Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мин ни өсөн “Башҡортостан” гәзитен алдырам?
Мин ни өсөн “Башҡортостан” гәзитен алдырам?Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА,
әҙибә һәм журналист:

– Бер быуатлыҡ тарих. Ни­ҙәр генә булмаған шул дә­үерҙә! “Башҡортостан” гәзи­те респуб­ликабыҙ тормошон йөҙ йыл буйына яҡтыртып, тарих йылъяҙ­маһын алып бара. Халҡыбыҙ йәшә­йе­шенең бөтә өлкәһе лә – иҡтисад, йәмғиәт, сәйәсәт, мәҙәниәт, спорт – барыһы ла теркәлә. Тарихи һыны­лыштар, ваҡиғалар сағы­­лыш таба.
Колхозлашыу осоронда, Бө­йөк Ватан һуғышы йылдарын­да, үҫеш биш йыл­лыҡ­тарында республика нисек йәшәгән – былар хаҡында гә­зит биттә­рендә бай мәғ­лүмәт табырға мөмкин. Бө­гөнгө уҡыу­сылар үткәндәр тура­һын­да “Башҡорт­остан”да би­рел­гән, элек ба­ҫыл­ған хә­бәр­ҙәр, мәҡәләләр аша танышып бара. Йылдар үтеү ме­нән бөгөнгөләр ҙә тарихта ҡала­саҡ. Уларҙы киләсәк быуын шулай уҡ ҡыҙыҡһынып уҡыр.
Матбуғат – үткер ҡорал, пропагандист, әңгәмәләш, тәж­рибә уртаҡлашыусы, бе­лем биреүсе, кәңәшсе, ихлас дуҫ, фекерҙәш... Был исемлекте әллә күпме дауам итергә мөмкин.


Бөгөн, Интернет селтәре бө­тә донъяны баҫып алған дә­үерҙә лә, баҫма матбуғат­тың баһаһы кәмегәне юҡ. Буяу еҫе сығып торған ҡағыҙ гәзитте ҡулға тотоп уҡыуҙа ғына түгел хикмәт. Башҡа мәғлүмәт сараларынан айырмалы рәүештә, тарихта ҡала­саҡ йылъяҙма бу­лараҡ, “Баш­ҡортостан” республикала бар­ған хәл-ваҡиғаларға объектив ҡарашын белдерә, “һары” баҫмалар шикелле намыҫын аҡсаға һатмай, ғә­ҙел, хаҡ баһаһын бирә. Шу­ның өсөн дә яҡын ул ха­лыҡҡа, шуның өсөн дә ҡә­ҙер­ле ул беҙгә. Әллә күпме ашамай торорға була, әммә бер көн гәзит уҡымау тормошта аныҡ йүнәлешһеҙ ҡалыуға тиң. Кешегә рухи аҙыҡ мөһимерәк.
Тиҙҙән үҙенең 100 йыл­лы­ғын билдәләйәсәк “Баш­ҡорт­остан” гәзите – рес­­­пуб­лика тормошонда ҙур әһәмиәткә эйә баҫма. Бында дәүләт етәк­селәре лә, фән белгес­тәре лә, төрлө өлкәлә­ге эшҡыуарҙар ҙа, зыялылар ҙа, башҡа һөнәр эйәләре лә үҙен ҡыҙыҡ­һын­дырған мәҡә­лә­ләрҙе таба ала. Балалар өсөн дә, аҡһа­ҡалдар­ға ла тә­ғәйен­ләнгән яҙмаларҙы кү­рергә була унда. Спорт, сән­ғәт, сәнәғәт, сәйәсәт, эко­ло­гия, иҡтисад, мәҙәниәт, мәғариф, матбуғат, тәбиғәт – ниндәй генә теманы яҡтырт­май гәзит!
“Башҡортостан” – рес­пуб­ли­кабыҙ тормошоноң сағы­лышы. Уның бер быуат­лыҡ фиҙакәр хеҙмәте оло баһаға лайыҡ. Юбилей уңайы­н­ан яратҡан гәзитебеҙ­гә Баш­ҡортостандың иң юға­ры наг­радаһы – Салауат Юла­ев ордены – тапшы­рылһа, ғәҙел ғәмәл булыр ине. Йөҙ йыллыҡ тарихты яҡтыртҡан баҫма быға күптән лайыҡ бит.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 320

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 380

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 335

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 286

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 358

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 259

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 494