Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
МатрицаҺуңғы осорҙа виртуаль валюта мәсьәләһе иҡтисадсылар араһында көтмәгәндә иң ҡыҙыу бәхәстәр тыуҙырған көнүҙәк темаға әйләнеп бара. Белгестәрҙең бер өлөшө яңы финанс технологияларын тиҙ арала үҙләштереү һәм киң ҡуллана башлау яҡлы булһа, икенселәре уларҙа ил иҡтисадын ҡаҡшатыуға йүнәлтелгән хәүеф күреп өлгөрҙө. Айырым мәлдәрҙә хәл хатта 50-се йылдар башында кибернетика фәненә ҡаршы ойошторолған кампанияға оҡшаш һыҙаттар ала башланы. Шул уҡ ваҡытта беҙҙә финанс технологиялары донъя лидерҙары өлгәшкән кимәлдән шаҡтай түбәнерәк булыуы ла асыҡланды, был фактор ҡараштарҙың яйлап үҙгәреүенә килтерҙе. Үҙәк банк, Финанс министрлығы, финанс мониторингы һәм федераль һалым хеҙмәттәре етәкселәре тәүҙә криптовалютаны ҡәтғи рәүештә тыйыу, хатта уны әйләнешкә сығарған граждандарҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу яҡлы булһа, һуңғы осорҙа байтаҡ конструктив тәҡдимдәр менән сығыш яһаны.
1–3 июндә уҙғарылған ХХI Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы яңы финанс технологиялары өлкәһендәге иң мөһим проблемаларға бер ни тиклем асыҡлыҡ индерә алды. Дискуссияларҙа ҡатнашыусы белгестәр, етәкселәр, дөйөмләштереп алғанда, шундай бик аныҡ, теүәл һығымтаға килде: виртуаль валюта технологияларының нигеҙен тәшкил иткән криптотехнологияларҙы үҙләштерә һәм киң ҡуллана башларға мөмкин, ә криптовалюта мәсьәләһенә ҡарата һағыраҡ булыу һәм уны етди өйрәнеү талап ителә.
Үҙәк банк идараһы рәйесе урынбаҫары Ольга Скоробогатова раҫлауынса, криптотехнологиялар үҫеше тейешле хоҡуҡи нормалар булмауы сәбәпле тотҡарлана. Криптовалютаға закон аша тауар статусы бирергә йәки уны айырым характеристикалары буйынса реаль аҡса берәмегенә тиңләргә мөмкин. Ә хоҡуҡи статусы закондарҙа билдәләнмәгән һәм шул сәбәпле дәүләт финанс органдары тарафынан көйләнмәгән виртуаль валютаны аҡса суррогаты тип иҫәпләргә мөмкин – уның менән хоҡуҡ һаҡлау органдары шөғөлләнергә тейеш. Нәҡ шул сәбәпле РФ Финанс министрлығы 2016 йылдың 10 мартында Дәүләт Думаһына криптовалютаны әйләнешкә сығарыу өсөн енәйәти яуаплылыҡ тураһындағы закон проектын тәҡдим итте. Финанс министры Антон Силуанов фекеренсә, бөгөнгө Рәсәй Федерацияһы шарттарында дәүләт финанс органдары һәм хоҡуҡ һаҡлау структуралары криптовалюта системаларын контролдә тотоуға әҙер түгел, һәм ул системаларҙа криминаль аҡса массалары туплау, финанс пирамидалары ҡороу схемаларына юл асыҡ. Финанс министрлығы әҙерләгән закон проектында иһә был өлкәләге енәйәттәр, шул иҫәптән криптовалютаны әйләнешкә сығарыу өсөн ғәйепле граждандарҙы ете йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡарала. Әммә күпселек иҡтисад белгестәре, эксперттар, дәүләт органдары етәкселәре Финанс министрлығының был инициа­тиваһына ҡаршы сыҡты. Мәҫәлән, Финанс мониторингы федераль хеҙмәте (Росфинмониторинг) етәксеһе урын­баҫары Павел Ливадный, быйыл 28 мартта Федерация Советында сығыш яһап, яңы финанс технологияларын закондар аша тыйыуҙың перспек­тиваһыҙлығына күрһәтте. Киреһенсә, криптовалюта әйләнешен көйләү яҡын киләсәктә финанс органдарының өҫтөнлөклө эш йүнәлешенә әйләнеүе ихтимал. Бының өсөн иң тәүҙә ҡеүәтле мәғлүмәт базалары һәм аналитика хеҙмәте кәрәк буласаҡ. Криптовалюта яңы финанс технологияларында ҡәҙимге аҡса – валюта функцияларын үтәү менән генә сикләнмәй. Крип­товалютаның үҙ программа базаһы төҙөлөп, ул ҡатмарлы база үҙенсәлекле берҙәм “бухгалтер кенәгәләре” селтәре төҙөү мөмкинлеге бирә. Селтәр блокчейн – таратылған мәғлүмәт базаһы тип атала. База барлыҡ селтәр клиенттары өсөн асыҡ, һәм унда криптовалюта, тауарҙар трансферы (етеш­тереүсенән алып ҡулланыусыға тиклем һәм бер ниндәй аралашсыларһыҙ, ҡағыҙ документация ҡулланмай) үткәреү мөмкин. Блокчейнда ҡайҙа, кемдә һәм күпме криптовалюта, башҡа тауарҙар булыуы, нисек хәрәкәт итеүе тулыһынса асыҡ күрһәтелә.
Криптовалюта – компьютер технологиялары ярҙамында эшләнгән виртуаль аҡса, әммә ул реаль хеҙмәт хаҡы күләмендәге реаль ҡиммәт булып тора, йәғни уны реаль валюта күләмендә баһаларға мөмкин. Криптовалюта шифрлы компьютер яҙмаһы (криптограмма – йәшерен яҙма) рәүешендә һаҡлана һәм хәрәкәт итә.
Үҙәк банк идараһы рәйесе Эльвира Нәбиуллина виртуаль валютаның реаль милли валюта – һумдар әйлә­нешенә һәм эмиссияһына йоғонтоһон өйрәнеүгә һәм иҫәпкә алыуға баҫым яһай һәм банктың 2019 йылға тиклем был өлкәлә планлаштырылған биш пилот йүнәлешендә эш башлауы тураһында белдерә:
– финанс мәғлүмәте менән алмашыу системаһын төҙөү;
– цифрлы аккредитив системаһын төҙөү;
– депозитар иҫәп системаһын төҙөү;
– клиенттар тураһындағы мәғлүмәт менән алмашыу системаһын төҙөү;
– банк гарантияларының цифрлы системаһын төҙөү (ғөмүмән, барлыҡ системалар был осраҡта цифрлы формаларҙа төҙөлөргә тейеш).
Блокчейн технологияларын ҡулланыу перспективалары банк структураларында ла, реаль етештереү предприятиеларында ла шик уятмай. Яңы технологиялар хәҙер илдә тест үтә башланы. 5 июндә Һаҡлыҡ банкы “Северсталь” берекмәһенән Белорус­сияға металлургия продукцияһы экспортлау контракты буйынса халыҡ-ара аккредитивҡа тест үткәрҙе. Финанс операцияһы блокчейн технологияһы буйынса ойошторолдо. Новация элек теүәл бер аҙнаға һуҙылған эште 4 сә­ғәттә башҡарыу мөмкинлеге бирә. Финанс сығымдары, документация күләме кәмей. Әммә был – күп йылдарға иҫәпләнгән ҙур эштең башы ғына. Киләһе аҙым – милли криптовалюта системаһын булдырыу. Үҙәк банк виртуаль валютаны реаль һумдарға – уларҙың реаль курсына, эмиссия процестарына, әйләнештәге массаһына бәйләү яҡлы. Был шарт ил финанс системаһы хәүефһеҙлеге өсөн мөһим.
Бөгөнгө көндә донъяла иң билдәле һәм киң таралған виртуаль валюта – Америка Ҡушма Штаттарында 2009 йылдың 3 ғинуарында Интернет селтәрҙәренә сығарылған биткойн (инглизсә “бит” – мәғлүмәт күләме берәмеге, “койн” – монета). Авторы тип Сатоши Накамото иҫәпләнә, әммә аҙаҡтан был исем һәм фамилияның псевдоним булыуы асыҡлана. Биткойн программаһының ысын авторы әлегәсә билдәһеҙ. Сатоши Накамотоның текстарын ентекләп өйрәнгән лингвистар раҫлауынса, уның туған теле – инглиз теле. Биткойн программаһын эшлә­гәндә уға яҡынса 37 йәш тирәһе була. Был кеше криптография менән яҡшы таныш. Авторҙың бер генә кеше йәки белгестәр коллективы булыуы ла ихтимал. Ул осорҙа ундай юғары кимәл­дәге белгестәр АҠШ Индустрия һәм именлек бюроһында, АҠШ Милли именлек агентлығы составындағы Компьютер именлеге милли үҙәгендә йәки был рәсми дәүләт структураларына яҡын даирәләрҙә генә эшләй, һәүәҫкәр ҡулына был өлкәләге мәғлүмәт эләгеүе мөмкин түгел.
Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәт­тәр институты (МГИМО) халыҡ-ара финанстар кафедраһы профессоры, иҡтисад фәндәре докторы Валентин Катасонов мәғлүмәттәренә ярашлы, биткойн АҠШ Милли именлек агент­лығы (АНБ) әҙерләгән продукт булыуы ихтимал. Был төр продукт билдәле шарттарҙа тотош илдәрҙең финанс системаларына ҙур зыян килтереүгә һәләтле. Айырым Рәсәй чиновник­тарының сығыштары ла биткойндарға ҡаршы көслө пропаганда йәйелдергән профессор Катасоновтыҡынан ныҡ айырылмай. Әммә, бер йыл самаһы барған дискуссияларҙан һуң, дәүләт финанс органдары етәкселәре, компромисҡа килеп, блокчейн технологияларын киң ҡулланыу идеяһы менән ризалаша башланы. Беҙҙә ул технологияларҙы бөгөнгө көндә киң тарала барған криптовалюталарҙан, иң тәүҙә биткойндарҙан айырып ҡарау һәм яҡын киләсәктә үҙебеҙҙең ватан виртуаль валюта системаһын әҙерләү тәҡдим ителә. Ә биткойндарҙы тыйыу ҙа, улар менән бәйле процестарҙы үҙ ағышына ебәреү ҙә перспективаһыҙ. Криптотехнологиялар, криптовалюта системалары үҫеше финанс органдары, хоҡуҡ һаҡлау структуралары алдына бихисап яңы, ҡатмарлы мәсьәләләр ҡуя. Аҡсаның йөкмәткеһе бик тәрән үҙгәреш кисерәсәк. Был процестың бихисап ыңғай яҡтары булһа, байтаҡ кире яҡтары ла төҫмөрләнә. Заманында кеше алтын көсөнә, бөгөнгө осорҙа дол­лар ҡеүәтенә буйһондоролһа, уларға алмашҡа күп тапҡырҙарға ҡеүәтлерәк яңы көс – кеше тормошоноң һәр яғын, һәр мәлен теүәл иҫәпләп, бөтә донъяны солғап алған система – Матрица килә. Ә кеше, уның барлыҡ булмышы унда бихисап һандар теҙмәһенә әйләнә. Бөгөнгө көндә виртуаль технологиялар, шул иҫәптән виртуаль валюта өлкәһендәге үҫеш фантаст яҙыусыларҙың, футуролог ғалимдарҙың иң ҡыйыу күҙаллауҙарын да уҙып китте, һәм был глобаль процесс бик яҡын киләсәктә һәр беребеҙҙең ҡәҙимге көндәлек тормошона һәр яҡлап инә башлаясаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 322

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 381

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 266

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 338

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 287

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 358

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 361

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 261

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 495