Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һыуһынды ҡандырыр “Ҡыҙылъяр”
Һыуһынды ҡандырыр “Ҡыҙылъяр”Һыу – йәшәү сығанағы, тибеҙ. Көндәлек тормошта ҡулланған эсәр һыуыбыҙ ниндәй? Беҙ кибеттәрҙә һатып алған төрлө эсемлектәр тейешле талаптарға яуап бирәме?
Ғалимдар билдәләүенсә, йәшәү оҙонлоғо тәү сиратта эсәр һыуҙың таҙалығына бәйле. Уның сифат­лыһын көндәлек тормошта даими ҡулланыу кеше ғүмерен 20 – 25 йылға тиклем оҙайтырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта тыу­ған ерҙәге һыуҙың һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһауын да бил­дәләй белгестәр. Әлбит­тә, экологик яҡтан иң таҙаһы – инеш-шишмәләрҙән килгән һыу. Бөгөн минераль һәм ми­нераль булмаған һыу етеш­тергән төрлө сығанаҡ­тар, һыу ҡойоу үҙәктәре бар. Һуңғылары иһә ҡаланан алыҫыраҡ урынлашҡан һайын аҙыраҡ эшкәртеү үтә.
Ауылдан айырмалы рә­үештә, ҡалала йәшәгәндәр өсөн крандан аҡҡан һыу сифаты төрлө фекерҙәр тыу­ҙыра торғандыр, моғайын. Һыуҙың сифатын яҡшыртыу өсөн заманса технологиялар, таҙартыу ҡоролмалары ҡул­ланыусылар ҙа бар. Әммә күптәребеҙ тәбиғәттең саф инеш-шишмәләренә өҫтөн­лөк биреүсән. Ә яҙлы-көҙлө эсемлекте кибеттәрҙән һа­тып ала халыҡ.
Әлеге ваҡытта республикала ҡалалар һәм райондар халҡын таҙа һыу менән тәь­мин иткән предприятиелар күп кенә. “Ҡыҙылъяр” алко­голһеҙ эсемлектәр етеште­реү заводы – республикала бер нисә йыл һауыттарға ҡо­йолған минераль һәм минераль булмаған һыу етеш­те­реүҙә уңышлы эш­ләп килгән шундай ойош­маларҙың береһе.
“Ҡыҙылъяр” заводы бай һәм хозур тәбиғәтле Нуриман районында, Өфө ҡалаһынан 100 саҡрым алыҫлыҡта Ҡы­ҙылъяр ауылы янында, урын­лаш­ҡан. 2015 йылдың йә­йендә предприятиены рәсми асыу тантанаһы була. Шунан алып эсәр һәм минераль һыу етештергән үҙәк бөгөн Волга буйы һәм Урал төбәктәрен сифатлы таҙа һыу менән тәьмин итә. Беренсе категориялы эсәр һыу Ҡыҙылъяр ауылының төньяҡ-көнба­йы­шында урынлашҡан 20 – 30 метр тәрәнлектәге скважи­наларҙағы ер аҫты һыу­ҙарынан алына.
Ойошманың экологик яҡтан таҙа төбәктәр иҫәбен­дә булған Нуриман ерендә урынлашыуы ла “Ҡыҙылъяр” һыуының баһаһын күтәрә. Һыуы бик тәмле һәм һаулыҡ өсөн шифалы – уны ҡулла­ныусы халыҡ фекере был.
Һыу етештереү өсөн нин­дәйҙер өҫтәлмә ҡушымталар талап ителмәй, уның тәбиғи химик составында кеше организмы өсөн кәрәк булған бөтә элементтар ҙа бар. Шы­йыҡлыҡ тәғәйен ҡоролмалар аша төрлө механик ҡатыш­ма­ларҙан таҙартыу үтә, етеш­тереү заманса технологиялар ярҙамында алып барыла. Был уның сифатын бермә-бер арттыра. “Ҡы­ҙылъяр” һыуының химик составында организм үҫеше һәм һөйәктәр өсөн кәрәкле кальций, углеводтар алмашыныуын көйләгән магний, ҡандың төп компоненттары иҫәбендә булған натрий, аш һеңдереү процесына ыңғай тәьҫир иткән сульфаттар һәм гидрокарбонаттар бар, углекислый газ иһә һыуға сит һауа инеүҙән һаҡлай һәм шыйыҡлыҡ соста­вындағы файҙалы элементтарҙы үҙләштерергә ярҙам итә.
2014 йылда республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та алкоголһеҙ эсемлектәр етештереүсе “Ҡыҙылъяр” заводына эш сәфәре менән килеп, продукция менән танышып, уның сифатлы булыуын баһалай. Ысынлап та, бөтә талаптарға ла яуап бирә, тейешле сертификат һәм лицен­зияларға эйә. Көндәлек тормошта иң ҙур ихтыяж тыуҙырған “Ҡы­ҙылъяр” һыуы “Башҡортос­тан тауары” сифат билдә­һенә лайыҡ. Ул “Күргәҙмәнең иң яҡшы продукты”, “БашпродЭкспо.Упаковка” конкурсында ”Юғары сифатлы тауар өсөн” дипломы менән дә баһаланған.
Төрлө ҡала һәм район кибеттә­ре­нең кәштәләрендә теҙелгән тәмле “Ҡыҙылъяр” һыуы тигән был сағыу исемде ҡала урамдарындағы һыу автоматтарында ла осра­тырға була. Таҙа һыу ярат­ҡандар, үҙ һаулыҡта­рына битараф булмағандар өсөн эсәр һыуҙы кибеттәрҙән генә түгел, юл буйындағы уңайлы урындарҙа ла һатып алырға мөмкин, хаҡы ла тешләшмәй. Һыуҙы ойошмалар өсөн ҙур һауыттарҙа күмәртәләп һа­тып алыу мөмкинлеге лә бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, үҙ тыуған еребеҙҙә – йәмле Нуриман районында етеште­релгән таҙа һәм тәмле һыу ул “Ҡыҙылъяр”, ә уны ха­лыҡҡа еткереү өсөн предприятие етәкселеге бар шарттарҙы ла булдырған.
Һүҙ аҙағында шуны өҫтәр­гә мөмкин: шешә­ләрҙәге эсәр һыуҙы алыр алдынан уның һыналған һәм ышаныслы ойошмаларҙан булыуына иғтибар итәйек. Үҙебеҙҙең тыуған ерҙә ҡойолған, экологик яҡтан таҙа райондар етештергән һыуҙан да яҡшы­рағы юҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 331

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 291

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 325

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500