Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Миләш уңғас, көҙ аяҙ булыр
Миләш уңғас, көҙ аяҙ булырРайондың “Әғли” крәҫтиән (фермер) хужалығы водителе Фәғит Фәтҡуллин быйыл хеҙмәт юлының 25-се көҙөн ҡаршылай. “Тимер ат”ты армияға тиклем үк “йүгәнләгән” ағай йәштәргә биргеһеҙ. Үҙе кеүек тәжрибәле, тырыш хеҙмәттәштәре Рәмзил Латипов, Илмир Булатов, Әнүр Ташбулатов, Кәүсәр Ҡотлов менән алмашлап, көндө төнгә ялғап эшләй ул. Тәүлегенә – тиҫтәләгән рейс... Әйтеүе генә анһат. Ашлыҡтың бөртөгөн дә әрәм-шәрәм итмәйенсә ырҙынға алып барып еткереү, комбайнсыларҙың эшен тотҡарламау водителдең яуаплылығына, тырышлығына бәйле. Һис шикһеҙ, Шишмә хужалыҡтарының еңеү-ҡаҙаныштары нигеҙендә нәҡ Фәғит Фәтҡуллин кеүек ер йылыһын, ер ҡөҙрәтен тойоп йәшәгән һәм эшләгән ябай ауыл хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы ята. Улар йыл да етерлек кимәлдә уңыш йыйып, мал ҡышлатыу миҙгелен ауырлыҡһыҙ үткәрә.
Тәбиғәттең һәр миҙгеле аҫыл тиһәләр ҙә, август аҙағы – сентябрь башындағы һауа шарттары ауыл хужалығының алдағы көндәренә туранан-тура бәйле. Бер юлы нисәмә эште башҡарып өлгөрәһе бар — ураҡ, мал аҙығы әҙерләү, ерҙе туңға һөрөү, ужым культураларын сәсеү, орлоҡ запасын туплау... Ярай әле өҙлөкһөҙ яуған ямғырҙарҙан һуң көҙгө көндәр ҡыуандыра. Көндәр артабан да аяҙ торһа, хужалыҡтарға финиш һыҙығына сығырға ла күп ҡалмаясаҡ.
“Әғли” крәҫтиән (фермер) хужалығында ла эштәр күптән гөрләй. Бында яландарҙың 90 процентҡа яҡыны эшкәртелгән дә инде.
— Миләш уңһа, көҙ матур килә, ти торғайны өлкәндәр. Ә быйыл әлеге емеш ифрат күп. Сентябрь аяҙ торор тип ышанабыҙ, — ти хужалыҡтың баш агрономы Азат Йосопов.
Әйткәндәй, “Әғли” – райондағы иң алдынғы хужалыҡтарҙың береһе. Ҡеүәтле техника, яғыулыҡ-майлау материалдарының тейешле кимәлдә тупланыуы, хеҙмәткәрҙәрҙең яуаплы, тырыш булыуы – быларҙың барыһы ла уңыштың нигеҙен билдәләй. Бынан сирек быуат элек фермер Наил Әһлиуллин башлап ебәргән эште бөгөн уның улы Илдар дауам итә. Әйткәндәй, тәжрибәле, булдыҡлы етәксегә Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр союзы рәйесе вазифаһын да ышанып тапшырғандар.
— Тырышһаң, уңышың күренә, ҡаҙаныш­тарың ваҡытында баһалана, дәүләт тә ярҙамынан өҙмәй, – ти ул. – Уңған, яуаплы хеҙмәттәштәрем — хужалыҡтың төп көсө, таянысы. Ялҡауҙар, эшһеҙҙәр заманы үтте хәҙер.
Миләш уңғас, көҙ аяҙ булырҺис шикһеҙ, яландарҙы ниндәй генә заман машиналары иңләһә лә, алдынғы технологиялар ҡулланылһа ла, төп көс хеҙмәт кешеһенә төшә. Ә шишмәләр был йәһәттән ғорурланырға хаҡлы. Ниндәй генә тармаҡты алып ҡараһаң да, тәжрибәле, тырыш, яуаплы хеҙмәткәрҙәр эшләй. Әйткәндәй, хужалыҡ игенселектән тыш малсылыҡ, ҡошсолоҡ, йәшелсәселек тармаҡтарын да уңышлы алып бара. 250 баш һыйыр малы, 16 мең ҡаҙ, 8 мең йәш ҡаҙ, 140 мең себешкә иҫәпләнгән инкубатор, 100-әр гектар майҙанда сәселгән кишер, сөгөлдөр баҫыуҙары, 40 гектар ерҙе биләгән бәрәңге орлоғо — былар барыһы ла хужалыҡтың ҡеүәтенә асыҡ дәлил. Ун бер мең тонна һыйҙырышлы йәшелсә һаҡлау урыны ғына ни тора. Ул заманса талаптарға тулыһынса яуап бирә: йыл әйләнәһенә 0 градус температураны тота, елләтелә. Был ҡоролманың үҙенсәлеген Өфө, Пермь эшҡыуарҙары татып өлгөргән дә инде. Улар йыл әйләнәһенә хужалыҡтан күмәртәләп йәшелсә һатып ала.
Етәкселектең тағы бер иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ “сифатын” билдәләп үтеү зарур — бында беренсе урында һәр ваҡыт йәштәр килә. Мәҫәлән, хужалыҡтың баш агрономы Азат Йосопов — Өфө егете. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлау менән “Әғли” фермаһында практика үтә лә ошонда эшкә ҡала. Ике тапҡыр Голландияға барып, тәжрибә туплап та ҡайтҡан. Кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған.
Миләш уңғас, көҙ аяҙ булыр— Һәр нәмәгә яйлап яраҡлашаһың инде ул. Шул иҫәптән тәбиғәт шарттарына ла. Беҙ ҙә яйлап-яйлап кукуруз, рапс, көнбағыш баҫыуҙарын киңәйтәбеҙ. Ни тиһәң дә, улар эҫегә лә тиҙ бирешеп бармай, ямғыр ҙа үтә ҡурҡытмай. Ғөмүмән, миңә ҡалһа, хужалыҡ алға китһен өсөн бер йүнәлеш менән генә сикләнергә ярамай, — ти ул.
Хужалыҡта хеҙмәткәрҙәргә лә яҡшы мөғәмәләлә. Уларҙың һәр ҡайһыһы социаль яҡланған. Көнөнә өс тапҡыр бушлай ашатыу ҡаралған, бесән-һаламдан өҙөклөк юҡ.
Беҙ ҡайтырға сыҡҡанда төш ауғайны инде. Ә комбайнсылар иһә ҡайтырға уйламай ҙа ине буғай.
— Ҡояш батҡансы эшләрһегеҙ инде бөгөн, — тибеҙ егеттәргә.
— Ямғыр яумаһа, яландан ҡайтыу юҡ хәҙер. Нисек тә ураҡты тамамларға...

Шишмә районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 356

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 355

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 319

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487