик күп уңайһыҙ һорауҙар тыуҙыра.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 331

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 385

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 268

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 340

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 290

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 360

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 364

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 335

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 324

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 264

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500