Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъя баҙары ауыл кибете түгел...
Донъя баҙары ауыл кибете түгел... Хужалыҡ тармағын йәки фәнде генә түгел, ә йәшәйешебеҙҙең нигеҙен дә тәшкил иткән өлкә – иҡтисад. Уның яҡын киләсәктә нисек булырын аныҡ ҡына күҙаллау мөмкин түгел, юғиһә көрсөктәр ҙә бер-бер артлы булмаҫ ине. Шулай ҙа алдағы йылдарға өмөт менән ҡарай алабыҙмы?


– Беҙ хәҙер заман алдыбыҙға ҡуйған күп кенә һынауҙарҙы үтергә өйрәндек, иҡтисад өсөн яңы “үҫеш нөктәләре” ойоштора, электән килгән тармаҡтар өсөн дә уңышлы киләсәк билдәләй алабыҙ, – тигәйне Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенең 2016 йылғы эшмәкәрлегенә отчет менән сығыш яһағанда. – Төп макроиҡтисади күрһәткестәрҙең ыңғай үҫеш алып китеүен, финанс тотороҡлолоғо нығыуын үткән йылдың мөһим ҡаҙаныштары тип иҫәпләйем. Йыл йомғаҡтарына ҡараһаҡ, сәнәғәт етештереүенең – 2,6 процентҡа, ауыл хужалығындағы күләмдең бер процентҡа артыуын күрербеҙ, ә төп капиталға инвестиция буйынса республика Волга буйы федераль округында алдынғылар сафына инде.
Бөтә донъя банкының һуңғы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәй иҡтисады ла өмөтлө күрһәт­кестәргә эйә: 2017 йылда иҡтисади үҫеш –1,3 процент, 2018 йылда 1,4 процент булыр тип көтөлә. Һумдың алмашыу курсын һығыл­ма­лы иткән сәйәсәт үткәреү, сы­ғым­дарҙы кәметеү, Резерв фондын эшкә ҡушыу илебеҙҙең нефткә хаҡ төшөү арҡаһында һәм халыҡ-ара финанс баҙарына инеүҙең сикләне­үе сәбәпле зыян күргән иҡтисадына идара итеүҙе еңеләйтте.
“Макроиҡтисадтың тотороҡло барыуы һәм нефткә хаҡтың төшмәүе был үҫештең төп шарттары булып тора”, – тип белдерҙе яңыраҡ Бөтә донъя банкының Рәсәй буйынса белгесе Апурва Санги. Уның әйтеүенсә, 2017 – 2019 йылдарҙың бюджеты тура­һындағы закондың уңышлы ҡабул ителеүе – һалым ҡағиҙәләрен үҙгәртеү өсөн төп шарт. Улар ҡаҙнаның нефть хаҡтарына бәйле булыуын кәметергә һәм иҡти­садтың киләсәген күҙаллауҙы ышаныс­лыраҡ итеүгә алып килергә тейеш.
Ҡулланыуҙың артыуы үҫешкә килтергәне бәхәсһеҙ. Был осраҡта инвестициялар ярҙамсы роль генә уйнай. Инфляцияның төп күрһәт­кесе кәмер тип көтөлә: быйылғы йыл аҙағына ул – дүрт процент, 2018 – 2019 йылдарҙа ла шунан ар­тыҡ булмаясаҡ. Уның шулай түбән килеш һаҡланыуы реаль эш хаҡының көсһөҙләнмәүенә лә булышлыҡ итәсәк, ә ул халыҡтың реаль килеменең үҫеүенә мөм­кинлек тыуҙырасаҡ. Был ваҡи­ға­лар, иҡтисад ҡанундарына ярашлы, ҡулланыу “кәйефе”нә лә йоғон­то яһамай ҡалмаясаҡ. Шәхси ҡул­ланыу 2017 йыл аҙағынаса 1,8 про­центҡа һәм 2018 – 2019 йылдар­ҙа 2,5 процентҡа артыр тип күҙаллана.
Йәмәғәтселекте борсоған төп күрһәткестәрҙең береһе – фәҡир­лек кимәле. Инфляцияның һүлпә­нәйеүе һәм хужалыҡтарҙың ҡул­ланыу кимәле күтәрелеүе һөҙөм­тәһендә, был күрһәткес кәмер тип өмөт итәләр. Рәсәй халҡының фә­ҡир өлөшө былтыр 13,5 процент бул­һа, быйылғы йыл йомғаҡтары буйынса ул – 13 процентҡа, ә 2018 йылға – 12,3 процентҡа һәм 2019 йылда 11,6 процентҡа ҡаласаҡ.
Тәбиғи, төрлө төбәктәр төрлөсә үҫешә. Беренсе сиратта был улар­ҙың финанс хәлендә сағыла, иҡтисади көрсөк барыһын да тиерлек сығымдарҙы кәметергә мәжбүр итте, ә бының яҡын килә­сәктә төбәктәге етештереүсән­лекте кәметеүе лә мөмкин. Белгестәр хәлде яҡшыртыу өсөн һалымды тулыраҡ йыйыуға өлгәшергә һәм тупланған аҡсаны Федераль үҙәк менән төбәктәр араһында бүлгеләү ҡағиҙәләрен ҡайтанан ҡарап сығырға тәҡдим итә.
Рәсәйҙең үҫешен тотҡарлаған бер шарт бар: ул – хеҙмәт етеш­тереүсәнлегенең бик аҡрын күтәрелеүе. “Хеҙмәт етештереү­сәнлеген күтәрмәй тороп, Рәсәй иҡтисады киләсәктә асыҡ, тотороҡ­ло һәм йылдам үҫеп китә алмая­саҡ”, – ти Бөтә донъя банкының Рәсәйҙәге резиденты Андрас Хорвай. Ул макроиҡтисади тотороҡ­лолоҡто һаҡлап ҡалыу ғына үҫеште тәьмин итә алмаясағын, иҡтисади ҡаҙаныш өсөн етештереүҙең конкуренцияға һәләтенә, демографик проблемаға иғтибар итергә кәрәклеген раҫлай.
Үҫеште тотҡарлаған тағы бер сәбәп – “күләгәләге иҡтисад”тың һаман да ҙур булыуы. Уның ни өсөн кәмемәүен бер таксист егеттең һөйләүенән асыҡ аңларға була: “Тәүҙә үҙ автомобилемдә эштән һуң киске һәм төнгө сәғәттәрҙә генә кеше ташый инем, – ти ул. – Ләкин Интернетта “Uber” һәм “Yandex.taxi” ҡушымталары барлыҡҡа килгәс тә, тулы эш көнөнә күстем. Элегерәк пассажир тапҡансы бер нисә сәғәт уҙыуы ла ихтимал ине, хәҙер заказдар “нон-стоп” тәртибендә килә һәм буш тороу ваҡыты юҡҡа сыҡты, бер район тирәһендә генә көнө буйы туҡтамай әйләнә алам. Аҙнаһына 40 мең һум аҡса эшләгән ваҡыттар ҙа була, ошо электрон ҡушым­таларҙа мәғлүмәттәрем булғас, миңә шәхси эшҡыуар булып теркәлеүҙең, йәғни һалым түләүҙең кәрәге лә юҡ”.
Тимәк, уларға шулай отошло һәм ҡануниәт яғынан да һис ниндәй хәүеф янамай, ҡушымтала телефоныңды күрһәтеү генә һинең эшҡыуарлыҡ менән шөғөллән­гәнеңде раҫламай бит әле.
Былтыр Рәсәйҙә иҡтисадтың формаль булмаған даирәһендә эшләгәндәр һанының артыуы буйынса һуңғы ун йылда рекорд ҡуйылды – ундайҙар 15 миллион кешенән ашып китте. Был иһә илдә эшләгән барлыҡ халыҡтың 21,2 процентын тәшкил итә. “Росстат” иҫәпләүенсә, формаль булмаған шөғөлдө һайлаған кешеләр араһында предприятие хужаһы булып та юридик яҡтан теркәлмәгән байҙар, фермерҙар, шәхси эшҡыуарҙар һәм улар яллаған хеҙмәткәрҙәр бар. Бынан тыш, ғаилә эшҡыуарлығы менән шөғөлләнеүселәргә уларҙың туған-тыумасаһы ярҙам итеүе был иҫәпкә инмәй.
Хәйер, иҫәпләү ҙә төрлө юлдар менән яһала. Иҡтисадтың был өлөшө 2011 йылдан алып йылдам арта бара. “Росбизнесконсалтинг” агентлығы, мәҫәлән, уның ошо осорҙа дүрт миллион кешегә ишәйеүе тураһында яҙа һәм был тәңгәлдә “Росстат” мәғлүмәттәренә таяна. Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы “күләгәләге иҡтисад”ты 30 миллион кеше тип баһалай. Шуларҙың 21 миллион 700 меңе рәсми хеҙмәтен формаль булмаған эш менән бергә алып бара йә эш хаҡының бер өлөшөн “конвертта” ала икән. Рәсәй Финанс министрлығы мәғ­лүмәттәренә ҡараһаҡ, илдәге рәсми булмаған эш хаҡы 12 триллион һум (200 миллиард доллар) булғанын белербеҙ. Был – Рәсәйҙең тулайым эске продук­тының 10-13 процентын тәшкил итә.
Ошо уҡ академия белгестәре хәлде түбәндәгесә аңлата: “Рә­сәйҙә килемгә һалым 13 процент ҡына булыуға ҡарамаҫтан, илдәге дөйөм һалым йөкләмәһе ярайһы уҡ ҙур – ул килемдең 30 процентына барып етә, һөҙөмтәлә “күләгәләге иҡтисад”тың өлөшө лә артҡандан-арта бара”.
Иҡтисадсылар шуны ла аңғарта: әлеге ваҡытта формаль булмаған шөғөлдөң артыуы ҙур мәшәҡәттәр тыуҙырмай, ләкин киләсәктә ул Пенсия фондына йөктө артты­расаҡ. Шул уҡ ваҡытта белгестәр, был шөғөлдөң үрсеүе эшһеҙлектең көсәйеүенә ҡарағанда яҡшыраҡ, ти.
Ләкин “күләгәләге иҡтисад”тың үҫеүенә көрсөк кенә сәбәпсе түгел, быға мобиль бәйләнештең, Интер­неттың һәм “болотло” техноло­гияларҙың әүҙемләшеүе лә бу­лышлыҡ итә. Кешеләр иҡтисади көрсөк дәүерендә лә килемен төшөрмәҫкә ынтыла һәм рәсми шөғөллөк мәсьәләһе артҡы планға күсә. YoDo.com онлайн-баҙарына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Алексей Джидерим иҫәпләүенсә, был сайт Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта ай һайын үҙенә эш йәки өҫтәмә шөғөлдө яңғыҙы ғына эҙләгән 40 меңдән ашыу кешене теркәй. Дөйөм алғанда, был хеҙмәттә 300 меңдән ашыу кеше теркәлгән, һәм йыл аҙағына был күрһәткес ике тапҡырға артыр тип көтөлә.
Иҡтисад белгестәре шуны раҫлай: “күләгәләге” секторҙа эш­ләүселәр, нигеҙҙә, яҡшы һөнәр­мәндәр һәм ул даирәнән рәсми шөғөлгә күсеү менән Рәсәй иҡтисадын алға этеүселәргә әйләнәсәк.
“Бының өсөн хеҙмәт система­һына реформа үткәреү кәрәк, хоҡуҡтары һәм бурыстары ҡану­ниәт тарафынан аныҡ билдә­ләнгән яңы ҡатлам хеҙмәткәрҙәре бар­лыҡҡа килергә тейеш”, – ти Джидерим.
Күп тауар төрҙәренә ихтыяж арта төштө. Яғыулыҡҡа һорау, мәҫәлән, һуңғы айҙарҙа 3,7 про­центҡа күтәрелде. Эшһеҙлек 5,2 процентҡа кәмене, былтырғы сентябрҙән алып ул иң түбән күрһәткес булып тора. Ваҡлап һатыу сауҙаһы үткән айҙа 0,7 процентҡа артты, ә аналитиктар был күрһәткесте 0,5 процент булыр тип күҙаллай ине.
– Күпселек күрһәткестәр түбән әле, ләкин улар быға саҡлы булғандарынан көслөрәк, шуға күрә үҫештең тиҙләнеш ала башлауы тураһында ышаныс менән әйтә алабыҙ, – ти “Bank of Amerika Merill Lynch” компанияһының Мәскәүҙәге иҡтисадсыһы Владимир Осаковский.
Шулай ҙа Рәсәй иҡтисадының тиҙләнеш алып китеүенә нефткә хаҡтың төшөүе ҡамасаулауы бар. Уның эҙемтәһе булараҡ, һумдың курсы ла түбәнәйеүе ихтимал. Беҙҙең илдәге нефть сығарыу тармағы донъяла иң ҙурҙарҙың береһе икәнлеге мәғлүм. Уның иҡтисады күпселек дәрәжәлә ошо сектор биргән килемгә бәйле, ә экспорттан алынған табыштың 70 проценты нефть менән газдан килә. “Ҡара алтын” сығарыуҙың һәм уның запасының һуңғы йылдарҙа кәмеүе донъя баҙарында углеводород сеймалына хаҡтарҙы арттырҙы, һәм был Рәсәй өсөн ҡулай булып тора.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 356

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 319

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487