Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Билдәһеҙлек менән ышаныс араһында
30 – 31 мартта үткәрелгән V Мәскәү иҡтисади форумы дискуссиялар көсөргәнешлеге, бик юғары дәрәжәлә сәйәсиләштерелеүе менән быға тиклемгеләрҙән шаҡтай айырылып торҙо. Сараның модераторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Иҡтисад институтының фәнни етәксеһе, Рәсәй Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты Руслан Гринберг I пленар дискуссияға иҡтисад даирәләре өсөн сәйер булған “Юғалып ҡалған кеше өмөтһөҙлөк менән ышаныс араһында: донъя хәле һәм Рәсәй спецификаһы” исемен тәҡдим итеп, был мөһим сараға алдан уҡ тейешле йүнәлеш, көслө тон бирә алды.
Пленар дискуссияны алып барыусы академик Р.Гринберг: “Илдәге иҡтисади мөхиттә һуңғы осорҙа урынлашҡан билдәһеҙлекте бер ни менән сағыштырырлыҡ түгел, унда алдан бер ни фаразлап булмай. Бөгөнгө сәйәси институттарға ышаныс кәмей. Сәбәбе – 90-сы йылдарҙағы баҙар стихияһы азатлығынан иҫереүҙә, “баҙар фундаментализмы” модаһында. Баҙар бөтәһен дә көйләй, бөтәһен дә хәл итә тип инаныу нығынып, хатта үҙенсәлекле “баҙар догматизмы”на килтерҙе, тиергә мөмкин.
Һуңғы йылдарҙа иҡтисадтағы билдәһеҙлекте көсәйткән ваҡиғалар йышайҙы, кешеләребеҙ өмөтһөҙлөк менән киләсәккә ышаныс араһында ҡаушап, юғалып ҡалды. Хәҙер килеп, был ауыр хәлдән сығыу өсөн бөгөнгө төп дилеммаға яуап табырға тейешбеҙ: “Беҙҙә баҙар кеше мәнфәғәтенә буйһонамы, әллә кеше баҙар мәнфәғәтенә буйһондоролғанмы?..” – тип, форумға бер ни тиклем популистик, әммә бик актуаль лейтмотив тәҡдим итте.
Дәүләт Думаһы Хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Николай Коломейцев фекеренсә, иҡтисадтың төп тармаҡтары һәм энергетика ресурс­тары менән етәкселекте дәүләткә тапшырыу талап ителә, сөнки был йүнәлештәрҙә, мәҫәлән, һуңғы 15 йыл дауамында инновацияларға, модернизацияға ҡағылышлы бик күп документ ҡабул ителде, әммә улар үтәлмәне, һөҙөмтәлә реаль етештереү тармаҡтарында продукция күләме 15 процентҡа кәмене. Хөкүмәт тә, айырым министрҙар ҙа эш һөҙөмтәләре буйынса йыллыҡ отчет биреүҙән туҡтаны. Хәҙер бер министр ҙа, совет йылдарындағы һымаҡ, реаль продукция етештереү, йәғни аныҡ дана, тонна, центнер, кубометр йәки квадрат метрҙар өсөн яуаплы түгел. Хөкүмәт иһә һәр биш йыл һайын сираттағы иҡтисади үҫеш стратегияһы әҙерләү, уны ҡабул итеү менән мәшғүл, ә аҙаҡтан ул стратегияны үтәү буйынса эш алып барылмай. Үтәлеше, үтәлмәү сәбәптәре тикшерелеп тормай, отчет бирелмәй. Биш йыл үткәс, яңы үҫеш стратегияһы ҡабул ителә һәм, элеккеһе һымаҡ, ул да үтәлмәй ҡалып, онотола. Һөҙөмтәлә илдә ғәмәлдә бер ниндәй ҙә аныҡ үҫеш стратегияһы булмауы асыҡлана.
Шул уҡ ваҡытта илдә юғары үҫеш темптарын һаҡлаған тармаҡтар ҙа бар. Мәҫәлән, хәрби-сәнәғәт комплексы реаль продукция етештереүҙе йыл һайын уртаса 15 процентҡа арттырып килә. Бының нигеҙендә хәрби-сәнәғәт комплексының эшләп килгән предприятиеларында әлегәсә һаҡланған, ә башҡа тармаҡтарҙа тулыһынса юҡҡа сығарылған, элекке совет системаһына хас планлаштырыу дисциплинаһы ята, тип күрһәтә Хәрби-сәнәғәт комиссияһы коллегияһы рәйесе урынбаҫары Олег Бочкарев. Һуңғы йылдарҙа хәрби-сәнәғәт комплексы Дәүләт оборона заказын уңышлы үтәп килә, экспорт заказдары күләме арта.
Иҡтисадты планлаштырыу системалары Көнбайыш илдәрендә баҙар иҡтисады шарттарында бик теүәл эшләй, стихия процестарына юл ҡуйылмай. Беҙҙә элекке совет иҡтисади планлаштырыу системаһы тармаҡ министрлыҡтары системаһы менән бер юлы юҡ ителде, яңыһы ҡоролманы. 90-сы йылдарҙағы реформаторҙар, баҙар бөтәһен дә көйләйәсәк, тип “баҙар догматизмы”на бирелде. Күреүебеҙсә, реаль тормош бының киреһен иҫбатлап килә. Бөгөнгө ауыр хәлдән сығыуҙың мөһим шарты – планлы иҡтисади системаны тергеҙеү. Был эштә хәрби-сәнәғәт комплексының һаҡланып ҡалған эре предприятиелары мөһим урын алырға тейеш. Предприятиелар, тейешле диверсификация үтеп, үҙ ҡеүәттәренең кәмендә өстән бер өлөшөн, совет йылдарындағы кеүек, киң ҡулланыу тауарҙары (хәрби сәнәғәт комплексы белгестәре лексиконында “граждандар продукцияһы”, халыҡ телмәрендә – “ширпотреб”) етештереүгә йүнәлтә ала. Бында бик ҙур тауар күләмдәре күҙ уңында тотола. Хәрби сәнәғәт комплексында тупланған сикһеҙ ҙур компетенциялар, ҡиммәтле технологиялар, төп фондтар мөһим продукцияның бик ҙур гаммаһын етештереү мөмкинлеге бирә: граждандар авиацияһы өсөн пассажир самолеттарынан алып ваҡ көнкүреш электроникаһына тиклем. Әлеге көндә был тауар баҙары импорт – нигеҙҙә, арзан ҡытай “ширпотребы” – менән тултырылған. Ошо йүнәлештә, перспективала экспорт мөмкинлектәрен дә күҙ уңында тотоп, етештереү ҡеүәттәрен йылына 5 триллион һум кимәленә тиклем үҫтереү талап ителә. Ил артабан да нефть һатып ҡына йәшәй алмаясаҡ, ниһайәт, үҙебеҙҙәге етештереү тармаҡтарын тергеҙә башларға ваҡыт. Нефть экспортынан килгән валюта реаль етештереү өлкәһенә йүнәлтелергә тейеш.
Рәсәй Федерацияһы Президентының төбәк иҡтисади интеграция мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Сергей Глазьев форумда ҡатнашыусылар иғтибарын һуңғы осорҙа инвестиция әүҙемлеге кәмеүгә йүнәлтергә тырышты. Уның мәғлүмәттәренә ярашлы, етештереү тармаҡтарына тиҙ арала кәмендә, бөгөнгө күләмдәр менән сағыштырғанда, ике тапҡырға күберәк инвестиция һалыу талап ителә. Илдә сеймал һәм энергия ресурстары, кадрҙар һәм компетенциялар потенциалы, күп йылдар дауамында ғәйәт ҙур масштабта юҡҡа сығарылып килһә лә, әлегә алдыбыҙҙа торған мәсьәләләрҙе үтәү өсөн етерлек. Әммә эш Үҙәк банктың, инвестиция әүҙемлеге күпкә кәмеүгә ҡарамаҫтан, юғары ставкаларҙы һаҡлап, эмиссияны сикләүенә, әйләнештәге аҡса массаһын туҡтауһыҙ ҡыҫыуына барып терәлә. Һөҙөмтәлә коммерция банктарының ставкалары ил предприятие­ларының уртаса рентабеллелегенән юғарыраҡ килеп сыға. Предприятиелар алдына шундай ауыр дилемма килеп баҫа: йә етештереү күләмен – тимәк, барлыҡ сығымдарҙы, иң тәүҙә эш хаҡын кәметеү, кадрҙарҙы артабан ҡыҫҡартыу, йә, рентабеллелекте һаҡлау өсөн, кредит йөгөн ҡулланыусы иңенә һалыу – йәғни, тауар хаҡын артабан арттырыу талап ителә. Артабанғы иҡтисади үҫеш инвестициялар күләме кәмеүгә, уныһы юғары кредит ставкаларына һәм Үҙәк банктың бөгөнгө сәйәсәтенә барып терәлә. Был мәсьәләне тиҙ арала иҡтисади үҫеш – иң тәүҙә реаль етештереү тармаҡтары мәнфәғәтендә хәл итеү зарурлығы алғы планда тора.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 322

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 381

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 265

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 337

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 287

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 360

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 260

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 494