Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эшләй белгән халыҡ юғалып ҡалмаҫ
Эшләй белгән халыҡ юғалып ҡалмаҫЙыл башында республикабыҙҙың күренекле шәхесе, иҡтисад фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт аграр университетының менеджмент һәм маркетинг кафедраһы мөдире, профессор Заһир Әхсән улы Ғәлингә 70 йәш тулды. Башҡортостан халҡына ул Әбйәлил районын уңышлы етәкләгән, ә уға тиклем данлыҡлы “Йәнгел” совхозы директоры булған мәленән яҡшы билдәле.
Тәҡдим ителгән интервью-монологта Заһир Әхсән улы һуңғы осорҙағы ауыл тормошо, яҡташтары – әбйәлилдәрҙең, үҙе тыуып үҫкән Хәлил ауылы кешеләренең йәшәйеше тураһындағы уй-фекерҙәре, борсолоуҙары, уларға булған өмөт-ышаныстары менән ихлас уртаҡлаша.


– Бынан теүәл өс йыл элек, 2014 йылдың йәйендә, мине элекке “Йәнгел” совхозының 80 йыллыҡ юбилейына саҡырҙылар. Сәйер күренһә лә, беҙҙең өсөн мөһим сара булды ул. Заманында хужалыҡтың даны тотош Башҡортостанға таралып, уның тураһында ишетмәгән-белмәгән кеше һирәк ине. Бынан 10 йыл элек совхоз юҡҡа сыҡты…
Мине “Йәнгел” совхозы директоры вазифаһына 1979 йылдың 13 февралендә тәғәйенләнеләр. 13-сө директор булдым. Ошо тәңгәлдә уҡыусыларҙа күренекле яҡташыбыҙ, Мәскәү драматургы Азат Абдуллиндың “13-сө председатель” пьесаһына бәйле билдәле ассоциациялар барлыҡҡа килеүе лә ихтимал. Азат Фәттәх улының 1981 йылда донъя күреп, 1987 йылда Мәскәүҙәге Вахтангов исемендәге театрҙа ул саҡтағы иң модалы режиссер Роман Виктюк тарафынан сәхнәләштерелгән, оҙаҡламай Советтар Союзының 100-ҙән ашыу театрында, АҠШ-та, Көнбайыш Германияла, Англияла ҡуйылған әҫәрендәге күп юрауҙары, күҙаллауҙары раҫланһа ла, элекке ҙур илебеҙҙә – Советтар Союзында күпселек халыҡ, айырыуса ауыл кешеләре, эре коллектив хужалыҡтарҙы, ҙур етешһеҙлектәренә ҡарамаҫтан, тарҡатыуға, нигеҙҙә, ҡаршы булды.
Мин үҙем, бихисап тиҫтер коллегаларым һымаҡ, белгес булараҡ эре хужалыҡтарҙа формалаштым, әле лә тармаҡты тергеҙеү юлдарын фәҡәт ҙур хужалыҡтар, заманса йыһазландырылған, ныҡлы финансланған, ҡеүәтле аграр индустрия төҙөүҙә генә күрәм.
“Йәнгел” совхозына килгәнгә тиклем мин ВЛКСМ-дың Әбйәлил район комитетын, “Ҡыҙыл Башҡортостан” совхозы парткомын етәкләп, шаҡтай тәжрибә туплап өлгөргәйнем. Ул осорҙа минең өсөн иң ҙур абруйлы булған кеше – “Ҡыҙыл Башҡортостан”дың директоры Минислам Нурислам улы Мирсаяпов тәүҙә ун йыл самаһы “Урал” совхозын етәкләй. Белеме буйынса зоотехник, әммә ул иң тәүҙә бик көслө иҡтисадсы ине. Минислам Нурислам улының яңылыҡҡа бик һиҙгер булыуына ғәжәпләнә торғайным. Иғтибар итегеҙ – был әле 1977–1978 йылдарҙа уҡ булған хәлдәр. Көсөргәнешле яҙғы сәсеү йәки уңыш йыйыу осоро, ышанысһыҙ, иҫкергән техниканың күпмелер өлөшө тәүге көндәрҙә үк сафтан сыға. Минислам Нурислам улы блокнот, өс төҫлө ручка ала һәм үҙе төҙөгән, баҫыу майҙандары, техника берәмектәре күрһәтелгән үҙенсәлекле “селтәр графигына” шунда уҡ, хәҙергесә әйткәндә, “он-лайн” тәртибендә төҙәтмәләр индереп, оператив күрһәтмәләр бирә лә башлай. Уйлап ҡараһаң, был ысул 15 – 20 йыл үткәс, компьютер технологиялары барлыҡҡа килгәс кенә, унда ла ҡалаларҙағы эре сәнәғәт предприятиеларында ғына ҡулланыла башланы. Берәй ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуһа, Минислам ағай, шул “тылсымлы” блокнотына ҡарап, эште шау-шыуһыҙ тыныс ҡына көйләй ҙә ҡуя ине. Аҙаҡ, “Йәнгел” совхозына күскәс, кәңәш һорап, Минислам Нурислам улына йыш ҡына мөрәжәғәт итә торғайным.
Ул йылдарҙа рентабелле эшләү, яңы иҡтисади ысулдар ҡулланыу талап ителмәне. Совхоз директорҙары, колхоз рәйестәре алдына ғәмәлдә бер төп талап ҡуйылды: “Һин күберәк иген, һөт, ит тапшыр, ә аҡсаһын табыу – беҙҙең эш!” Күпселек хужалыҡ етәкселәре, тауар продукцияһы үҙҡиммәте, халыҡтың, ауылдарҙың киләсәге тураһында күп уйлап тормайынса, иң тәүҙә йөкләмәләрҙә күрһәтелгән тонналар, центнерҙар, литрҙар артынан ҡыуҙы. Ул “социалистик йөкләмәләрҙең” иҡтисад теорияһы, реаль планлы иҡтисад менән бер ниндәй уртаҡлығы булманы, әлбиттә. Беҙ, әлеге шул “13-сө председатель” һымаҡ, ниндәйҙер эске тойомлау менән был хәлдең оҙаҡ шулай бармаясағын аңлай инек. Ниһайәт, КПСС Үҙәк Комитетының 1985 йылғы апрель пленумында “иҡтисади үҫеште тиҙләтеү” курсы иғлан ителде. Бының менән бөтә халыҡ килеште. Әммә етәкселеккә килгән көстәр иҡтисад менән генә сикләнмәне һәм 1987 йылғы ғинуар пленумында барлыҡ ижтимағи-сәйәси сис­теманы “тамырынан үҙгәртеп ҡороу” курсын иғлан итте. Ул йылдарҙа пленум документтары һәр коллективта асыҡ партия йыйылыштарында тикшерелә ине – илдә хәҙер “демократия һәм асыҡлыҡ” курсы иғлан ителде. Реформалар оҙаҡламай ауыр иҡтисади проблемаларға барып терәлде, ил ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тарҡалыу хәленә еткерелде.
1985 йылғы апрель пленумынан һуң айырым предприятиеларҙа ғына түгел, хатта тотош райондар, республикалар һәм өлкәләр масштабында “эске хужалыҡ иҫәпләшеүе”, “төбәк хужалыҡ иҫәпләшеүе” индерелә башланы. Барлыҡ фондтар, финанслау үҙәкләштерелгән хәлдә “хужалыҡ иҫәпләшеүе” ысулын көсләп тағыу иҡтисад тармаҡтарын тарҡатыуға килтерҙе. Артабан иҡтисадтың, тотош илдең тарҡалыуы, “шок терапияһы”, ваучерҙар аша хосусилаштырыу башланды, ләкин ошо иҡтисади хаос, тарҡалыу шарттарында ла район хужалыҡтары үҙҙәрендә көс табып, йәшәргә тырышты.
“Йәнгел”гә, айырыуса “Ҡыҙыл Башҡортостан”ға Магнитогорск ҡалаһының яҡын булыуы – һәр яҡтан уңайлы һәм отошло. Ҡала Башҡортостанға терәлеп үҫешә, хатта аэропорты Әбйәлил ерендә. “Ҡыҙыл Башҡортостан” аэропортҡа барған юлда ултыра. Яҡында ғына – Яҡтыкүл, унда Магнитогорск предприятиеларының ял йорттары күп. Ярты миллион кеше йәшәгән ҡалала иҡтисади йәһәттән нығыныу бик отошло булыр ине. “Йәнгел” совхозына етәкселек иткән осорҙа миңә металлургия комбинаты, “Магнитострой” тресы, башҡа предприятиелар етәкселәре менән йыш осрашырға тура килде. Төҙөлөштә тимер-бетон, металл конструкциялары кәрәк булһа, күршеләр һәр саҡ ихлас ярҙам итә торғайны.
Бөгөнгө яңы иҡтисади шарттарҙа Магнитогорск ҡалаһы менән хеҙмәттәшлекте арттырыу айырыуса мөһим. Хәҙер Башҡортостандың күп төбәктәре ҡаланан металл прокаты алып, төҙөлөш материалдары етештерә башланы. Магнитогорск ҡалайы­нан хәҙер кем генә профиль, сайдинг эшләп һатмай. Бер яҡтан, халыҡҡа яңы эш урындары бар, икенсе яҡтан, бюджетҡа килем, өсөнсөнән, төҙөлөш йәнләнә.
90-сы йылдарҙа республикала юл төҙөлөшөндә лә ысын бум башланды. Юлға түшәр өсөн ваҡланған ташты ситтән ҡиммәткә һатып алырға кәрәк. Беҙҙә инде, әлбиттә, урындағы таш ҡулланылды. Тирә-яҡта йәшмә күп булғас, ул да шунда әҙерәк эләккән. Юл ситендәгеһе, ямғырҙан һуң таҙарып, еүештән төҫө асылып, йәм-йәшел булып, күҙҙең яуын алып ялтырап ята. Юлсылар туҡтап, йәшмәләрҙе сувенир итеп алып китә икән. Республика гәзиттәрендә лә, Мәскәү баҫмаларында ла “Әбйәлилдәр юлға йәшмә түшәй” тип исемләнгән мәҡәләләр донъя күрҙе, был лаҡап киң таралды. Ысынында иһә йәшмә ятҡылыҡтарына бер ниндәй ҙә зыян килтерелмәне. Әбйәлилдә төрлө ҡиммәтле таштар күп, исемдәрен дә белеп бөтөрлөк түгел. Заманында геолог Басир Мәһәҙиев, Әбйәлил ятҡылыҡтарын да күрһәтеп, һәйбәт кенә фотоальбом да сығарғайны. Сит илдәр­ҙән килгән белгестәр, мәҫәлән, ғәрәптәр беҙҙең таштар менән ҡыҙыҡһына башлағайны. Уралда таш күп, әммә әлегә файҙаһын күрә белмәйбеҙ. Итальяндар һоро ғына таштарын да йоҡа ғына итеп киҫеп, ялтыратып, беҙгә һата. Беҙҙең таштар күпкә матурыраҡ, әммә әлегә технология, белгестәр юҡ. Был эш тә үҙ оҫталарын көтә.
Әбйәлилдә һуңғы йылдарҙа боронғо йолалар, риүәйәттәр, шәжәрәләр, ауылдар тарихы менән ҡыҙыҡһыныу арта. Әүәлге кәсептәр – кейеҙ баҫыу, балаҫ һуғыу, күн эшкәртеү, ағас семәрләү, тимерселек тергеҙелә. Хәҙер бөтә Башҡортостанға киң таралған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдары традицияһы ла теүәл 50 йыл элек беҙҙең Әбйәлилдә баш алды.
Беҙҙең тирәлә – Хәлил, Хөсәйен, Мәхмүт, Ишбулды, Ҡалмаҡ ауылдарында ҡыпсаҡтар йәшәй. Улар тарихта скиф, сармат булараҡ киң билдәле. Ҡыпсаҡтар, иң эре ырыуҙарҙың береһе, башҡорт этносы формалашыуында мөһим, хәл иткес роль уйнаған, боронғо тарихи Башҡортостандың ҙур ерҙәрен үҙ ҡулында тотҡан, төрлө вағыраҡ ырыуҙарҙы үҙ тирәһендә туплап, Башҡортостанды нығытҡан, баҫҡынсыларҙан һаҡлаған.
Беҙҙең Хәлил, яҡын-тирә ауылдар тарихы буйынса байтаҡ мәғлүмәт һәм риүәйәттәр бар – уларҙы туплап, ҙур бер китап яҙырлыҡ. Ошо көндәрҙә Хәлил халҡы “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы ойоштора. Ул сара байрам булып ҡына ҡалмаҫ – хәлилдәр үткәндәрҙе иҫләп, бөгөнгө хәлдәрен барлап-баһалап, алдағы тормош тураһында ла фекер уртаҡлашыр. Заманалар нисек кенә үҙгәрмәһен, уңған, дәртле, талантлы, эшләй ҙә, матур итеп күңел аса ла белгән халыҡ ниндәй шарттарҙа ла юғалып ҡалмаҫ, үҙ киләсәгенә оло, ныҡлы ышаныс менән ҡарап йәшәр тигән өмөттәмен.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 312

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 377

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 330

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 282

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 356

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 355

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 330

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 317

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 255

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 485