Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Еңеүсе – Ишембайҙан!
Еңеүсе – Ишембайҙан!Өфөлә умартасыларҙың беренсе Бөтә Рәсәй конкурсы үтте.
Сәмле ярышта илдең 19 төбәгенән килгән ҡунаҡтар көс һынашты.
Ярата беҙҙең халыҡ балды. Тап шуға ла конкурс ойошторолған Т. Кусимов исемендәге “Аҡбуҙат” ипподромы алдындағы йәрминкә иртән иртүк ҡорт күсендәй гөж килә ине. Бигерәк уңайлы мәл шул: республикабыҙҙың төрлө райондарынан килгән уңғандарға үҙҙәренең тауарын халыҡҡа еткереүгә шәп форсат тыуһа, шифалы аҙыҡты яратҡандар күңеленә ятҡан балды кинәнеп һайланы. Йәнәшәлә генә махсус лаборатория ла урынлашҡан. Теләһәң, йәһәт кенә балдың составын тикшертеп алырға мөмкин. Икенселәр үҙҙәренә оҡшаған бал эйәләренең телефон номерын алып ҡалырға ашыҡты.
Конкурсты республика ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов асты.

– Башҡортостан электән бал төбәге булараҡ дан алған, – тине ул. – Беҙҙең маҡсат уны һаҡлап ҡалыу ғына түгел, ә булғанын ишәйтеп, башҡорт тоҡомло ҡорттарҙы киләсәк быуындарға еткереү.
“Апимондия” халыҡ-ара ҡортсолоҡ федерацияһы ассоциацияһы президенты Филипп Маккейб йәштәр араһында ҡортсолоҡ һөнәрен таратыу һәм шулай уҡ ялған балға ҡаршы көрәш ассо­циацияның иң мөһим йүнәлештәренең береһе булыуын билдәләне. Уның әйтеүенсә, донъяла йылына 1,7 миллион тонна бал етештерелһә, шуның һәр өсөнсө өлөшө генә урындарҙа һатыла. “Апимондия” федерацияһының маҡсаты – тағы ла күберәк бал алыу, сифатты арттырыу.
Әйткәндәй, Рәсәй тарихында беренсе тапҡыр үткәрелгән умартасылар конкурсын ойоштороуға Башҡортостан ҙур көс һала. Унда ҡатнашыр өсөн төрлө төбәктәрҙең үҙҙәрендә конкурс үтергә һәм еңеүсе килергә тейеш. Әммә береһендә лә бығаса бындай бәйге булғаны юҡ. Шуға ла Башҡортостан умартасылары уларға методик ярҙам күрһәтә, һорауҙар ебәрә. Ә Башҡортостанда бындай ярыш өлкән умартасылар араһында – 17-се, балалар араһында 11 тапҡыр уҙғарылған. Был йүнәлештә тәжрибә юғары
Бөгөн күп сит илдәрҙә умартасы­ларҙың ҡартайыуы, йәштәрҙең был юҫыҡтан ситләшеүе төп мәсьәлә булып торһа, беҙгә ундай хәүеф янамай. Йөҙҙән ашыу мәктәптә умартасылыҡ дәрестәре алып барыла. Йыл да үткәрелгән умартасылар конкурсында ололарға ла, балаларға ла бер үк һорауҙар бирелә.
Алыш ҡыҙыу барҙы. Бер урында солоҡ оҫталары был шөғөлдөң үҙенә күрә сабырлыҡ та, таһыллыҡ та талап итеүен бөтә халыҡ алдында күрһәтә алды. Йыуан түмәрҙәрҙе бик килешле итеп бысып, улар бына тигән умарта әҙерләп ҡуйҙы. Беҙ бығаса солоҡ менән бары бөрйәндәр генә шөғөлләнә тип уйлаһаҡ, баҡһаң, Ишембай, Федоровка, Мәләүез яҡта­рында ла был кәсепте үҙ итеүселәр бар икән.
Конкурс ике өлөштән торҙо. Теоретик белемде тикшереү йәһәтенән 30 һорауға яуап бирергә тура килһә, практик йүнәлештә ҡорттарҙың ауырыуы, уларҙы тәрбиәләү һәм үрсетеү, умартасылыҡта көҙгө эштәр хаҡында белемеңде күрһәтеү бурысы торҙо.
Күптән сит илдәрҙә лә үҙенең шифалы, үҙенсәлекле балы менән шөһрәт ҡаҙанған, бихисап миҙалдар яулаған башҡорт балы был юлы ла үҙенең исеменә тап төшөрмәне. Сәмле конкурста иң күп мәрәй йыйып, “Иң яҡшы умартасы” булып танылған Ишембай уҙаманы Илгиз Шәңгәрәев 300 мең һум аҡса менән бүләкләнде. Нәҙекәйбилдәр кеүек үҙе лә тынғы белмәҫ Илгиз атай-олатайҙары шөғөлөн уңышлы дауам итә, былтыр XV республика конкурсында абсолют еңеүсе булған. Егеттең фермерлыҡ хужалығында өс йөҙ баштан ашыу ҡорт ғаиләһе, солоғо бар. Ул район умартасылары йәмғиәтен етәкләй. Еңеүсе балауыҙ етештереү, балды һауыттарға тултырыу цехын асҡан, ҡорт тәрбиәләү йыһаздары һәм уларҙы дауалау препараттарын һатыу буйынса үҙенең сауҙа нөктәләрен ойошторған.
Яҡташыбыҙҙан саҡ ҡына ҡалышып, икенсе урынды алған Дағстан егете Абдусамат Магомедов ҡортсолоҡ нескәлек­тәренә беҙҙә төшөнгән. Уҙған быуаттың һикһәненсе йылдарында Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтында белем алған уҙаман бөгөн үҙенең тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлаша, урындағы аграр колледжда уҡыта. Уға икенсе приз – ике йөҙ мең һум аҡса тапшырылды. Өсөнсө баҫҡысҡа Адыгей Республи­каһынан Олег Кубиков күтәрелде. Ул йөҙ мең һум аҡсалы булды.
Быға тиклем республика конкурстарында ике быуын вәкиле ҡатнашһа, быйыл өс быуын вәкиле көс һынашты. Ун биш команда араһында Әбйәлилдән Йәрмөхәмәтовтар ғаиләһе “Умарта­сыларҙың иң яҡшы династияһы” булып танылды. Ғаилә башлығы Әҙһәм ағай, улы Шамил, ейәне Иҙел барлыҡ талаптарҙы ла уңышлы үтте. Ә уңған өләсәй – Фирүзә апай – умартасы ҡатын-ҡыҙҙар менән ярышты һәм икенсе урынды яуланы.
Бөтмөр хужаларҙы ҙур еңеүе менән ҡотлап, уларҙың уңыш сере менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Туғыҙ йыл элек ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә башлайҙар. Бер аҙҙан был уларҙың яратҡан кәсебенә әүерелә. Улдары ла атаһының эшен күреп, ихлас ярҙамлаша. Бөгөн иһә ейәндәре лә уларҙан ҡалышмай.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов конкурс барышы, бал йәрминкәһе менән танышҡандан һуң, Республика йортонда Филипп Маккейб етәкселегендәге делегация менән осрашты. Мәғлүм булыуынса, 2021 йылда Бөтә донъя умарта­сыларының йыйыны үтәсәк.
– Беҙ ошо мәртәбле сара Баш­ҡортостанда уҙғарылыуын теләйбеҙ һәм был идеяны хуплауығыҙға ышанабыҙ, – тине Рөстәм Зәки улы.
Һуңынан журналистар менән һөйләшеүҙә Филипп Маккейб:
– Башҡортостанда бал юғары сифатлы. Күп кенә илдәргә был кимәлгә етеү ҡыйын буласаҡ, – тине. – Республика Башлығы менән осрашыуҙа ла башҡорт балының халыҡ-ара баҙарҙа ышаныс яулау өсөн мөмкинлеге ҙур булыуын әйттем. Кешеләр сифатлы балға аҡсаһын йәлләмәйәсәк. Ысынында иһә балды һәм умартасылыҡ продукцияһын халыҡ-ара баҙарға сығарыу мөһим, сөнки Башҡортостандың, ғөмүмән, Рәсәйҙең балын бөтәһе лә белмәй. Был – ҙур хата.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 331

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 291

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 501