Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Май үҙебеҙҙә етештерелә
Май үҙебеҙҙә етештерелә“Май экстракцияһы заводы төҙөлөшө” инвестиция проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, бына бер нисә йыл инде Күмертау ҡалаһы биләмәһенә ингән Маячный ауылында яңы предприятие төҙөлә.
Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлеген тулыландырған проекттың инициаторы – “Элеватор” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Билдәле булыуынса, был проект ошоғаса бер нисә этапта ғәмәлгә ашырылды. Планға ярашлы, Май экстракцияһы заводы (МЭЗ) объекттарын төҙөү, экстракция һәм рафинация цехтарын сафҡа индереү, транспорт һәм логистика компанияһын булдырыу, элеватор һалыу ҡаралғайны. 2016 йылда 132 яңы эш урыны булдырылған, быйыл иһә йәнә 135 урын барлыҡҡа киләсәк.
Быйыл 1 июндән завод төҙөлөшөндә 4,4 миллиард һум аҡса үҙләштерелгән, тағы ла 500 миллион һум тотоноу күҙаллана. Завод төҙөлөшөнә йәмғеһе 6, 035 миллиард һумлыҡ инвестиция йүнәлтеү планлаштырыла. Төҙөлөш республика һәм район халҡын 520 эш урыны менән тәьмин итәсәк.
Башҡортостандың Бәләкәй ҡалалар үҫеше фонды менән килешеүенә ярашлы, Май экстракцияһы заводы инженер инфраструктуралары объекттарын төҙөү эштәре федераль һәм республика бюджетынан финанслана.
2016 йылдың июнендә заводтың тәүге сираты төҙөлдө. Онтау, елгәреү һәм май һығыу цехтары, ҡаҙанлыҡ, продукцияны һаҡлау келәттәре сафҡа индерелгәйне. Быйыл май айында заводтың икенсе сираты – экстракция цехы файҙаланыуға тапшырылды. Тәүлегенә бында 600-әр тонна көнбағыш эшкәртелеп, 260 тонна май етештерелә.
Май үҙебеҙҙә етештереләОктябрҙә иһә көнбағыш эшкәртеү күләмен тәүлегенә 1200 тоннаға еткереү күҙаллана. 2017 йылдың дүртенсе кварталында шулай уҡ 130 мең тонна иген эшкәртеүгә иҫәпләнгән яңы элеватор төҙөлөшөн аҙағынаса еткереү планлаштырыла.
Заводтағы ҡорамалдар, нигеҙҙә, сит илдәрҙә: “Европа Краун”– Англияла, “ХарбургФройденберг” – Германияла, “Кембрия” Данияла етештерелгән. Төп сеймал – көнбағыш иһә Башҡортостандың (30%) һәм Ырымбур өлкәһенең (70%) ауыл хужалығы предприятиеларынан һатып алына. Завод көнбағышты үҙенең транспорты менән ташый. Бының өсөн 25 “МАЗ” машинаһы, ә июлдә өҫтәмә рәүештә 20 автомобиль һатып алынған.
Быйыл илдең Иҡтисади үҫеш министрлығы Рәсәй Федерацияһының монопрофилле муниципаль берәмектәрендә ойошторолған йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре резиденттары реестрын да “Элеватор” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен “Күмертау” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты сифатында теркәү тураһындағы яҙманы индерҙе.
Май экстракцияһы заводы тулы цикллы ҡалдыҡһыҙ эшкәртеүсе предприятие буласаҡ. Бында энергияны һаҡлаусы юғары технологиялы автоматлаш­тырылған линиялар ҡулланыласаҡ. Киләсәктә “Май экстракцияһы заводы төҙөлөшө” проектын ғәмәлгә ашырыу республика райондары аграрий­ҙарының иҡтисади үҫеш үҙәге һәм заман технологияларын үҙләштереү өсөн яңы стимул буласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 247

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 302

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090